Ашҡаҙар
+30 °С
Болотло
Яңылыҡтар
31 Декабрь 2020, 21:00

Мәғариф ун көнлөгө үтте

5-се гимназияла уҡыу йылы алдынан татар һәм сыуаш телдәре методик берекмәһенең “Мәғариф ун көнлөгө – 2017” секция ултырышы үткәрелде. Ул “ФДББС шарттарында заманса дәрес һәм һөнәри оҫталыҡтың үҫеше” темаһына арналды.

Сараны асып, мәғлүмәт-методика үҙәге методисы Зөлфирә Усманова уҡы-тыусыларҙы яҡынлашып килгән яңы уҡыу йылы менән ҡотланы.

Татар һәм сыуаш теле уҡытыусылары һәр саҡ эҙләнеү өҫтөндә. Үҙ-ара кәңәшләшеп, тәжрибә уртаҡлашып, бер-береңә ярҙам итеп эшләүҙең һөҙөмтәләре лә ҡыуаныслы. Һәр уҡытыусы уҡыусыларҙың белем кимәлен күтәреүҙә ижади эшләй. 10-сы мәктәптең татар теле һәм әҙәбиәте уҡытыусыһы Гөлнара Ишморатова “Уҡыусыларҙың белем һәм күнекмәләрен баһалау нормалары” тураһында сығыш яһап, белем һәм тәрбиә биреүҙә ҡуллана торған яңылыҡтар менән таныштырҙы.

БДУ-ның Стәрлетамак филиалы татар һәм сыуаш телдәре кафедраһы мөғәллимәһе Нәсимә Мөкимова фән-ни-тикшеренеү методикаһы тураһында һөйләне һәм уҡыусыларҙы фәнни эш менән шөғөлләндереү йүнәлешен дөрөҫ алып барыуға иғтибар итте. Нәсимә Әнүәр ҡыҙы бик күп тәҡдимдәр индерҙе һәм фәһемле материалдар менән таныштырҙы.

Ә ҡаланың татар һәм сыуаш телдәре методик берекмәһе етәксеһе Римма Ғәлиева “Заманса дәрес биреүсе уҡытыусылар ниндәй булырға тейеш?” тигән һорау менән сыҡты. Заманса уҡытыусы – ул ижади һәләттәрҙе үҫтереүсе, уңайлы шарттар тыуҙыра алыусы, дөрөҫ фекерләргә өйрәтеүсе, уҡыусыларҙың һәләтен күрә белеүсе һәм баһа биреүсе, белем алырға ярҙам итеүсе. Ҡыҫҡаһы, уҡытыусы – үҙенең бөтә тырышлығын, бөтә көсөн, бөтә булмышын балаларға биреүсе кеше. Уҡытыусы замандан бер аҙым да ҡалмайынса атларға, алға барырға тейеш тигән фекергә килде уҡытыусылар.

Ә бөгөнгө көн заманса дәрескә ниндәй талаптар ҡуя һуң? Дәрес проблемалы һәм уҡыусының үҫешенә хеҙмәт итергә, уларҙы уҡытыусы менән хеҙмәттәшлеккә йәлеп итергә тейеш. Уҡытыусы уҡыусыларҙы эҙләнергә, әүҙем эшләргә, фекерләргә өйрәтергә тейеш. Был иһә уҡыусыларҙы үҙҙәре һөҙөмтә яһай белергә, ижадилыҡҡа ирешергә, балаларҙың мөмкинлектәрен иҫтә тотоп, уңышҡа ирешеүгә шарт тыуҙыра.

Минеңсә, һәр дәрес уҡыусы файҙаһына үтергә тейеш. Заман әхлаҡлы, кешелекле, хеҙмәткә һәләтле, эшлекле шәхестәр көтә. Яңылыҡты ҡабул итеү, уны тормошҡа ашырыу бер ваҡытта ла еңел генә бармай, әлбиттә. Ләкин бөгөнгө мәктәп инновацион педагогик технологияларға йөҙ менән боролорға мәжбүр буласаҡ. Был – заман талабы.

Бына шундай яңы бурыстар, яңы маҡсаттар менән ҡаршылай сираттағы яңы уҡыу йылын ҡалабыҙҙың белем усаҡтары.

Ултырыш бик эшлекле уҙҙы. Уҡытыусылар үҙҙәрен борсоған проблемаларҙы күтәреп, бик күп һорауҙарға яуаптар алды, фекер алышты.
Читайте нас