Ашҡаҙар
+24 °С
Облачно
Яңылыҡтар
31 Декабря 2020, 21:00

Ләйсән финалға сыҡты!

Учалы районы Байрамғол ауылынан 9 йәшлек Ләйсән Золотарева Бөтә Рәсәй конкурсы финалына үтте.

Кескәй яҡташыбыҙ «Рәсәй 1» телеканалында барған “Синяя птица” программаһында “Урал батыр” эпосы менән сығыш яһап, барыһын да шаҡ ҡатырҙы. Жюри ағзалары нарыҡлауынса, “оркестр ҡыҙыҡай” “Урал батыр” эпосын тулыһынса яттан һөйләй алыуы, шул уҡ ваҡытта ҡурайҙа, думбырала уйнауы менән дә, “Сыңрау торна” башҡорт халыҡ йырын башҡарыуы менән дә хайран итте. Баһалама комиссияһы үҙенсәлекле ҡыҙҙы бер тауыштан еңеүсе тип билдәләне.
Ул һәм башҡа таланттар ҡатнашлығындағы тапшырыу сыҡ-ҡандан һуң PTICA.TV сайтында тауыш биреү ҙә уҙғарылды – кемдәрҙер компьютерҙан, планшеттан, ноут-буктан, кемдәрҙер Уатсапп аша кескәй артистарыбыҙ өсөн күберәк тауыш йыйырға тырышты. Оҡшаған ҡатнашыусы өсөн аҙна дауамында тауыш бирергә мөмкин булды. Көйәрмәндәр араһындағы алыш шәмбе көндө киске ун икегә тиклем дауам итте – улар, кем иң күп тауыш йыйыр икән тип, йөрәге сығырҙай булып күҙәтте.
Онлайн һәм смс-тауыш биреү йомғаҡтары буйынса проекттың ике ҡатнашыусыһы ла - Ләйсән Золотарева менән Варя Гордеева бер тигеҙ һанда тип әйтерлек тауыш йыйҙы (Ләйсән ни бары бер процентҡа ғына ҡалышты). Жюри һөҙөмтәләре буйынса Варвара Гордеева финалға үтмәһә лә, тауыш биреүселәрҙең ныҡышмалылығы арҡаһында, хәл уның файҙаһына үҙгәрҙе. Ниһайәт, финалға сығыусылар билдәләнде: ойоштороусыларҙың ҡарары буйынса, ҡыҙҙар икеһе лә финалға үтте.
Уларҙың финал сығышын 24 декабрҙә «Россия 1» каналында ҡараясаҡбыҙ. Ләйсәнгә артабан да оло еңеүҙәр теләйек!
Читайте нас