Ауылға ҡайтырға тиһәң, машиналары бар, арҡа терәшеп, сөкөрҙәшеп йәшәп тик ят бит инде. Юҡ, кешегә барыбер ниҙер етмәй, шулай булмаһа, үҙ бәхетенә үҙе төкөрөр инеме ни ул? Ошо йәй осратҡанымда ҡатыны: “шикле банкка 200 мең һум аҡсаһын һалды ла шуны ҡайтарып ала алмай йонсой”, - тип зарланғайны. Унан һуң күп тә үтмәй: “30 мең һум аҡсаһын алдырған, үҙе туҡмалып ҡайтҡан”, - тигән хәбәр ишеттерҙе. Яңыраҡ әхирәтемде тағы ла осраттым. Уның борсолоуы, янып-көйөнөүе йөҙөнә сыҡҡан. “Нисек борсолмайһың, уйын автоматтарында уйнап, ирем 300 мең һум аҡса отторҙо, әллә ниндәй әҙәмдәр интернет аша тегенән аҡса таптыралар хәҙер,” – тип шаҡ ҡатырҙы.
Һуң ҡалабыҙҙағы ул уйын автоматтарын эске эштәр бүлеген Мусин етәкләгәндә үк йыйып алып олаҡтырғайныҡ та баһа, тигән уй үтте башымдан. Ә бына “Техникум” туҡталышындағы ошо яҙыуҙы күргәс, тағы ла хафаға ҡалдым. Яҡында ғына ике мәктәп, урта һөнәри һәм юғары уҡыу йорттары уҡыусылары, студенттары, улар йәшәгән ятаҡтар... Уйлауы ла ҡурҡыныс. Ә бит күпме аҫыл ирҙәрҙең баштары китте ошо уйын автоматтары арҡаһында. Күптәре фатирҙарын юғалтып, ауылға күсеп ҡайтырға мәжбүр булды. Таныш ҡатындар араһында ла аҡса отам тип алйыусылар аҙ түгел. Әле НТВ каналында “Большие деньги” тигән сериал бара. Унда нисек оҫта итеп алдаҡ аҡса яһағандарын күрһәтәләр: ҡағыҙың ғына булһын. Уйын автоматтарында үҙеңдең хәләл аҡсаңды оттороп, башыңды элмәккә тығыуға ҡарағанда, кинолағы юл отошлораҡ, минеңсә. Тик тотолғас, мәңге ҡайтмай торған ергә китәсәгең – көн кеүек асыҡ. Уйын автоматтарында уйнап, яҙмыштары ҡыйратылған әҙәмдәргә ҡарап һабаҡ алһаҡ ине, йәмәғәт. Ғүмерҙәр бер генә тапҡыр бирелә бит!