Ашҡаҙар
+30 °С
Болотло
Яңылыҡтар
31 Декабрь 2020, 21:00

Күңел күҙе менән күреп йәшәй ул!

...Мәҡәлә геройы менән әле йәй көнө үк күрешергә тейеш инек. Ошо маҡсатта уның телефон һандарын йыйҙым, тик бәйләнештең теге осонда “бөгөн-иртәгә булмаҫ, атайҙарға бесән эшләшәм”, –тигән һүҙҙәр яңғырағас, “дөрөҫ шылтыраттыммы икән?” тип икеләнеп тә ҡуйҙым. Юҡ, яңылышмағанмын – нәҡ ул. Бесән генәме һуң, тыумыштан күреү һәләтенән мәхрүм булһа ла Илнур УСМАНОВ тормоштоң уртаһында ҡайнап йәшәй, бихисап күрә алғандарҙың ҡулынан килмәгәнде башҡара. Артабан һүҙ тетрәндергес тә, һоҡландырғыс та яҙмыш хаҡында.

Илдә сәпсек үлмәй...
Усмановтар ғаиләһенә шатлыҡ менән һынау бергә килә. Ни ҡылаһың, Хоҙай теләге шулай. Нисек кенә булмаһын, һынып ҡалмай ата-әсә, улдарын үҫтерә, белем бирә. Тик тормошта үҙеңде табыу тәү сиратта нәҡ үҙеңдән тора. “Ғүмер буйы ата-әсәнең ҡарамағында йәшәп булмай, ир кеше үҙен үҙе бағырға, ғаилә булдырырға һәм был донъяла артынан эҙ ҡалдырып китергә тейеш” тип, Илнур Өфөлә медицина училищеһында шәф-ҡәт туташы, массаж яһаусы һөнәрҙәрен үҙләштерә, артабан эшмәкәрлеген ошо һөнәрҙәр ярҙамында дауам итә, үҙе икмәк таба. Хәйер, белем алыу йылдарына ныҡлабыраҡ туҡталып китеү зарур булыр – нәҡ ошо дәүерендә ул ҙур тормошҡа аяҡ баҫа: һөйгән йәрен таба, массаж эшләүҙә тәүге аҙымдарын яһай. Бигерәк тә мөхәббәт тарихы иғтибарға лайыҡ.
– Танышып, башта аралашып йөрөнөк, бер мәл бүлмәләрендә йыһаздарын йүнәтеп бирҙем, тыуған көнөндә гөлләмәләр бүләк иткәс, буласаҡ кәләшем тамам иреп төштө, - тип шаярта Илнур. Бына шулай башҡа егеттәрҙең танауҙарына сиртеп, кәләшле була ул. Иң мөһиме: гүзәл зат ир-егеткә йәлләү тойғоһо аша түгел, “яратам” тип кейәүгә сыға! Бәлки, был ғаилә шуға ла бәхетлелер тим: шалҡандай ике малай үҫеп килә, донъяларын үҙҙәре ҡороп, фатирлы булғандар. Донъя көтмәҫлек, ҡыҙҙар ғашиҡ булмаҫлыҡ егет түгел Илнур: етди характерлы, ныҡлы үҙ фекерле, буй-һыны килешле, оҫта ҡуллы һәм иң мөһиме: матур итеп йәшәргә ынтылышы көслө!
Фатир тигәндән, кемдер әҙер булған, мираҫҡа ҡалған, дәүләттән бирелгән донъяларын да туҙҙырып бөткән мәлдә, Илнур ҡатыны менән уны, ысын мәғәнәһендә, иртә таңдан төнгәсә эшләп алған. Әле училищела уҡығанда уҡ геройымдың “боҙоҡ телефондан” “массаж яһаусы” тигән даны тарала, Стәрлетамаҡта иһә хәҙер оҫтаны күптәр белә. Сират бер ҡасан да өҙөлмәй. Тик, билдәле, һәр уңыштың нигеҙендә ныҡышмалыҡ ята, һынауҙар ҙа урап үтмәй: Илнурға ла мәшғүллек үҙәгендә торорға тура килә, тик эш биреүселәр күрмәгәнен беләләр ҙә, шунда уҡ “аҙағыраҡ шылтыратырбыҙ” тип, юҡ булалар. Шулай ҙа эшкә урынлашырға насип була егеткә, тик коллективҡа ылығып китеүе, тиң итеп күрһендәр өсөн мөмкинлегеңде иҫбатлауы нисек ауыр бирелгәнен Илнур үҙе генә белә. Әммә эш бер эш хаҡында ғына түгел, йәмғиәттә мөмкинлектәре сикле булғандарға ҡарата мөнәсәбәт аптырата. Мәҫәлән, федераль бюджет нигеҙендә булдырылған хеҙмәт урынында эшләп йөрөгән мәлдә, финанслау туҡтатылыу сәбәпле, уны эштән ҡыҫҡарталар. Инвалидтарҙы эштән ебәрергә тейеш түгелдәр, тиһәләр ҙә, бындай миҫалдарҙы бихисап килтерергә мөмкин. Илдә сәпсек үлмәй, имеш.
Эш урынында ғына түгел, урамда ла мөмкинлектәре сиклеләргә мөнәсәбәт камил-лыҡтан, ай-һай, йыраҡ әле.
– Бер көн йортҡа инеп бара инем, кемдеңдер кеҫәмә тығылғанын һиҙеп ҡалдым – бур икән, “аҡылға ултыртырға” тура килде... – инвалидты алдарға маташыуҙар бының менән генә тамамланмай әле: Илнурҙың ҡом-һоҙ таксистар, алдаҡсы массаж яһатыусылар хаҡында һөйләгәнен тыныс ҡына тыңлап булмай. Әлбиттә, быларҙы ялыулашыу маҡсатынан хәбәр итмәй герой, ундайҙарҙан түгел егет, кемгәлер һабаҡ булһын тип кенә иҫенә төшөрә.
Ә һеҙ моторҙы һүтеп йыя алаһығыҙмы?
Илнурҙың һәләтенә, оҫта-лығына әйләнеп ҡайтҡанда, массаж менән етди шөғөллән-һә, мауығыу кимәлендәге һөнәрҙәре лә оҫталарса уның. Мәҫәлән, иғтибар итегеҙ: Илнур автомобилдең моторын (үҙе әйтмешләй, ҡутарып түгел) һүтеп йыя ала. Медучилищеға барғанға тиклем хатта автослесарь һөнәрен үҙләштерергә лә уйлаған әле. Мотор йыйыу, массаж эшләү – ярай уларҙы ҡул тойомо ярҙамында башҡарып була, ә бына Илнурҙың компьютерға төрлө программалар яҙ-ҙырыуын күҙ алдына килтерә алаһығыҙмы?! Баҡтиһәң, күреү һәләтенән мәхрүмдәр өсөн махсус программалар бар икән, телефонда, компьютерҙа әңгәмәсем нәҡ улар ярҙамында эшләй. Илнурҙың, ғөмүмән, техника, технологияларҙың үҫешенә үҙ ҡарашы:
– Беҙҙең кеүек кешеләр өсөн бындай алға китештәр ҙур ярҙам, хәҙер хатта юлды анализлап, хужаһына һөйләп барыусы таяҡтар ҙа барлыҡҡа килгән тиҙәр. Былар өсөн шатмын, әммә шул технологияларҙың кеше организмына беркетелеүенә, ағзаларҙы алмаштырыуына ҡырҡа ҡаршымын, кеше кеше булып ҡалырға тейеш, - ти ул.
Егет кешегә етмеш төрлө һөнәр ҙә аҙ – был Илнурға, һис шикһеҙ, тап килә. Кәрәк икән, машина ла йүнәтә, карауат та йыя. Карауат тигәндән, фатирҙарына йыһаз һайлағанда хатта бер ҡыҙыҡ хәл дә була. Магазинда һатыусы: “Беҙ ҙә ошондай карауат алдыҡ, ирем йыя алманы, һеҙгә оҫта бигерәк тә кәрәк булыр, саҡыртаһығыҙмы?” – тип һорағас, хужа был эштең үҙе башҡарып сығасағын әйтә. Һатыусы ҡатын сәйерһенеп ҡарауын ҡарай, әммә бер һүҙ ҙә әйтмәй. Шулай, кешенең тышҡы ҡиәфәтенә генә ҡарап, фекер йөрөтөүе еңел шул, ә һин уның мөмкинлектәрен самала, күңел донъяһын ҡапшап ҡара!..
Кем һуҡыр?
Эйе, күрә алмаһа ла төрлө яҡлап камил Илнур һәм, әйтергә кәрәк, ул эшен еренә еткерә белә, һөнәр үҙләштерә икән – уны юғары кимәлгә күтәрә. Ҡалала күптәр уны оҫта массаж яһаусы булараҡ белһә, республика кимәлендә – ул танылған йөҙөүсе, атап әйткәндә, ваҡытында һуҡыр йөҙөүселәр араһында уға тиңдәр булмай. Хәйер, бер республика ғынамы һуң, Илнур Илгизәр улы Усманов – йөҙөү буйынса Рәсәйҙең туғыҙ тапҡыр чемпионы!
Әңгәмәсемдең тормош мәғәнәһе күптәргә өлгө алырлыҡ, һоҡланыу тыуҙырырлыҡ, бигерәк тә уның шул тормошҡа ҡарата мөнәсәбәте ҡиммәт:
– Тормош шул тиклем матур, шул матурлыҡты маңлай күҙенән бигерәк күңел күҙе менән күреп йәшәргә кәрәк, - тигән фекерҙә ул. Буталдым, кем һуҡыр һуң был донъяла?..
Читайте нас