Һәр шылтыратыу, һәр хәбәр мөһим – был акцияның төп принцибы. Наркотиктар әйләнешен контролләү хеҙмәткәрҙәренә әйтер һүҙҙәрегеҙ булһа, Башҡортостандың Эске эштәр министрлығында булдырылған ышаныс телефонына – 8(347)279-32-92 номерына шылтыратып, наркотиктарҙы таратыу һәм ҡулланыу осраҡтары хаҡында һөйләй, наркоманияны иҫкәртеү буйынса белгестәргә үҙегеҙҙе ҡыҙыҡһындырған һорауҙарығыҙҙы бирә алаһығыҙ.