Ошондай тулҡынландырғыс мәлдәрҙә, үҙең дә һиҙмәҫтән, уйҙар менән йәшлек йылдарына ҡайтып урайһың, үтелгән ғүмер юлдарына әйләнеп ҡарайһың.
Һәр кемдең дә тормошонда осрашыуға, танышыуға ниндәйҙер хәл-ваҡиға сәбәпсе була. Миңлеғәли менән Райхананың тәүге осрашыуы һис уйламағанда килеп сыға.
1986 йылдың ғинуары. Өфөнән бер төркөм яҙыусылар Миәкәгә Аҡмулла көндәрен уҙғарыу кисәһенә килә. Уларҙың береһенән-береһе дәртле сығыштары йыр-бейеүҙәр, ҡурай моңдары менән үрелеп бара.
Бына сәхнәгә оҙон ҡара толомло, ус тотамындай ғына нескә билле бер һылыу сыға ла, талпына-талпына бейеп, залдағыларҙың барыһын да хайран итә. Шул саҡ залда ултырған олпат ҡына бер ағай, ошо сихри бейеүҙән әҫәрләнеп, урынынан ҡалҡынып-ҡалҡынып ҡуя. Бына-бына сәхнәгә осоп менерҙәй булып, һоҡланып туя алмай ҡарай ул йәш ҡыҙға. Стәрлетамаҡ культура-ағартыу училищеһынан яңы ғына уҡыуын бөтөп ҡайтҡан Райхананың бейеүе бына шулай тәьҫир итә шағир, яҙыусы, күренекле ғалим Рәшит Шәкүр йөрәгенә. Рәшит ағай, күп уйлап тормаҫтан, ҡыҙҙы үҙҙәре менән бергә килгән ҡурайсы Миңлеғәли Хәсәнов менән таныштырырға була. Ә егеттең Өфө сәнғәт училищеһында уҡып йөрөгән сағы.
Ҡайһылай дөрөҫ һиҙемләгән шағир йөрәге! Егет тә ҡыҙға бер күреүҙән ғашиҡ була ла ҡуя. Алдан һөйләшеп ҡуйғандар тиерһең – ҡайһылай бер-береһенә пар килеп тора бит әле үҙҙәре!
Икеһе лә ҡулына яңы ғына диплом алған йәштәрҙе, филармония асыу ниәте менән, Салауат ҡалаһына саҡыралар. Унда Гөлсәсәк һәм Яҡуп Шәриповтар менән бергәләп концерт бригадаһы ойошторалар. Ролдәрҙе лә башҡарып, бейеп тә, йырлап та йөрөргә тура килә үҙҙәренә. Ошо йылдарҙа улар сәстәрен-сәскә бәйләй.
Стәрлетамаҡта филармония асырға тигән ҡарар сыҡҡас, Миңлеғәли менән Райхананы иң тәүгеләрҙән булып шунда эшкә саҡыралар.
Бына хәҙер өс тиҫтә йыл инде сәхнәнән төшмәҫ бейеүҙәре, ҡурай моңдары менән күңелдәрҙе арбай улар. Әйткәндәй, улдары Илгиз, БДУ-ла сит тел факультетын тамамлаһа ла, сәнғәткә тартыла. Ул да театр берләшмәһендә эшләй.
“Ә шулай ҙа сәнғәт юлынан китеп дөрөҫ эшләгәнмен”, – ти Райхана Ҡорбан ҡыҙы.
Бер мәлде йәшлек дыуамаллығы менән уҡыуыуын ташлап ҡайтып китергә лә уйлай ул. Документтарын алырға тип барһа, билдәле хореограф, яратҡан уҡытыусыһы Рәлиф Сафиуллин уны уҡыуын мотлаҡ тамамлап ҡуйырға өгөтләй. “Ярай әле юлымда һәр ваҡыт изге уйлы, аҡыллы кешеләр осрап торҙо”, – ти артистка.
Ошо йылдар дауамында ниндәй генә илдәрҙә булманы ла, ниндәй генә сәхнәләрҙә сығыш яһаманы Хәсәновтар! Тормош булғас төрлө саҡтар була, әммә улар, заман елдәренә бирешмәй, һәр саҡ сәхнәгә тоғро ҡалды.
Киләсәктә лә күңел хазиналарығыҙҙы халҡыбыҙға өләшеп, филармониябыҙҙың йәме, ҡото булып, сәхнәлә лә, тормошта ла гел бергә булырға яҙһын һеҙгә!