Мәғлүм булыуынса, ҡышҡы һыуыҡтар башланыу менән киҫкен респиратор вирус инфекцияһы һәм грипп ҡурҡыуға һала. Ә Европа илдәрендә киҙеү менән ауырыусылар бик һирәк осрай.
Әлеге мәлдә Башҡор-тостанда ОРВИ һәм грипп эпидемия кимәленән артып китмәһә лә, Рәсәйҙең ҡайһы бер төбәктәрендә, балаларҙың күпләп ауырыуы сәбәпле, мәктәптәрҙең ваҡытлыса ябылыу осраҡтары бар.
“Башҡортостан Республикаһында эпидемиология һәм гигиена үҙәге” Федераль һаулыҡ һаҡлау учреждениеһының вирусология лабораторияһы бирелгәндәре буйынса, ғинуарҙа 6 грипп вирусы асыҡланған, 5-әүһе – В грипп вирусы, 1 - А H1N1.
Киҙеүҙән һаҡланыу өсөн түбәндәге ябай ғына кәңәштәрҙе үтәү ҙә ыңғай һөҙөмтә бирә:
– тәү сиратта, халыҡ күпләп булған урында, йәмәғәт транспортында битлек кейергә онотмағыҙ, уны 3-4 сәғәт һайын алмаштырып тороғоҙ;
– эпидемия осоронда йәмәғәт транспортында һәм халыҡ күп йөрөгән урындарҙа оҙаҡ булмаҫҡа тырышығыҙ;
– сирлеләр менән аралашмай тороғоҙ;
– әгәр ҙә аралашырға тура килһә, шулай уҡ йәмәғәт транспортында йөрөп ҡайтҡаандан һуң ҡулығыҙҙы, танау ҡыуышлығын һабынлап йыуығыҙ;
– шәхси гигиена ҡа-ғиҙәләрен үтәгеҙ (йү-тәлләгәндә ауыҙығыҙҙы һәм танауығыҙҙы ҡулъяу-лыҡ менән ҡапларға онотмағыҙ, был осраҡта ҡағыҙ салфеткалар ҡулла-ныу хәйерле);
бүлмәләрен мөмкин тик-лем йышыраҡ елләтегеҙ, температура режимын үтәгеҙ;
– С витамины күберәк булған аҙыҡ-түлек ашағыҙ (мүк еләге (клюква), ҡыҙыл көртмәле, тоҙло кәбеҫтә, лимон, апельсин, һуған, һарымһаҡ һ.б.).
Шулай уҡ табип менән кәңәшләшеп, иммунитетты күтәреүсе дарыуҙар ҡабул итергә мөмкин.
Әгәр ҙә грипп һеҙҙе еңә ҡалһа, йәғни температурағыҙ күтәрелеп, башығыҙ ярылып килһә, өшөп ҡалтырана башлаһағыҙ, быуындарығыҙ һыҙлаһа, кисекмәҫтән табипты йәки “тиҙ ярҙам” бригадаһын саҡыртырға кәрәк.
Тағы ла шуныһы мөһим: үҙ белдегегеҙ менән дауаланырға ярамай. Медицина ярҙамы менән дөрөҫ диагноз ҡуйып, үҙ ваҡытында дауаланыу мөһим, сөнки һуң дауалана башлау өҙлөгөүгә килтереүе ихтимал.