Ашҡаҙар
+24 °С
Болотло
Яңылыҡтар
31 Декабрь 2020, 21:00

Ғәли Ибраһимов исемендәге премия тапшырылды

Күренекле әҙип, Салауат Юлаев исемендәге дәүләт премияһы лауреаты, Бөйөк Ватан һуғышы ветераны Ғәли Ибраһимов ҡасандыр Стәрлетамаҡта донъяға тәүге ауазын яңғыратҡан. Шулай ҙа уның хеҙмәте, киң билдәле “Кинйә” романы беҙҙең ҡаланың ғына түгел, бөтә Башҡортостандың мәҙәни, әҙәби һәм рухи үҫешендә баһалап бөткөһөҙ. Бөгөн әҙип күптән арабыҙҙа юҡ, әммә уның исеме йәшәп килә, ижад емеше – мәңгелек, ә бынан 22 йыл элек Стәрлетамаҡта әҙәбиәт, мәҙәниәт һәм сәнғәт өлкәһендә көс түгеүселәрҙе күтәреү, һәләтлеләрҙе үҫтереү йәһәтенән Ғәли Ибраһимов исемендәге премия булдырылды. Ошо ваҡыт эсендә йәмғеһе 19 яҡташыбыҙ ошо премияға лайыҡ булды. Быйыл был мәртәбәле исемгә әҙәбиәт өлкәһендә – билдәле яҙыусы, драматург Хәмит Иргалин (һүрәттә) һәм мәҙәниәт өлкәһендә бер юлы өс башҡорт фольклор төркөмөнөң алыштырғыһыҙ етәксеһе, Башҡортостандың атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре Әлфиә Зөбәйерова лайыҡ булды. Ҡала округы советының IV киңәйтелгән ултырышында уларға Владимир Куликов менән Андрей Ширяев тантаналы шарттарҙа премия тапшырҙы.

Читайте нас