Ашҡаҙар
+30 °С
Облачно
Яңылыҡтар
31 Декабря 2020, 21:00

Кинйә булып Арыҫлан үҫә!

Гөлнара менән Зиннур Сөләймәновтарҙың ғаиләһендә бынан 19 йыл элек тәүге сабыйҙары донъяға килә. Атай-әсәй ҡыҙҙарына Айым тип исем ҡуша. Хәҙерге көндә был ҡыҙ үҫеп етеп, инде атаһының юлынан китеп (Зиннур – Стәрлетамаҡ дәүләт башҡорт драма театры режиссеры), сәнғәт институтында белем ала. Ҡыҙ бала яңғыҙы килмәй ғаиләгә – алты йылдан Сөләймәновтарҙың йәнә ҡыҙҙары тыуа. Нурия ла апай кеше хәҙер – уның 6 йәшлек Ләйлә исемле һеңлеһе бар.

Өс ҡыҙ... Ниндәй бәхет бит был! Кемдер атаһы юлынан китһә, бәлки, кемдер әсәһе эҙенән барып, тәрбиәсе һөнәрен һайлар. Иң мөһиме, һау-сәләмәт, ата-әсәләре һымаҡ яҡшы күңелле кешеләр булып үҫһендәр. Эйе, өс ҡыҙ... Шулай ҙа атай кеше дауамы, нәҫеле хаҡында уйлана бит һәр саҡ. Эх, бергә сатраш уйнарлыҡ, булған һөнәреңде өйрәтерлек, донъяңды ҡалдырырлыҡ һәм ҡарт көнөңдә таяныс булырлыҡ малайың булһа икән! Хоҙайҙың амин тигән сағына тура киләлер Зиннурҙың хыялдарға сумған был мәлдәре – Сөләймәновтар дүртенсегә бәпес алып ҡайтты! Хәҙер уларҙың улдары ла бар – Арыҫлан!
Хыял тиһәк тә...
– Дүртенсе балам булырын һәм малай тыуырын белә инем, – ти Зин-нур. Атай һиҙгерлегеме был, хәҙерге медицина үҫешеме – уныһы инде ғаилә сере булып ҡалһын. Иң мөһиме, Сөләймәновтар бәхеттәренең етенсе күгендә гиҙә бөгөн. Арыҫланды улар бала тәмен инде бөтә нескәлектәре менән тойорға өйрәнгән йәштәрендә тупылдатып һөйәләр бит!
Читайте нас