Имамдар Мөслим, Әл-Бохари, Әт-Тирмизи Пәйғәмбәребеҙ Мөхәммәттең, саллаллаһу ғәләй-һиссәләм: «Әгәр ҙә әтәс ҡысҡырғанды ишетһәгеҙ, Аллаһтан бәрәкәт һорағыҙ, сөнки ул фәрештәләрҙе күрә», – тип әйткәнен иҫтә ҡалдырғандар. Был хәҙистән аңлауыбыҙса, әтәстең күҙ төҙөлөшө кешенекенән айырыла. Ысынлап та, ҡайһы бер йән эйәләренең күреү йә ишетеү, хатта йөрәк менән тойоу мөмкинселектәре уғата үҙенсәлекле һәм көслө була икән.
Пәйғәмбәрҙәр тарихынан билдәле булыуынса, Сөләймән ғәләйһиссәләм хайуандар, ҡоштар телен аңлау, улар менән идара итә алыу һәләтенә эйә булған. Төрлө дини сығанаҡтарҙа ошо турала риүәйәттәр күп кенә һаҡланған. Сөләймән пәйғәмбәр, ғәләйһиссәләм, әйтеүенсә, әтәс үҙ телендә ошондай тәсбих әйтә икән: «Эй һеҙ, ғәмһеҙҙәр! Аллаһты иҫкә алығыҙ, мөһимдән ситкә тайпылмағыҙ!» Тимәк, дөрөҫ ниәт менән башла һәр көнөңдө һәм уны файҙалы үткәр. Минеңсә, бөгөнгө көндә ололар түгел, хатта балалар ҙа ваҡыттың тиҙ үтеүен тоя. Ваҡыт иҫәбендә һаҡсыллыҡҡа ынтылыу кәрәк һәммәбеҙгә иртүк тороусы әтәс өлгөһөндә!
«Аллаға ышан, үҙең ҡымшан»
Тағы ла бер хәҙистә әтәскә хас эшһөйәрлек һәм тырышлыҡ сифаттарына эйә булған ҡырмыҫҡа тураһында бәйән ителә: бер ваҡыт Сөләймән ғәләйһиссәләм ҡырмыҫҡанан бер айҙа күпме аҙыҡ ашауы тураһында ҡыҙыҡһына. Ҡырмыҫҡа уға ай буйына бер бөртөк бойҙайҙан артыҡ ашамауын белдерә. Пәйғәмбәр ғәләйһиссәләм бөжәктең шул ғына миҡдарҙа ризыҡланыуына ышанып бөтә алмай һәм уны тикшереп ҡарарға була. Бының өсөн тын керерлек кенә тишек ҡалдырылған быяла һауыт эсенә бер бөртөк бойҙай орлоғо һалып, ҡырмыҫҡаны шунда бикләп ҡуя.
Ай үтә. Әлеге һауытты ҡулына алған Сөләймән пәйғәмбәр аптырашҡа ҡала.Унда бикләнгән ҡырмыҫҡа тере, ә бойҙай бөртөгөнөң яртыһы ғына ашалған булып сыға. Сөләймән ғәләйһиссәләм: «Һин ай буйына бер орлоҡто ашап ҡуям, тигәйнең. Әле ниңә уның яртыһын ҡалдырҙың, бөтәүләй ашаманың?» – тип һорағас, ҡырмыҫҡа былай ти: «Эй Аллаһтың Илсеһе! Иректә сағымда Хоҙайҙың ниғмәттәренә өмөт итә һәм биргәндәренә шөкөр итә инем. Уның мине онотмаҫына, ас ҡалдырмаҫына һәр саҡ ышаныста торғас, өлөшөмә тейер ризыҡтың алдыма килеренә бер ваҡытта ла шигем булманы. Ә был юлы, Аллаһ Тәғәләнең биреренән тыш, мине туйындырыу бурысы һинең яуаплылығыңда ине. Һинең иҫле һәм ғәҙел булыуыңа өмөтләнергә мәжбүр булғас, бәлки, һин минең турала онотоп ҡуйырһың да, һауытты асмаҫһың, тип уйланым. Шуға күрә нисек кенә ҡыйын булмаһын, бойҙай бөртөгөн һаҡлап ҡына тотонорға ниәтләнем». Хәҙистәге был ваҡиғаны «туйғансы ашама, ҡуйғансы аша» тигән иҫкәртеүгә ярашлы туҡланыусылар үҙенсә аңлар. Аҙ ашауҙың сәләмәтлеккә ҙур файҙа килтергәнен белеп, хәҙер күптәр уны йәшәү рәүешенә әйләндерергә тырыша. Был хәҙистең тағы ла бер хикмәтен беҙҙең халыҡ «Аллаға ышан, үҙең ҡымшан» тигән мәҡәлгә һыйҙырған. Донъяуи диндәрҙә артығын тотоноу, сама белмәү тураһында хәҙистәр күп кенә. Бына шуларҙан Хишам ибн Мусанна еткергән тағы ла берәү: «Бер ир кеше Имам Садиҡтан, Аллаһ Тәғәлә унан риза булһын, Аллаһтың ҡушҡанын аңлатып биреүен һорай: «Уңышты йыйып алғас, кәрәгенсә таратып бирегеҙ, әммә ләкин үтә шаштырмағыҙ, Ул туҙҙырыусыларҙы яратмай». «Ерен үҙе эшкәртеп, иген сәскән берәүҙең баҫыуында ашлығы бик уңған,ти. Уңышын йыйып алғас, ул уны хәйер-саҙаҡа итеп мохтаждарға таратып бирә. Үҙен һәм ғаиләһен бер нәмәһеҙ ас ҡалдырған был кешенең ҡылығын Аллаһ Тәғәлә туҙҙырыу, әрәм-шәрәм итеү тип атай», – тип төшөндөрөп бирә Имам Садиҡ.
Шулай итеп, тормош һабаҡтарымы, халыҡ ижадымы, дин тарихымы – барыһы ла әҙәм балаһын алтын урталыҡты табып, һәр нәмәлә сама белеп, аҡыл менән йәшәргә өйрәтә. Ә быға үҙ сиратында иҫәп-хисап менән татыу булмаҡ кәрәк!
Секундтарҙан – минуттар, минуттарҙан – сәғәттәр, сәғәттәрҙән – тәүлектәр йыйыла, уларынан – айҙар, йылдар китә... Ғүмер үтә. Иҫке йыл менән Яңы йыл араһында ошо ғүмеребеҙҙең һанаулы бер мәлдәрҙән генә торғанын иҫкә төшөрәйек әле. Ул да, сәғәт кеүек, 12-шәр йылдан торған ҡулсаларҙан тора имеш. Әммә һәр береһенең үҙ тәғәйенләнеше, үҙ йөкмәткеһе. Донъя ҡуласа, әйләнә лә бер баҫа, тип тигенгә әйтмәгән боронғолар. Һәр ҡайһыбыҙға уртаҡ уның дөйөм талаптары:
Кеше ғүмеренең тәүге ҡуласаһы, ғүмер башы, ғүмер таңы, тормош даръяһының йәншишмәһе. Ул кешегә әйләнә-тирәне, ысынбарлыҡты таныу, донъя менән тәүбашлап танышыу, тормош ҡағиҙәләрен үҙләштереү өсөн тәғәйенләнгән. Ошо миҙгелдә тәпәй баҫып, тәүге һуҡмаҡтарынан атлап китергә, һөйләшергә, кеше менән аралашырға өйрәнергә, уҡый-яҙа-иҫәпләй белергә өлгөрә әҙәм балаһы. Ысын таң – ул яҡтылыҡҡа әйҙәй, нурлы була, ҡояшлы-аяҙ көн вәғәҙә итә, алдағы көнгә ышаныс тыуҙырырға тейеш. Был осор баланы ата-әсәһен, туғандарын, дуҫтарын, илен яратырға өйрәнеү өсөн дә бүленгән. Бала нәмә яҡшы, нәмә насар икәнде айыра, үҙенең мөмкинлектәрен аса, көсөн-һәләтен һынай. Ошо арауыҡ сифатлы үтелмәһә, балала шәхес тәрбиәләнмәй. Йәғни ул дөйөм кешелек ҡиммәттәрен, идеалды бик һайҙан – ҡалаҡтағы һыу төбөнән генә эҙләргә өйрәнә. Матди байлығы ғына түгел, рухи даръяһы ла бик ярлы буласаҡ уның киләсәктә. Ваҡсыллыҡ – уның төп һыҙаты. Беҙҙең илдә 99% кеше шулай тәрбиәләнә!100-ҙән бер балаға ғына рух бөйөклөгө, күңел һыйҙырышлылығы бирелә: һыу икән – ул океан, һауа икән – ул йыһан киңлегендә өйрәнелә, фән дә уның өсөн икһеҙ-сикһеҙ арауыҡ, мөхәббәт тә – уның өсөн бөйөк төшөнсә. Ошондай өлөш яҙһын балаларыбыҙға!
Ғүмер яҙы. Асылыу, төргәктән, һәр төрлө ҡыҫымдарҙан сығып, киҙелеү, яҙылыу, үҙаллылыҡҡа өлгәшеү. Йәшлек. Сәскә атыу осоро. Мәле, әмәле, ғәмәле – барыһы ла бирелә үҙеңә. Кеше үҙенә бирелгән бөтә көс-ҡеүәтен, мөмкинселектәрен үҫтерергә, тормошоноң нигеҙен, шәхесенең үҙәген төҙөргә тейеш. Үҙаллы тормош юлына баҫып, уҡыуҙы тамамлап, һөнәр ала, ғаилә-оя төҙөй. Был бурыстарҙы ул ошо арауыҡта үтәмәһә, уның алдағы ғүмере ҡағылып-һуғылып үтәсәк. Һабанда һайрашмаһаң, ырҙында ыңғырашырһың, ти халыҡ мәҡәле был турала.
Йәйелеп китеп донъя көтөр сағың! Сәскә атыу осоро туҡталып, емештәр яралыу мәле. Пландар тормошҡа ашырыла, үҙ яҙмышыңа үҙең яуап бирәһең, үҙ йөгөңдө үҙең тартаһың. Кеше үҙен-үҙе аямай эшләй, көс- ғәйрәте ташып тора. Ҡабаланыу, яңылышыуҙар ҙа был осорға хас әле, ләкин уларҙы ошонда уҡ хәл итеп өлгөрмәһәң, киләһе тормошоң өсөн бик күп юғалтыуҙар, үкенестәр килтерәсәк улар.
Йәйге селлә сыға торған осор. Кеше инде яулайһы үрҙәрен яулаған, абруй ҡаҙанған. Үҙе һайлаған тормош юлын ҡабаланмай-сәбәләнмәй генә үтә бирә. Быға тиклем үҙ юлың тапалмаған, шымартылмаған, йортоң төҙөлмәгән булһа, ҡапыл үҙгәртеп ҡороу һәләкәткә илтеүе ихтимал. Быға тиклем өлгәшелгән уңыштарҙың емешен татырға, тынысланырға ваҡыт. Балаларыңдың йәше инде икенсе түңәрәктә: һин уларға тормош тәжрибәңде, күңел байлығыңды, аҡыл өлгөңдө тапшырырға, уларҙы юлға баҫтырырға бурыслы. Шулай булмаһа, ғүмер көҙөң ямғырлы булыуы, яңғыҙлыҡта үтеүе ихтимал... Онотма: себеште көҙ һанайҙар!
49-60 йәш. Ғүмерҙең алтын көҙө
Көҙ – өҙ! Байлыҡ, муллыҡ осоро – йыйып ҡына өлгөр! Быға тиклем уҙғарған ғүмереңдең һөҙөмтәһе: ни сәсһәң, шуны урыр мәл. Кеше инде олатай-өләсәй булған.Оло атай һәм оло әсәй! Фани донъя артынан ғына ҡыуып етеп булмаҫ, рухи ҡиммәттәр тураһында уйланырға күптән ваҡыт. Аллаһ Тәғәләгә һыйынып, мәңгелек әхирәт донъяһына, күңел аһәңенә ынтылыу хас булырға тейеш был матур осорға. Шул саҡта кешелекле, тәүфиҡлы, иманлы итеп тәрбиәләгән балаларыңдың балалары – хас та көҙгөләге сағылышың! Һиңә тартылып, хөрмәт итеп торһалар үҙеңде – тимәк, бәхетле ҡартлыҡ бирелгән һиңә! Быға тиклем улар өсөн тир түкһәң, балаларың хәҙер үҙҙәре ярҙам итә һиңә.
61-72 йәш. Ғүмер көҙөнөң аҙағы
Көҙгө уңыштар йыйылған. Ҡоштар киткән, япраҡтар ҡойолған.Тәбиғәт ҡышҡы йоҡоға әҙерләнә. Кеше лә шулай: нимәнелер үҙгәртеү, яңынан башлау хәҙер инде мөмкин түгел. Һуң. Йәшлектә уҡыу – ташҡа яҙыу, ҡартлыҡта уҡыу – боҙға яҙыу. Ләкин онотма: хәҙер инде һин тормош арбаһын һөйрәй-һөйрәй, аҡыл туплаған, фекер төйнәп, шуларҙы кешеләргә тарата алырҙай аҡһаҡал – ағинәй, ил атаһы – ил инәһе. Оло дәрәжәле кеше. Сәстәреңә ятҡан ҡырау менән бергә аҡлыҡ, паклыҡ хас һиңә, күңел киңлегенән, күңел тәрәнлегенән килгән аҡыл нурың барыһына ла етергә тейеш!
Үҙеңдең дә хәлең хәҙер ҡыштыр-ҡыштыр ғына...Тынлыҡ, сабырлыҡ, сафлыҡ бирелгән һиңә. Барыһына ла үҙең өлгәштең. Ҡартайғаныңды йәштәргә ҡарап бел.
82-96 йәш. Донъя бер беҙҙән генә ҡалмаған.
96-108 йәш. Ошо йәштәргә етеүселәр ҙә юҡ түгел халыҡтар араһында. Бигерәк тә япондар араһында күп икән улар.Сәбәбен уларҙың бик тырыш, һәр саҡ яҡшыға өмөтләнеп, ыңғай кәйефтә йәшәүсе, бер-береһенә ҡарата мәрхәмәтлелектә өлгө булырлыҡ милләт булыуы менән аңлата ғалимдар. Дөрөҫтөр, тим. Фән, техника, сәнғәт, мәҙәниәт һ.б. өлкәләрҙә лә алға китеүҙәре шунандыр. Беҙгә лә шундай аңлы,берҙәм, көслө халыҡ булып үҫешергә яҙһын!
Хөрмәтле милләттәштәр! Ошо яҙмамды уҡыусы һәр ҡайһыбыҙға үрҙә һаналған тормош ҡулсаларының нисәнсеһендә булһа ла, үҙенә тәғәйенен имен-аман, рух күтәренкелегендә, иман байлығында үтергә яҙһын! Булғанды туҙҙырыу, ваҡытты әрәм-шәрәм итеү, өлөшөбөҙгә яҙғанды тотоноуҙа һаҡһыҙлыҡ күрһәтеү, иҫәпһеҙ тотоноу, барҙы юҡ итеү, бушҡа тәләф итеү, исраф итеү кеүек киҫәтеүҙәрҙе ишетеп кенә түгел, шуларҙан ғәмәлдә тыйылып йәшәргә насип итһен алдағы йылыбыҙҙа! 2018 йыл Башҡортостанда Ғаилә йылы тип иғлан ителде. Туған-ара, кеше-ара мөнәсәбәттәрҙә лә бер-беребеҙгә иғтибарлы, һаҡсыл, ярҙамсыл булып, барҙың ҡәҙерен белеп йәшәйек!