– Һеҙ кескәйҙәр менән эшләйһегеҙ, ә үҙегеҙ бала саҡта ниндәй инегеҙ?
– Үҙемде белә белгәндән бирле бик саян, тиктормаҫ, күпте белергә теләгән ҡыҙ инем. Бергә уйнап үҫкән балаларҙы һәр ваҡыт нимәгәлер өйрәтеү, уйындар ойоштороу, әкиәттәр һөйләү минең яратҡан шөғөлөм ине, ә йәй көндәре уларҙы эйәртеп, тыуған ауылым Шәрипҡолды (Ҡырмыҫҡалы районы) уратып алған урманға, емеш-еләккә алып барыу әллә ниндәй батырлыҡтай тойола ине.
– Тимәк, һөнәрегеҙ, ысынлап та, тәбиғәттән килә. Был оҫталыҡ артабан нығына ғына барғандыр?
– Беҙҙең быуын пионер, комсомол сафтарында нығынып үҫте бит! Ҙур тәрбиә мәктәбе булды ул.
Белорет педагогик училищеһында уҡығанда Сибай, Учалы, Баймаҡ, Бөрйән ҡыҙҙары менән дуҫлашып, аралышып йәшәнек. Уларҙа башҡорт рухының көслө булыуы, тел байлығы мине хайран ҡалдыра ине. Ысынлап та, ошо яҡтарҙа легенда, риүәйәттәрҙә һөйләнгән ысын башҡорттарҙың йәшәүенә инандым.
1982 йылда училищены тамамлап, ҡулға ирекле диплом алып, артабан уҡыуымды дауам итеү теләге менән Стәрлетамаҡ ҡалаһына юлландым һәм, теүәл фәндәргә ғашиҡ булып, пединституттың физика-математика факультетына уҡырға индем.
– Шулай ҙа математиканы түгел, тәрбиәсе эшен ғүмерлек юлдашығыҙ иткәнһегеҙ?
– Улдарым үҫтеләр, уларға балалар баҡсаһына йөрөй башларға ваҡыт етте, күп уйлап торманым, 1986 йылда ҡаланың 58-се балалар баҡсаһына тәрбиәсе булып эшкә урынлаштым. Эшем шул тиклем оҡшай, кескәй генә балаларҙы изгелеккә, тырышлыҡҡа өйрәтеүемдән, уларға төрлө яҡтан өлгө булыуымдан иҫ киткес ҡыуаныс табам. 1995 йылдар... Башҡорт теленә ҡарата йәмғиәттең ҡарашы үҙгәргән ваҡыт, балалар баҡсаларында башҡорт телендә һәйләшкән балалар өсөн башҡорт төркөмдәре эшләй башланы. Мин дә, үҙем кеүек телен яратҡан хеҙмәттәшем менән, беренселәрҙән булып 24 башҡорт балаһынан торған төркөм асып ебәрҙек. Уларға халҡыбыҙҙың телен, мәҙәниәтен, ғөрөф-ғәҙәтен өйрәтә башланыҡ. 17 йыл ошо баҡсала эшләгәндән һуң, ҡалабыҙҙа асылған 62-се башҡорт балалар баҡсаһына күстем һәм бөгөнгө көндә лә яратҡан «Толпарымда» эшләп йөрөйөм.
Әммә педагог үҙ ҡаҙанында ғына ҡайнап йәшәргә тейеш түгел. Ошо маҡсаттан сығып, 2012 йылда ҡалала үткән «Йыл педагогы» конкурсында, ә икенсе йыл республика кимәлендә ҡатнаштым. Ғөмүмән, һәр саҡ өйрәнеп, яңылыҡ туплап эшләргә тырышам. Шуға бар белгәндәремде йыйып, төйнәп, тәрбиәселәр өсөн ҡулланма яҙырға ниәтләнеп йөрөйөм.
– Уйлаған уйҙарығыҙ тормошҡа ашһын!
– Рәхмәт. Балалар тыуып торһа, ҡала мөхитендә йәшәгән атай-әсәйҙәрҙең рухы һүрелмәһә, хыялдарым, ысынлап та, тормошҡа ашыр ҙа ашыр әле.