Өләсәйем үҫкәндә, әлеге һымаҡ, телевизор, интернет булмағанда, бөтә белем сығанағы – радио, гәзит-журналдар, әҙәби китаптар ғына була. 9-сы синыфта уҡығанда, Өфөлә йәшәүсе Хәкимов Талха бабайҙарына барғанда, ғалим Жәлил Кейекбаев менән осраша. Жәлил бабай менән Талха бабай, күрше тороп, бергә ҡатнашып йәшәгәндәр икән. Өләсәйемдән, уҡырға ҡайҙа инергә теләүе тураһында һорашҡас, Башҡорт дәүләт университетының башҡорт бүлегенә инергә уйлауын белеп, Жәлил бабай бик шатлана.
– Уҡы, ҡыҙым, уҡы! Башҡорт телен бөтөрмәбеҙ, бәлки, мин дә уҡытырмын әле һине, – тип дәртләндерә. Ҡыҙғанысҡа күрә, өләсәйемде ул уҡыта алмай, 1968 йылда вафат була. Уның әйткән һүҙҙәрен өләсәйем һәр саҡ иҫендә тота. 40 йылдан ашыу башҡорт теле һәм әҙәбиәте уҡытыусыһы булып эшләй. Ишембай районы Сәлих мәктәбендә уҡытыусы булып хеҙмәт юлын башлай, артабан тыуған ауылы – Иҫәкәйгә ҡайтып, хаҡлы ялға сыҡҡансы, тел һағында тора. Бөтә белемен, дәртен, оҫталығын балаларға бирә ул. Өләсәйем үҙе гармунда, мандолинала, ҡумыҙҙа уйнай, бейей, башҡорт халыҡ йырҙарын йырлай. Һәм ошо бөтә һөнәрҙәрҙе уҡыусыларына ла өйрәтә. Һәр бер сығарған синыф уҡыусылары егеттәре – гармунда, ҡыҙҙары мандолинала уйнай белә. Күптәренә был һөнәрҙәр тормоштарында ла кәрәк була. Башҡортостандың халыҡ артисы, Салауат башҡорт драма театры актеры Риза ағай Мәһәҙиев, Стәрлетамак башҡорт драма театры актеры – Башҡортостандың атҡаҙанған артисы Фәһим ағай Әхмәтйәнов – өләсәйемдең уҡыусылары. Шулай уҡ тиҫтәләгән тел һәм әҙәбиәт уҡытыусылары, журналистар, фән эшмәкәрҙәре тәрбиәләп сығарған мөғәллимә ул. Өләсәйем Башҡортостан һәм төбәк-ара «Башҡорт теле йыл уҡытыусыһы-2007» конкурсы еңеү-сеһе, Рәсәй Федерацияһының мәға-риф алдынғыһы, «Рәсәйҙең иң яҡшы уҡытыусыһы» конкурсы еңеүсеһе һәм 100 мең һумлыҡ грант лауреаты.
Ул әле лә йәмәғәт эштәрендә әүҙем ҡатнаша. Ауылдағы күп саралар уның ойоштороуында һәм ҡатнашлығында үтә. Үҙешмәкәр сәнғәт фестивалдәре, фольклор байрамдары булһа, беҙ бөтә ғаиләбеҙ менән ҡатнашабыҙ.
Үрҙә әйтеп үткәнемсә, әсәйем дә – уҡытыусы, ул да – өләсәйемдең уҡыусыһы. Әсәйеңдең уҡытыусы булыуы – бигерәк тә, мәктәптә үҙе һине уҡытһа, икеләтә генә түгел, өсләтә яуаплылыҡ. Был яуаплылыҡ элек әсәйемдең үҙенә төшһә, хәҙер беҙгә – миңә һәм ике туғаныма төшә. Әсәйем Жәлил Кейекбаев исемендәге 3-сө гимназияла 20 йылдан артыҡ уҡытыусы булып эшләй. Ошо ваҡыт арауығында ул, биш балаға ғүмер биреп, «Әсәлек даны» миҙалы менән дә бүләкләнеп өлгөрҙө.
Әсәйем дә – үҙ эшенең ысын оҫтаһы. Кәрәк булһа, гармунда, мандолинала ла, гитара, думбырала ла уйнай; оҫта бейей, матур итеп шиғыр һөйләй, һүрәт төшөрә; киҫә-тегә, бәйләй. Бөтә ошо һөнәрҙәр – уға уҡытыусылыҡ эшендә лә файҙалы ярҙамсы. Әгәр берәй сара үткәрергә кәрәк булһа, бөтәһен дә үҙе эшләй ҙә ҡуя!
Мин хәҙер инде 9-сы класты тамамлау алдында торған ҡыҙ бу-лараҡ, күп нәмәгә үҙ ҡарашым бар. Минеңсә, уҡытыусы иң тәүҙә балаларҙы яратырға, уларға шәхес итеп ҡарарға тейеш. Шулай булһа ғына уҡытыусының үҙен дә хөрмәт итерҙәр, уның уҡытҡан фәненә лә ихтирам артыр ине. Уйҙарым тағы өләсәйемә йүнәлә. Ул – хәҙер 70-се йәште ҡыуған педагогия хеҙмәте ветераны. Уны әле лә олоһо ла, кесеһе лә хөрмәтләп, «Рәмилә апа» тип торалар. Йыш ҡына, кәңәштәр һорап, мөрәжәғәт итәләр. Әле ул беҙгә кеше булып үҫергә, киләсәктә тормошта үҙ урыныбыҙҙы табырға әҙер булырға өйрәтә. Бының өсөн беҙгә әле иң яҡын һәм күренеп торған өлгө – әлбиттә, әсәйебеҙ. Ҡала бәйгеләрендә генә түгел, республика кимәлендә төрлө конкурстарҙа призлы урындар яулаған уҡытыусы ул. «Башҡорт теле һәм әҙәбиәте йыл уҡытыусыһы» республика һәм төбәк-ара конкурсында ике тапҡыр ҡатнашып, еңеүсе булды.
Әсәйем оҫта ойоштороусы ла. 2017 йылда Иҫәкәй ауылында өләсәйем менән икеһе Әминовтар нәҫеленең Шәжәрә байрамын үткәреп, бик күп нәҫел-ырыу вәкилдәрен йыйҙылар. Йәш быуынға үҙ нәҫел-ырыу тарихын белеү – тыуған ер, ил тарихын белергә ярҙам итеүен күрһәттеләр.
Өләсәйем – уҡытыусы, әсәйем –уҡытыусы… Был сылбырҙы дауам итеп, мин дә – уҡытыусы, – тип әйтерменме, әлегә асыҡ ҡына белмәйем. Әсәйемдәр ҙә: «Уҡытыусы булырға тейешһең», – тип әйткәндәре юҡ. Шулай ҙа күңелемдә уларға оҡшарға тырышыу, уҡытыусы эшенең бөтмәҫ ваҡ мәшәҡәттәренә күнегеү, туҡтауһыҙ эҙләнеү-өйрәнеү аша ғына уңышҡа өлгәшеү мөмкинлеген аңлау кеүек орлоҡтар шыта башлағанын тоям.