Алтын көҙ етеүе, йәйге ялдан килгәндәрҙең яуаплы эшкә сумыуы, етди талаптар мәле һәм, әлбиттә, мул уңыш йыйыу менән ҡылыҡһырлана. Шулай уҡ был миҙгел йылдың ипләп кенә аҙағына яҡынлашыуын да иҫкәртә. Кешеләр ҙә үҙгәрештәрҙе күңеле аша үткәреп, көҙҙө һағайып ҡаршы ала: үтелгән тормош юлын байҡай, һығымталар яһай. Белгестәр был “миҙгел сире”нән түбәндәге ҡотолоу юлдарын тәҡдим итә.
Беренсенән, туҡланыу рационына ҙур иғтибар бүлегеҙ. Аҡһымға бай аҙыҡҡа: тауыҡ итенә, балыҡҡа, ныҡ майлы булмаған һөт ризыҡтарына, бөртөклөләргә, йәшелсә-емешкә өҫтөнлөк бирегеҙ. Күберәк һыу эсергә кәрәк, сөнки ул етерлек кимәлдә булмаһа, кеше үҙен һүлпән тоя, төшөнкөлөккә бирелеүе ихтимал.
Икенсенән, көн ямғырлы, моңһоу булһа ла, саф һауала күберәк йөрөргә тырышығыҙ. Әгәр тышҡа сығыу бик тә мәшәҡәтле икән, өйҙә физик күнекмәләр яһағыҙ, бейегеҙ. Үҙегеҙгә ҡыҙыҡлы шөғөл табығыҙ. Кроссворд сисеү, китап уҡыу, сәйәхәт итеү, телдәр өйрәнеү, кино, театр сәнғәте менән мауығыу һеҙҙе көҙгө төшөнкөлөктән аралар.
Айына бер нисә тапҡыр туғандарығыҙға, дуҫтарығыҙға шылтыратып ихлас һөйләшеп алыуҙы ҡағиҙә итеп алығыҙ. Уларҙың хәл-әхүәлен белешеү, яңылыҡтар менән бүлешеү, яҡты хәтирәләргә бирелеү ҙә көҙ мәлендәге һүлпәнлектә ҙур ярҙам булыр.
Көҙгөһөн була торған күңел төшөнкөлөгө – ваҡытлыса күренеш. Йылдың алтын осоро тип нарыҡланған миҙгелде лайыҡлы, файҙалы үткәрергә тырышығыҙ. Кәйефегеҙҙе һары япраҡтар, ҡыҙыл тәлгәштәр менән биҙәп, һәр яңы көндө ҙур бүләк тип ҡабул итегеҙ, моңаймай, дәртләнеп йәшәгеҙ!