“Ни өсөн туҡтатаһығыҙ, мин ҡағиҙә боҙманым?” тигән һүҙҙәр менән хәҙер водителдәр инспекторҙарға өндәшә алмаясаҡ. Сөнки яңы талаптар буйынса юл полицияһы автомобилдәрҙе телә-гән урында туҡтатып, руль артында ултырыусыларҙың документтарын тикшерә ала. Юл хәүефһеҙлеген булдырыу өсөн инспекторҙар станционар поста ла, автомобилдә, хатта патруль машинаһы булмаған осраҡта ла тикшереү ойоштора ала.
Фотоға, видеоға төшөрөп ҡағиҙә боҙоусыларҙы асыҡлағанда һәм ава-риялар йыш осраған юл өлөштәрендә патруль автомобиле “йәшенеп” ул-тырырға ла мөмкин. Юл хәүефһеҙлеге хеҙмәткәрҙәре автомобилдәрен юл боролоштарынан һуң, тау аҫтарына йә башҡа юл инфраструктураһы объекттары артына ҡуя ала.
Нисек алғанһың, шулай тапшыр. Закондарҙы белгән автоһәүәҫкәрҙәр әллә ниндәй хәйләкәрлеккә барып етә, хатта документтарын тимер сылбыр менән машинаһына эләктереп ҡуя. Инспектор документтарҙы ҡулына ала, тик алыҫҡа китә алмай, мәҫәлән, патруль машинаһына инеп протокол төҙөү өсөн. Бындай ысулды водителдәр башҡаларға ла интернет аша өйрәтә, тарата, күптәр ҡабатлай башлай. Шуға ла яңы талаптар буйынса, нисек һиңә документтарыңды эшләп тотторғандар, шул хәлендә тикшереүгә тапшырырға тейешһең.
Инспекторҙарға үҙ эшендә дәүләт ҡарамағында булған камераларҙан башҡа муниципаль һәм йәмәғәт ойошмаларының камераларын ҡул-ланырға мөмкинлек биргәндәр, ә инспекторҙарҙы камераға төшөрөү нормаларын алып ташлағандар.
Инспектор транспорт менән идара иткән кешенең документтарын ғына түгел, ә иҫерек йәки ауырыу хәлендә булғанын һиҙеп ҡалһа, машинанан сығыуҙы талап итеүе мөмкин. Инспектор талап иткән ваҡытта автоһәүәҫкәрҙәр машинанан сығырға, кәрәк булһа, патруль машинаһына ла инеп ултырырға тейеш. Инспекторҙың талабын үтәмәгән осраҡта РФ административ хоҡуҡ боҙоуҙар кодексының 19.3 статьяһы нигеҙендә 500 –1000 һум штраф йәки 15 тәүлеккә тиклем административ арест ҡаралған.
Юлдарҙа иғтибарлы булығыҙ һәм, иң мөһиме, юл хәрәкәте ҡағиҙәләренән тайпылмағыҙ!