Комедияның тәүге премьераһы ла Петербургта үткән һәм шунан бирле илдең төрлө мәҙәни усаҡтары сәхнәһенән төшмәй тиерлек ҡуйылып килә, Бөгөн иһә ул – Стәрлетамаҡ башҡорт драма театрында “Көйһөҙ кейәү” исеме менән уйналасаҡ. Спектакль “Берҙәм Рәсәй” партияһының “Бәләкәй ҡалалар театрҙары” проекты сиктәрендә сәхнәләштерелә. Режиссеры – Рәсәй кимәлендә танылған йәш сәнғәт оҫтаһы, Санкт-Петербург ҡалаһынан килгән Максим Соколов.
Эйе, ике быуатҡа яҡын театрҙарҙың репертуарын байыта был комедия. Шул уҡ ваҡытта уны һәр режиссер үҙенсә “әүәләп”, тамашасы хөкөмөнә сығара. Стәрлетамаҡта үтәсәк спектакль дә яңылыҡтарға бай булмаҡсы. Һәр хәлдә, уның режиссеры менән әңгәмәләшкәндән һуң, комедияны шул мәлдә үк ҡарағы килеп китте.
– Был әҫәр бөтөнләй икенсе мөхиттә йәшәгән Агафья Ку-пердягина, Арина Панте-леймоновна, Подколесин, Кочка-ревтарҙы сағылдырасаҡ. Шулай уҡ бында “ваҡыт тәгәрмәсе” лә туҡтап ҡалмаған, – тип бер аҙ серҙәрен систе Максим Соколов. – Әммә пьесаның төп идеяһы, актуаллеге – былары үҙгәрмәҫ изге төшөнсәләр, – тигән фекерен дә еткерҙе режиссер булараҡ. Максимдың үҙе әйтмешләй, театр – китапхана түгел, иң мөһиме: әҫәрҙең төп мәғәнәһе боҙолмаһын, сәхнә биҙәлеше – режиссерҙың фантазияһы.
…Һәр тамаша ла быуаттан-быуатҡа күсеп йәшәй алмай, ә “Женитьба” һаман бара, сөнки үҙ дәүеренең генә түгел, киләсәктә лә борсоясаҡ мәсьәләләрҙе, мөхәббәт, сафлыҡ, “рухи һәм матди торош” һымаҡ мәңгелек темаларҙы күтәреп сыҡҡан Гоголь. Кешенең күңел байлығынан бигерәк кеҫә хәлен белергә теләү, уратып алғандар менән биләгән вазифаһына, атына-затына ҡарап аралашыу ҡылығы һуң беҙҙең замандаштарыбыҙға ла хас түгелме ни?! Кәләшенең исемен белмәһә лә, бирнәһен алдан самалап ҡуйған Подколесиндар беҙҙең тормошта ла бар. Шуға ла көнүҙәк әҫәр һәм, үкенескә ҡаршы тип әйтәйекме, алдағы быуаттарҙа ла көнүҙәк булып ҡалыр.
– “Йәштәр театрға йөрөмәй” тигән ҡалып менән көрәшәм, шуға үткән быуат ваҡиғалары сағылышында рок уйнап китһә, аптырамағыҙ, егет-ҡыҙҙар ҙа театрҙа үҙҙәренең тормошон, рухи донъяһын күрергә теләй, был спектаклдә уларҙың да “көҙгөһө” мотлаҡ буласаҡ, – тип алымдары хаҡында ла һөйләп үтте Максим Соколов. Улай ғына ла түгел, режиссер урыҫ әҫәрен башҡорт тамашасыһына яҡын итерлек итеп көнсығыш, һинд стилдәрен дә ҡулланған икән. Ә инде тамашаны залда түгел, сәхнәлә ултырып ҡараясағыбыҙы белгәс, интрига тамам шашты! Ғөмүмән, үҙебеҙең тормоштағы Агафьяларҙы, Под-колесиндарҙы яңы мөхиттә танырға әҙерләнегеҙ, дуҫтар.