Ашҡаҙар
+24 °С
Болотло
Яңылыҡтар
31 Декабрь 2020, 21:00

Коммуналь хеҙмәттәргә хаҡ күтәрелә

2018 йылдың 1 июленән Башҡортостанда коммуналь хеҙмәттәргә хаҡ арта.

Ил хөкүмәте бойороғона ярашлы, республикала түләү ҡағыҙындағы дөйөм сумма уртаса 5,9 процентҡа ҡиммәтләнә. Төбәктә газ менән тәьмин итеү уртаса 3,4 процентҡа, электр менән тәьмин итеү – 5, йылытыу – 5,26, һыу менән тәьмин итеү – 6,06, һыу бүлеү 14,09 процентҡа арта.
Законға ярашлы, республикала муниципалитеттар буйынса тайп-ылыштар 2,5 проценттан артмаҫҡа тейеш. Ләкин ҡағиҙәнән ситләшеү осраҡтары ла бар: торлаҡ-коммуналь хужалыҡ өлкәһендә концессия килешеүҙәрен һәм инвестиция проекттарын тормошҡа ашырғанда төбәк етәксеһе бойороғо менән ҡайһы бер муниципалитеттарҙа сикке индекстың артыуы мөмкин.
Читайте нас