Ашҡаҙар
+24 °С
Болотло
Яңылыҡтар
31 Декабрь 2020, 21:00

КЕШЕЛЕККӘ БАҒЫШЛАНҒАН ИЖАД

Бик мөләйем кеше ине Флорид ағай Бүләков. 2011 йылдағы яҙыусылар съезында танышып арала-шырға насип булғайны. Оҙаҡ йылдар Ишембайҙа йәшәп ижад иткәнгәме, бәлки, уны драматург булараҡ тап беҙҙең төбәк – Стәрлетамаҡ һәм Салауат драма театрҙары асҡанғамы, үҙ күреп һөйләшкәйне ул. Күберәк аралашып, драматургтың ижад донъяһын нығыраҡ өйрәнеп ҡалынмаған – шуныһы үкенесле.Пьесалары Рәсәйҙең, Ҡаҙағстан-дың, Украинаның, Белоруссияның, Монголияның, Төркмәнстандың, Лит-ваның, Латвияның 150-нән ашыу театрында ҡуйылған танылған дра-матург, Башҡортостандың халыҡ яҙыусыһы Флорид Миңнулла улы Бүләковҡа 23 февралдә 70 йәш тулған булыр ине.

Флорид Бүләков драматургияһы серҙәрен өйрәнәһе лә өйрәнәһе әле. Беҙ шуныһы менән ғорурлана алабыҙ: иң беренсе беҙҙең театрҙар сәхнәһенә сыға Ф. Бүләков пьесалары. Үҙе билдәләүенсә, сәхнәгә ҡуйылған тәүге сәхнә әҫәре – “Баллы ай” була, уны Стәрлетамаҡ рус драма театры сәхнәләштерә. Башҡорт театры сәхнәһенә Флорид Бүләковты танылған режиссер Гөлдәр Мозафар ҡыҙы Ильясова алып сыға. Салауат башҡорт драма театрында “Ҡанатланып ос һин, Толпарым!” әҫәре сәхнәләштерелһә, Стәрлетамаҡ башҡорт драма театры “Онотолған доға” спектаклен ижад итә. 1994 йылда Ф. Бүләков, Г. Ильясова, И. Филиппова “Онотолған доға” спектакле өсөн Салауат Юлаев исемендәге дәүләт премияһына лайыҡ була. Ҡалабыҙ тамашасылары шулай уҡ драматург пьесалары буйынса Стәрлетамаҡ башҡорт драма театры ҡуйған “Аптыраҡ”, “Һөйәһеңме–һөймәйһеңме?”, “Мәскәү – Васютки” спектаклдәрен һағынып хәтерләй. Уларҙа төп ролдәрҙе уйнаған Башҡортостандың халыҡ артисы Ниса Бакирова хәтирәләрен тәҡдим итәм. Театрыбыҙ тарихы, уны бар иткән ижад кешеләренең яҙмышы, фиҙаҡәр хеҙмәте сағыла уларҙа:
“Миңә Флорид Бүләков пьесалары буйынса Стәрлетамаҡ башҡорт дәүләт драма театры сәхнәһендә ҡуйылған бөтә спектаклдәрҙә лә уйнарға насип булды. Иптәшем – халыҡ артисы Филарит Бакиров менән бергә ижад иткән спектаклдәр булараҡ бик ҡәҙерле улар миңә. Тыуған яҡтары – күрше генә райондар – Мишкә менән Балтас – булғанғамы, драматург менән иптәшем бик яҡын аралашты, һәр саҡ телефондан хәбәрләшеп торҙолар. Хатта ҡайһы берҙә матбуғатта уларҙың исемдәрен яңылыш бутаһалар, үҙ-ара шаяртышып ала торғайнылар.
Хәтеремдә, Ф. Бүләков спектаклдәрен эшләгәндә, Филарит Бакиров йыш ҡабатлай торғайны: “Ҡойо ҡаҙыта бит, ҡойо ҡаҙыта!” Тормошто күргән, оҙаҡ йылдар журналист та булып эшләгән драматург пьесалары ҡатлаулы-ҡатлаулы, характерҙары ла, мәғәнәләре лә тәрәндән-тәрән шул. Уның спектаклдәрендә уйнарға түгел, ошо тәрәнлектә йәшәй алырға кәрәк ине. Иптәшем ҡапыл китеп барғас, “Мәскәү-Васютки” спектакле ҡыҫҡа ғүмерле булды – шуныһы ныҡ үкенесле.
Ф. Бүләковтың Стәрлетамаҡ башҡорт драма театрында ҡуйылған өс пьесаһын (“Аптыраҡ”, “Һөйәһеңме – һөймәйһеңме?”, “Мәскәү – Васютки”) Филарит Бакиров башҡорт теленә тәржемә итте. Драматург үҙе ышанып тапшырҙы уға был бурысты. Бик ҡатмарлы ижад ине тәржемә, ул шул тиклем һүҙгә иғтибарҙы, һәр деталдең нескәлеген бирә алыуҙы талап итте. “Характерҙарҙың үҙенсәлегенән сығып кил тәржемәгә”, – тип әйтә инем иптәшемә. “Һөйәһеңме-һөймәйһеңме?” трагикомедияһын эшләгәндә, төп геройҙар тәбиғәтенә Абдулла менән Фатима исемдәре түгел, Ғәфүр менән Сәлимә нығыраҡ тап килә, тигән инек – Ф. Бүләков беҙҙең менән килеште, үҙебеҙҙең ихтыярға ҡуйҙы. Өфөлә был спектаклде М. Кәрим исемендәге Милли йәштәр театры сәхнәһендә уйнаныҡ. Драматургтың килерен дә белмәй инек. Ә ул тамашасылар менән спектаклде ҡараған да, тамаша һуңында сәхнәгә йүгереп менеп, минең алдыма теҙләнде. Ошонан да юғарыраҡ баһаның булыуы мөмкинме актриса өсөн?!
“Мәскәү – Васютки” – психологик драма, унда беҙ – Бакировтар икәү генә уйнаныҡ. Был спектаклде эшләү бик ҡатмарлы ижади эҙләнеүҙе талап итте. Бөгөнгөләй иҫемдә, режиссер Азат Йыһаншин, рәссам Альберт Нестеров менән репетициялар бара, спектаклдең кульминацияһын – тетрәндергес нотаны таба алмайбыҙ. Зөлфәт Хәкимдең “Нимә булды һиңә бөгөн?” йыры ярҙам итте. Өйҙә йөрөйбөҙ, ошо йыр яңғырап киткәйне, терт итеп ҡалдым. “Филарит, тием, бына бит ул һин асырғанып әйтергә тейешле юғары нота: “Мин түгел – тәбиғәт!”. Туғыҙ балаһы тарафынан онотолған, яңғыҙлыҡҡа дусар ителгән кешеләр трагедияһы – был спектакль, хәтерләһәгеҙ. “Мәскәү-Васютки” Өфө, Мәскәү, Ҡазан ҡалаларында уйналды, “Туғанлыҡ” халыҡ-ара фестивалендә иң яҡшы спектакль булып танылды, ҡыҙғанысҡа ҡаршы, сәләмәтлеге сәбәпсе булғандыр – уны Флорид Бүләков үҙе ҡарай алманы. Спектакль Салауат Юлаев исемендәге дәүләт премияһына тәҡдим ителгәйне – үтмәне. Драматург менән телефон аша аҙаҡҡы һөйләшеү ҙә шуға бәйле булды. “Күңелегеҙ берүк төшмәһен. Үтмәһә лә, Салауат Юлаев премияһына дәғүә иткән спектакль тип әйтергә кәрәк тамашасыға”, – тигәйне ул.
Тамашасы һөйөүе беҙҙең өсөн һәр саҡ юғары наградаларҙан ҡиммәтерәк булды. “Бүләковты тик Бакировтар ғына уйнай ала” – тигән һүҙҙәрҙе ишетеү ҙә ҙур баһа ине беҙгә”.
Бик тетрәндерҙе мине Ниса апай менән һөйләшеү. Ижади асыштар, яҙмыштар менән бәйле тотош дәүерҙең тарихҡа күскәнен тойоуҙан, бәлки. Драматург – театр – тамашасы – ошо өс яҡлы бәйләнештең, тышҡы биҙәктәрҙә түгел, кешеләр күңелендә йәшәүе ҡиммәт бит.
Флорид Бүләков үҙенең ҡыҫҡа ғына яҙылған автобиографияһы һуңында ошо һүҙҙәрҙе теркәгән: “Бихисап премиялар лауреатымын, уларҙы һанауҙа бер мәғәнә лә юҡ. Шуны ғына яҙам: ейәнсәрем менән ейәнем бар – тормошто һөйөүем өсөн премиялар”.
Читайте нас