16 ноябрҙә Бөтә донъя юл-транспорт ваҡиғалары ҡорбандарын иҫкә алған көндө Стәрлетамаҡ күп профил-ле һөнәри колледжында ҡаланың төрлө уҡыу йорттарында белем алыусы студенттар һәм педагогтар өсөн оҫталыҡ дәресе ойошторолдо.
Нисек тә булһа ҡорбандар һанын кәметеү, юл фажиғәләрендә юғалып ҡалмай, зыян күреүсегә тәүге медицина ярҙамы күрһәтеү маҡсаты ине был сараның.
Осрашыуға көн дә тиерлек бындай пациенттар менән эш итеүсе медицина хеҙмәткәрҙәре һәм юл һағында тороусы инспекторҙар килгәйне. Стәрлетамаҡ ҡалаһының юл хәрәкәте хәүефһеҙлеге дәүләт инспекцияһының пропаганда буйынса инспекторы Андрей Демин миҫалдарҙы ҡайҙандыр ситтән килтермәне, ә ошо арала ғына ҡалабыҙҙа булған юл фажиғәләрен атап үтте. Мәҫәлән, 14 ноябрҙә Юрий Гагарин исемендәге ял һәм мәҙәниәт паркы эргәһендәге йәйәүлеләр киҫелешендә 20 йәшлек ҡыҙҙы төкөткәндәр. Әлеге мәлдә бисара ҡыҙ һаман да аңына килә алмай, табиптар уның ғүмере өсөн көрәшә. Ә бик күптәр дауаханаға ла барып етә алмай, йән бирә. Ғәйеплеләр йә ваҡиға урынын ташлап ҡаса, йә, белмәгәнлектән, тәүге минуттарҙа уҡ медицина ярҙамы күрһәтә алмай, алтынға тиң ваҡытты юғалта.
Йыл башынан алып Башҡортостан Республикаһында 3688 юл фажиғәһен-дә 438 кеше һәләк булған, 4747 кеше төрлө тән йәрәхәттәре алған. Стәрлетамаҡта 187 юл-транспорт бәре-лешендә 13 кешенең ғүмере өҙөлгән, 231-е төрлө йәрәхәттәр алған. Ошо юл-транспорт бәрелештәренә шаһит булыусыларҙың барыһы ла зыян күреүселәргә тәүге ярҙамды күрһәтә аламы икән? Күпселектә юҡ.
Балалар дауаханаһының баш табибы Борис Шәрипов та һәр кемдең дә медицина ярҙамы күрһәтә алмауын билдәләп үтте, шул уҡ ваҡытта беренсе ярҙам күрһәткән осраҡта бик күп ғүмерҙәрҙе һаҡлап ҡалыу мөмкинлеге тураһында әйтте. “Юлда алынған яралар төрлө, һәр осраҡ үҙенсә. Мәҫәлән, кемдер умыртҡа һөйәген һындыра, эске органдарын йәрәхәтләй, йә баш һөйәгенә зыян ала, йә яҡын-тирәләге предметтарҙан ҡырҡыла, йә сәнселә”, – тине ул. Табип зыян күреүсенең пульсын билдәләү, уның тын алышын, йөрәк тибешен тергеҙеү юлдарын күрһәтте. Студенттар үҙҙәре лә яңы алған белемдәрен манекенда тикшереп ҡараны. Һәр хәлдә оҫталыҡ дәресендә алған һабаҡ уларға ғәҙҙәттән тыш осраҡтарҙа ҡурҡып ҡалмаҫҡа ярҙам итер, тип ышанайыҡ.
Иң мөһиме, юл ҡағиҙәләрен үтәргә онотмайыҡ, ул саҡта әлеге белемдәр ҙә кәрәкмәҫ, ғүмерҙәр ҙә ҡыйылмаҫ.