Коллективты тәүге көндөн алып генераль директор Кахраман Юлдашев етәкләй. Бында юғары квалификациялы белгестәр эшләй. Улар сит ил коллегалары менән әүҙем хеҙмәттәшлектә яңы технологияларҙы үҙләштерә, тәжрибә туплай.
Сит ил тауарҙарын алмаштырыу һәм етеш-тереү кимәлен күтәреү өсөн 2016 йылда Көньяҡ-Корея компанияһы менән ике предприятие төҙөлгән. Уларҙың береһе – «РУС ДИЭС АЙДИЭС» йәмғиәте лифт менән идара итеү системаһын етештереү буйынса булһа, ә «РУС ХАНВУ ИНЖИНИРИНГ» – лифттың механик өлөштәрен етештереүсе булараҡ билдәле.
Ҡалабыҙҙа тәүге берлектәге компания лифттар сығара башлаған да инде. Бөгөнгө көндә предприятие етештергән продукциялар менән Башҡортостандан башҡа Силәбе, Төмән, Тольятти, Липецк, Екатеринбург, Яр Саллы һәм башҡа ҡалалар файҙалана.
Был производство бөтә ҡеүәтенә эшләй башлаһа Стәрлетамаҡ лифттарын Рәсәй ҡулланыусыларына ғына түгел, сит илгә лә сығарырға мөмкин буласаҡ.