Стәрлетамаҡ Ағинәйҙәр ҡоро ҡала башҡорттары ҡоролтайы менән берлектә “Өләсәйҙәр һәм ейән-ейәнсәрҙәр” конкурсы уҙғарҙы. Ғаилә йылына арналған был сара Жәлил Кейекбаев исемендәге 3-сө гимназияның тамаша залында үтте.
Байрамға Стәрлетамаҡ, Салауат ҡалаларынан, Ишембай, Стәрлетамаҡ, Ғафури райондарынан ағинәйҙәр ҡоро, Стәрлетамаҡ башҡорттары ҡоролтайы башҡарма комитеты ағзалары, башҡорт ҡатын-ҡыҙҙарының “Ағинәй” йәмәғәт ойошмаһы етәксеһе, “Киске Өфө” гәзите мөхәррире Гөлфиә Янбаева һәм уҡыусылар, ата-әсәләр саҡырылғайны.
Конкурста ҡатнашыусы 5 өләсәй һәм 5 ейән (ейәнсәр): Айбулат Ваһапов менән өләсәһе Эльвира Мөхәмәҙи ҡыҙы Асҡарова; Азалия Райымғужина менән өләсәһе Тәнзилә Ғәли ҡыҙы Ғайсина; Алмаз Ҡарабаев менән өләсәһе Миңниса Хөббөтдин ҡыҙы Аҡкөбәкова, Рау-шания һәм Айбулат Мансуровтар менән өләсәйҙәре Рауза Биктимер ҡыҙы Мозафарова; Алмагөл Хәмзина менән өләсәһе Рәсимә Ғатауллина һәм ҡиәмәтлек өләсәһе Рәхимә Әхтәм ҡыҙы Хәйбуллина зал тулы тамашасы һәм жюри комиссияһы алдында һынау тотто.
Әйтергә кәрәк, байрам тәүге тапҡыр уҙғарылһа ла, бик йәнле үтте. Һәр ғаилә командаһы дәррәү әҙерлек һәм ойошҡанлыҡ менән сығыш яһаны. Төрлө тарафтарҙа тыуып-үҫкән өләсәйҙәр үҙҙәренең тормош һабаҡтары менән бүлеште. Улар ҡыҫҡа ғына ваҡыт эсендә ейән-ейәнсәрҙәренә ниндәй матур тәрбиә биреүҙәрен күрһәтә алды. Өләсәйҙәр ейән-ейәнсәрҙәре менән бергәләшеп таҡмаҡтар, ҡобайырҙар әйтте, йырланы, бейене, үҙҙәре лә төрлө музыка ҡоралдарында уйнаны. Уларҙың эҙләнгәнлеге, яҡшы әҙерләнгәнлеге күренеп тора. Әйтеш әйтеү, шәл бәйләү кеүек йолалар менән бергә, өләсәй һандығына бәйле матур күренештәрҙең булыуы тап ошо хаҡта һөйләй. Өләсәйҙәрҙең дә һәм кескәйҙәрҙең дә милли кейемдәр кейеп сәхнәгә сығып баҫыуҙары ғына ла үҙе ни тора!
Конкурсанттарҙың сығыштарын Стәрлетамаҡ башҡорттары ҡоролтайы башҡарма комитеты ағзаһы Ғәфүр Хәйетҡолов етәкселегендәге жюри комиссияһы баһаланы.
Конкурс йомғаҡтары буйынса һәр ҡатнашыусы ғаиләнең сығышы юғары баһаланды. Кемде лә булһа айырып ҡына еңеүсе тип әйтеп булмай, һәр сығыш үҙенсәлекле һәм сағыу булды. Уларҙың һәр ҡайһыһы “Иң яҡшы өләсәй”, “Иң зирәк өләсәй”, “Иң матур өләсәй”, “Иң һөйкөмлө өләсәй”, “Иң уңған өләсәй” номинацияларында урындар яулап, иҫ-тәлекле приздар һәм бүләктәр алды.
Шуныһы иғтибарға лайыҡ: конкурста өс йәштән алып ете йәшкә тиклемге балалар ҡатнашты. Нәҡ ошо осорҙа баланың күңеленә рухи орлоҡ сәсеү баһалап бөткөһөҙ әһәмиәткә эйә лә инде.
Ҡалабыҙҙың 62-се балалар баҡсаһы, “Торатау” балалар бейеү ансамбле (етәксеһе Рәил Лоҡманов), Салауат ҡалаһының 4-се крайҙы өйрәнеү китапханаһынан “Көмөш тәңкә” фольклор ансамбле (етәксеһе Гөлнара Хәйбуллина) сығыштары байрамды тағы ла нығыраҡ йәнләндереп ебәрҙе.
Әйткәндәй, ҡәләмдәшебеҙ Рәмил Мансуровтың биш йәшлек улы Айбулат “Торатау” балалар бейеү ансамблендә шөғөлләнә икән. Рәмилдең кейәү булараҡ ҡәйнәһенән, ә балаларының өләсәйҙән уңғанлығын күреп һоҡландыҡ та, шатландыҡ та.
Конкурс аҙағында һәр ғаиләнең тормошонан “Минең ял көндәрем” темаһына видео яҙмалар күрһәтелде. Мансуровтар ғаиләһенең “Бишбармаҡ” ашы, Салауат һәм Стәрлетамаҡ ҡала-ларынан ял сәғәттәренән күренештәр был ғаиләләрҙә матур тәрбиә биреүҙәре тураһында һөйләй.
Конкурстың төп әһәмиәте шунда: үҙеңдең өләсәйлек бу-рысыңды халыҡ алдына сығарып күрһәтер өсөн бала тыуғас та әҙерләнә башларға кәрәк, тигән фекер тыуа. Хәҙерге заман өләсәйе булыу үтә лә яуаплы, үтә лә ҙур тырышлыҡ талап итә. Өләсәйлек бурыстары күп яҡлы һәм уның тамырҙарының тәрәндә ятыуы тураһында уйландыра был сара. Ә инде ошо мөҡәддәс бурысты тейешенсә үтәр өсөн иң беренсе уның асылына төшөнөргә кәрәк. Балаңдың балаһы үҙеңә “өләсәй” тип өндәшерлек булһын! Йәғни өләсәйлек рухы ҡандан, әлмисаҡта ярал-ған тойғоларҙан килә. Быуындан-быуынға тап-шырылған йолаларҙы, телдән-телгә күсә кил-
гән һүҙ байлығын, ғөрөф-ғәҙәттәрҙе, тарихты ба-
лаларыңа, балаларыңдың балаларына өйрәтеп ҡалдырыу – былар барыһы ла өләсәйҙәрҙең төп бурысы.
Бынан йөҙ йыл элек кейәүгә сыға торған ҡыҙ бала йөн иләй, сигеү сигә, шәл бәйләй белергә тейеш булған булһа, хәҙер иһә бындай ҡул эштәрен белеүселәр өләсәйҙәр араһында ла һирәк. Уның ҡарауы, замана өләсәйе, машина йөрөтмәгән хәлдә лә, һис юғында интернет селтәрендә яҡшы аралаша белгән, виртуаль белемле, боронғолоҡ менән хәҙерге заман ағышын берҙәй юғарылыҡта тойомлай белгән алдынғы ҡарашлы вики-өләсәй ҙә булырға тейеш. Бына шундай ҡайнап торған заманда тәртипле, рухлы, иманлы бала тәрбиәләр өсөн өләсәй кеше үҙенең белемен туҡтауһыҙ камиллаштырып торорға, заман менән бергә атларға тейеш. Киләсәктә милләтебеҙ төҫһөҙ бер массаға әйләнмәһен тиһәк, көслө рухлы быуын тәрбиәләү өсөн тап ана шундай алымдар менән эш итергә кәрәк.
Баймаҡ, Әбйәлил, Хәйбулла яҡ-тарында бындай байрамдар яңылыҡ булмаһа ла, беҙҙең ҡала шарттарында ул беренсе тапҡыр уҙғарылды. Шуға ҡарамаҫтан, ҙур ойошҡанлыҡ менән үтте, тип әйтергә була. Ағинәйҙәр ҡоро етәксеһе Башҡортостандың атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре Вәсилә Халиҡова был изге эшкә тотонорға йөрьәт иткән, афарин, тиергә генә ҡала. Тимәк, ағинәйҙәр йырлап-бейеп кенә йөрөмәй икән, тигән фекер тыуа. Әйткәндәй, сараның сценарий авторы ла, режиссеры ла - Вәсилә апай үҙе. Ул, сараны алып барыусы булараҡ, өләсәй образын да кәүҙәләндерҙе. Ә уның янында теле-телгә йоҡмай башҡортса татылдап торған малай менән ҡыҙҙың (3-сө гимназия уҡыусылары Айтуған Мөхәмәтйәнов һәм Айлина Дәүләткилдина) сәхнәлә үҙҙәрен ысын артистарса иркен тотоуы, тел байлығы һоҡландырҙы. Ошо балаларҙы рухлы итеп тәрбиәләгән ата-әсәләренә, уҡытыусыларына, ғөмүмән, Жәлил Кейекбаев рухын һаҡлаған гимназия коллективына рәхмәттән башҡа һүҙ юҡ.
Стәрлетамаҡтар эстафетаны Салауат ҡалаһына тапшырҙы. Шулай итеп, Ағинәйҙәр ҡорондағы был башланғыс киләсәктә дауамлы булыр, тигән теләктә ҡалайыҡ. Артабан әүҙемерәк булырға, эҙләнергә, эшләргә ҡала. Әйтәйек, ер-һыу атамаларын, үләндәр донъяһын өйрәнеү кеүек ҡиммәттәр – былар барыһы ла аҫабалыҡтан килә. Артабан ошо юҫыҡта ла эшләргә кәрәк, тип уйлайым.
Һүҙҙе йомғаҡлап шуны әйтергә теләйем, Ағинәйҙәр янында Аҡһаҡалдар ҡоро ла булһа бигерәк тә яҡшы булыр ине. Халҡыбыҙҙың аҡылын, зиһенен, хәтерен һаҡлаусы, һәр эште мәҡәл-әйтемгә бәйләп һөйләр сәсән телле ил ҡарттарының зирәк аҡылы, тапҡыр һүҙе етмәй беҙгә бөгөн. Бына шундай уйҙарға һала был сара.