Климатты өйрәнеүселәр фекеренсә, был миҙгел тәүлектең уртаса температураһы 0-дән түбән төшкән ваҡытта башлана. Температура тигәндән, иң һыуыҡ урын һәм көн буйынса рекорд ҡуйылған – Антарктидала 2013 йылдың 8 декабрендә - 91,2 градус булған.
Ҡыш тигәс тә беҙ, климатыбыҙға ярашлы, уны һыуыҡ төшөү аша күҙ алдына килтерәбеҙ, ә ҡайһы бер ерҙә ҡар менән бәрешеп уйнай алмайҙар, рәхәтләнеп бит алмалары ҡып-ҡыҙыл булғансы өшөргә лә мөмкинселек юҡ. Ә ҡайһы саҡ йәй уртаһында ла күңел ҡышты талап итә башлай. Мәҫәлән, Францияла Людовик XIV-нең ҡатынының бер мәл сана шыуғыһы килеп китә – тышта йәй. Хәләл ефетен өҙөлөп һөйгән батша ҡолдарына тоҙ һәм шәкәрҙән “ҡар өйөмө” яһараға ҡуша… Бына шулай, кем ҡышты ярата, кем – ҡатынын. Тик берәүҙәр ҡышты үҙ итһә, икенселәр унан үлемдән ҡурҡҡан һымаҡ ҡурҡа. Туңып үлеүҙән шөрләй икән ундай ауырыуҙар. Ә бына әлеге сирлеләр Иркутск өлкәһенә барыр инеме икән, сөнки нәҡ унда ҡыш миҙгеле исемен йөрөткән ҡала бар. Нисек кенә булмаһын, беҙгә “Зима”ға барырға кәрәкмәй, ҡыш үҙе килә. Ана, нисек ерҙе ап-аҡ хозурлыҡ ҡаплап алды…