Ашҡаҙар
+24 °С
Болотло
Яңылыҡтар
31 Декабрь 2020, 21:00

Көс һынаша бәғзеләр

Ике кеше генә аралашһын, уларҙың араһында мотлаҡ рәүештә береһе лидерлыҡҡа ынтыласаҡ – был психологтарҙың, социологтарҙың фекере. Ике әҙәм балаһы ғынамы һуң, ана, нисек көс һынаша бәғзе бер илдәр. Хәйер, ул илдәр менән барыбер ҙә кешеләр идара итә инде.

Подполковник
бит ул!
Көс һынашыу әле бер-береңдең билеңдән таҫтамал менән һығып алып, үҙең аша атып бәреү генә түгел, шулаймы? Ул төрлө сүрәттә хасил булыуы ихтимал. Мәҫәлән, юлдарҙа һай нисек итеп үҙебеҙҙең беләктең ныҡлығын һәм аҡыллы икәнлеген күрһәтергә тырышабыҙ! Юлыңды икенсе бер машина киҫеп үтеп кенә ҡараһын йә иһә үткәрмәһен – ғауға сығыуы бер ни тормай. Башта кемдең һүҙ ҡоралы көслөрәк, артабан ҡул һуғышы, инде ысын ҡоралға сират еткән осраҡтар ҙа юҡ түгел. Был тәңгәлдән статистикаға күҙ һалһаң, сәсең үрә торор. Ябай граждандарҙан алып оло түрәләргә тиклем юлда үҙенең хаҡлығын һәм абруйлығын иҫбатларға тырыша. Түрә тигәндән, ошо көндәрҙә генә Өфөлә бер ваҡиға булды.
ЮХХДИ инспекторы фараһы эшләмәгән бер машинаны туҡтата һәм етешһеҙлек тураһында һөй-ләшкән арала руль артындағы ха-нымдың эскәнлеген дә һиҙеп ҡала. Билдәле, протокол, эвакуациялаусы машина, “төшөргән” ханымды такси менән ҡайтарып ебәреү. Эш ҙур күләмдәге штраф менән тамамланыр ине лә, тик... йәнә көслөлөгөңдө күрһәтергә кәрәк бит. Протокол төҙөп бөтөүгә инспекторҙар янына бер полиция подполковнигы килеп етә һәм “хәл-де үҙ-ара ғына хәл итергә” тәҡдим итә. Подполковник та ябай түгел шул, министрлыҡтың “эре балығы”. Шулай ҙа, Аллаға шөкөр, ғәҙеллек яғындағылар ҙа бар бит погонлылар араһында – инспекторҙар нәҡ шу-лай булып сыға. Үкенескә ҡаршы, үҙҙәренең һаулығын зыян аҫтына ҡуйып, әлбиттә. “Үҙ-ара” ғына сисә алмағас, подполковник коллегаһына тибергә лә тартынмай. Әлеге мәлдә был мөһим әфәнде ҡулға алынған, ти. Ғөмүмән, тикшереү эше бара. Иң мөһиме: көләмәстәге һымаҡ патруль экипажы ғына ғәйепле булып ҡалмаһын инде.
Төнгө клубҡа кемдәр генә йөрөмәй
Власть вәкилдәренең көс һынашыуы хаҡында ла әленән әле ишетеп торабыҙ. Ҡасандыр Жириновскийҙың ғына һуғышыуын күрә инек телевизорҙан, хәҙер иһә был күренеш модаға әйләнеп китте һымаҡ. Мәҫәлән, шулай уҡ ошо көндәрҙә Хәйбулла районы хакимиәтенең бер вәкиле төнгө клубта урындағы уҡыу йорттарының береһендә белем алған студенттар менән низағҡа инә. Студенттар интернетта яҙыуынса, тәү башлап власть вәкиле килтереп һуҡҡан, ә полицияға үҙенә һөжүм иткәндәр тип яҙған. Һәр хәлдә, тикшереү барыһын да асыҡлар. Иң мөһиме: йәнә көләмәстәге һымаҡ килеп сыҡмаһын тип ҡабатланырға тура килә. Нисек кенә булмаһын, хакимиәт вәкилдәренең клубта һуғышып йөрөүе бер кемде лә биҙәмәй.
Ғәйепһеҙҙәрҙең ғәйепле булып ҡалыуы, үкенескә ҡаршы, Рәсәйҙә киң таралған күренеш. Бер билдәле боксерҙың шулай уҡ төнгө клубта бер егеткә һуғыуы иҫкә төшә ошо урында. Суд ҡарары буйынса егет боксерҙың һуғыуынан түгел, ҡолап барғанда тимер баҫҡыс яндауырына бәрелеүҙән үлгәйне. Был һүҙ ыңғайына ғына әйтелде, ғәҙеллек менән ғәҙелһеҙлек көрәше ул саҡта ла, унан алда ла булған, бөгөн дә дауам итә, кешелек ер йөҙөндә йәшәгәндә изгелек менән яуызлыҡ бил һынашыр ҙа һынашыр әле.
Ә шулай ҙа...
Эйе, кем нисек итеп үҙ көсөн күрһәтергә тырышып ята. Ә шул уҡ ваҡытта беҙҙең һүҙ запасынан, беләк көсөнән һәм ҡоралдан да көслөрәк нәмәләр барлығын онотоп китәбеҙ. Мәҫәлән, ошо көндәрҙә Стәрлетамаҡта бер түгел 4 янғын осрағы теркәлде. Бәхеткә күрә, ҡорбанһыҙ үтте ваҡиғалар. Ысынлап та, ниндәй генә ҡеүәтле булырға тырышмайыҡ, ошондай күренештәрҙән барыбер көслөрәк түгелбеҙ. Бурҙан ҡала, уттан ҡалмай, тип халыҡ юҡҡа ғына әйтмәй шул. Тик янғын ғына түгел, ҡайһы бер сирҙәр араһында ла көсһөҙ булып ҡала әҙәм балаһы. Юҡ, онкология хаҡында ғына түгел һүҙем. Ана, ящур вирусы нисек хафаға һалды! Күпме малдар ҡорбан ителә, ә был сир балаларға йоҡһа, хәүеф тыуҙыра ти белгестәр. Шулай булғас, кем көслөрәк?!.
Читайте нас