100 килограмм кәбеҫтәгә 3 килограмм ҡырғыста ҡырылған кишер, 2 килограмм тоҙ, еҫле борос, лавр япрағы, алма һеркәһе, аҡ әнис, укроп алына.
Ваҡланған кәбеҫтәне эмаль һауытҡа һалып, тоҙ менән ныҡлап ышҡыйһың. Әҙерләнгән кишерҙе, тәмләткестәрҙе, ваҡланған кәбеҫтәне тоҙлай торған мискәгә аралаштырып һалырға ла өҫтөн кәбеҫтә япрағы менән ҡаплап, марля менән ябырға кәрәк. Унан ағас ҡапҡас менән ябып, өҫтөнә ауыр йөк һалаһың. Йөк тоҙланған кәбеҫтә ауырлығының 1/10 өлөшө булырға тейеш.
Кәбеҫтәнең тоҙ-ланыуы һауа йы-лылығына бәйле. 18-20 градус йылылыҡта 12—13 көн эсендә ул әҙер була. Газды сығарыу өсөн һәр көн осланған таяҡ менән бешекләп, өҫкә сыҡҡан күбектәрҙе алып торорға кәрәк. Һәйбәт тоҙланған кәбеҫтәнән хуш еҫтәр аңҡый, тоҙло әскелтем тәм бирә, төҫө һарғылт була. Ваҡланған кәбеҫтәгә бөтөн йәки яртылаш күсәндәрҙе лә һалырға мөмкин. Әммә һыуы өҫкә сығып торорға тейеш.