Бөгөн Хоҙайбирҙин урамында эштәрҙең иң ҡыҙған мәле, подрядсы компания – «УралСтройТрансКом» яуап-лылығы сикләнгән йәмғиәте билдә-ләнгән ваҡыттан тайпылмаҫҡа тырыша. Бында асфальт һалыу тамамланып килә, электр сымдары һуҙылған, 63 яңы яҡтыртыу ҡорамалы ҡуйылған, әле бысылған ағастар сығарыла, тупраҡ түшәлә. Аллеяның оҙонлоғо 1400 метр буласаҡ, унда велосипедсылар өсөн айырым юл бүленәсәк, дүрт велосипед ҡуйыу урыны булдырыласаҡ. Ултырып ял итеү өсөн 63 эскәмйә һәм урналар ҡуйыласаҡ. Ҡала халҡы балалар өсөн яһалған төҫлө уйын майҙансыҡтарын да яратып алды, был урында ла ошондай ике майҙансыҡ буласаҡ, әлегә уларҙың нигеҙҙәре әҙерләнә, балалар майҙансыҡтарын киләһе йыл төҙөп ҡуясаҡтар.
Ҡала хакимиәте башлығы эштәрҙең ярайһы уҡ ҡыҙыу барыуын, эшселәрҙең күрһәтелгән етешһеҙлектәрҙе ваҡы-тында төҙәтеп ҡуйыуын билдәләп үтте. Подрядсыларға иһә уңайлы һауа шарттарын ҡулланып, иртәнән ҡараңғы төшкәнсе эшләргә һәм ремонт эштәрен билдәләнгән ваҡытҡа үтәргә тигән маҡсат ҡуйылды.
Был проекттарҙы башҡарыу өсөн федераль һәм республика бюджетынан 115 млн һум аҡса бүленгән. Проект документтарын әҙерләү өсөн ҡала бюджетынан 3,8 млн һум тотонолған. Ҙур эшкә ҡала халҡы ла үҙ өлөшөн индергән, сумманың 5 процентын бында йәшәүселәр түләй, уртаса һәр кешегә 400-500 һумға тура килә. Шуға ла бында йәшәүселәр эш сифатын тикшереп, етешһеҙлектәр тураһында хәбәр итеп тора. Ә бына идара итеүсе компаниялар әүҙемлек күрһәтмәй.
– Идара итеүсе компаниялар үҙҙәренә ҡараған бөтә ихаталарҙа ла эштәрҙе күҙәтеп торорға, шулай уҡ үҙҙәре лә төҙөкләндереүгә ҡушылырға бурыслы. Шуға күрә күп фатирлы йорттарҙа йәшәүселәр үҙ идара итеүсе компанияларынан әүҙемлек талап итергә тейеш, – тине ҡала хакимиәте башлығы.
Программа был эштәр менән генә сикләнмәй, артабан да ихаталар төҙөкләндереләсәк. Әгәр ҙә һеҙ был проектта ҡатнашырға, үҙ ихатағыҙҙы үҙгәртеп ҡорорға теләйһегеҙ икән, йортта йәшәүселәр араһында йыйылыш үткәреп, тауыш биреү ойоштороғоҙ. Ризалыҡ алғас, про-ект һәм эштәрҙең төрө, дизайны ту-раһындағы документтарҙы ҡаланың торлаҡ-коммуналь хужалығы бүлегенә тапшырығыҙ.