Алтын көҙгә арналған күргәҙмәгә балалар атай-әсәйҙәре менән бергәләп тәбиғәт байлыҡтарынан, үҙҙәре үҫтергән йәшелсә-емештән төрлө әйберҙәр әҙерләп килтерҙе. Нимә генә юҡ бында: ҡауындан тирмәләр, матур ҡыҙ, малай һыны ла, әкиәт персонаждары ла бар. Мусин Арыҫлан әсәһе менән бергәләп эшләгән «Бәрәскәйҙәр», «Миньон», Әмирә Вәлишинаның «Егет һәм ҡыҙ» һыны, Әлмир Дусалиндың «Гөбөргәйел»е, Малина Ғәлиеваның «Розалар гөлләмәһе», Алан Насиров һәм Камилла Вәлиева эшләгән«Өс сусҡа», «Көньяҡ хайуандары» проекты, Гөлназ Ғилемшинаның әсәһе менән эшләгән тирмәкәйе бигерәк тә үҙенсәлекле, матур килеп сыҡҡан.
Көҙөн мул уңыш алыу өсөн күпме хеҙмәт, берҙәмлек талап ителгән кеүек, кескәйҙәр ҙә атай-әсәйҙәре менән бергәләп, тырышып йәшелсә-емештән шул тиклем килешле төр-лө һындар эшләгән. Һәр эшләнгән әйберҙең мәғәнә-һе, үҙ билдәләнеше бар. Күргәҙмә үткән йылдарға ҡарағанда байыраҡ, сағыуыраҡ булды һәм төрлө темаға арнап яһалғайны. Бындай саралар үткәреү балаларҙа тәбиғәткә һаҡсыл ҡараш, һөйөү тәрбиәләүҙә, көҙгө муллыҡ менән таныштырыуҙа ҙур әһәмиәткә эйә. Күренекле педагог В.А.Сухомлинский ҙа бит «Матурлыҡты күрә белгән кешенең күңеле лә матур, үҙе лә изге була» тигән. Беҙ ҙә бәләкәстәрҙә, тәү сиратта, матурлыҡты күрә белергә, тәбиғәтте һаҡларға һәм яҡларға өйрәтәбеҙ.
Әлбиттә, байрам булғас, күңел асыу ҙа кәрәк. Шуға ла кескәйҙәр тәрбиәсе апайҙары менән йырлап-бейеп тә алды, алтын көҙ тураһында шиғырҙар һөйләп, төрлө уйындар ҙа уйнаны. Сараның “Әбейҙәр сыуағы” мәлендә үтеүе лә бик үҙенсәлекле булды, күктән көләс ҡояш нурҙары һирпелһә, балалар баҡсаһында кескәйҙәрҙең шат йылмайыуҙары күңелдәрҙе йылытты.