Ашҡаҙар
+30 °С
Болотло
Яңылыҡтар
31 Декабрь 2020, 21:00

Кеше этлеге өсөн эт ғәйеплеме?

Яңыраҡ Өфөлә 6 йәшлек малайҙы паркта йөрөгән мәлендә морондоҡһоҙ эт талай. Сабыйҙың йәшәү өсөн мөһим органдары саҡ тешләнмәй ҡала.

Үкенескә ҡаршы, бындай осраҡ баш ҡалала тәүгә тер-кәлмәй. Бер хәл хатта үкенесле тамамланды: хужа-һыҙ йөрөгән эт өйөрө бер баланың башына етте. Тик, хужаһыҙ булһынмы, әллә эйәле килеш тә морондоҡһоҙ сап-һынмы, һис шикһеҙ, сабыйҙарҙың “дуҫтар” тарафынан тешләнеүе башлыса кешенең ғәйебе арҡаһында. Әлбиттә, теге саҡ ба-ланың үлеменән һуң шау-шыу ныҡ ҡупты, тик нисек ҡупты шулай упты. Дөрөҫөн әйткәндә, был хайуандан һаҡланыу йәһәтенән закон аныҡ ҡына тәҡдимдәр килтермәй. Мәҫәлән, элек ауылдарҙа ауыл биләмәһе хакимиәте берәҙәк эттәрҙе юҡ итә ала ине, хәҙер уларҙан был хоҡуҡ тартып алынды. Ә шулай ҙа... тәртип булдырам тиһәң, юлдары барыбер табылалыр ул. Тик эт – эткә, эт – ҡойроҡҡа ғына булмаһын...

Эттәр проблемаһы Стәрлетамаҡ өсөн дә ят түгел. Әлбиттә, беҙҙә үкенесле хәлдәр теркәлгәне юҡ. Һәр хәлдә, һуңғы ваҡытта. Уның ҡарауы, сәнәғәт зоналарында, төҙөлөш объекттары янында өйөр-өйөр эттәр йөрөгәне бер кемгә лә сер түгел. Шәхсән үҙем Элеватор урамында был күренешкә көн дә тиерлек тап булам. Үкенесле хәлдәр теркәлмәне тиһәк тә, төҙөлөш барған урындарҙы ҡарауыллаған һаҡсыларға эттәр ташланыуы тураһында ишетелмәне түгел. Алдағыһында был өйөрҙәр нимә ҡылырын инде бер Хоҙай белә.

Хужаһыҙ эттәр – бер, эйәлеләр-ҙең кешегә ташланыуы, тешләүе аптырата. Мал аҫырағас, яуаплы булыу тигән төшөнсә лә бар бит әле. “Минеке йыуаш ул”, “бәләкәй көсөк кенә бит әле”... Ғәмәлдә, бәләкәй көсөктөң ҙур проблемалары етерлек.

Мал тигәндән, яуапһыҙ хужалар бер эттәргә генә бәйле түгел. Ҡарауһыҙ һыйыр-аттар арҡа-һында ла бихисап аяныслы ваҡиғалар булып тора. Йәнә Өфө юлында, йәнә шул көндәрҙә трассала ҡапыл аттар өйөрө килеп сығып, бер сит ил машинаһы ВАЗ өҫтөнә барып менгән. Хәйер, ниңә Өфөгә тиклем йыраҡ китергә, миҫалдар күршеләрҙә лә туп-тулы: Ишембай районында ат-һыйыр арҡаһында юлда бер нисә авария теркәлде. Ҡарайған ауылы аша Стәрлетамаҡ-Ишембай юлынан үткәндә туҡталыштарҙа хәл йыйған быҙауҙарға, юл сатында көйшәп ятҡан кәзәләргә ошо көндәрҙә генә тап булырға тура килде.

...Берәй кешене эт тешләһә, хайуанды тикшергәс, ата һалалар, һуң эт ғәйеплеме ни, кешеләр кешеләргә эт һымаҡ ҡарағас!
Читайте нас