Ашҡаҙар
+24 °С
Болотло
Яңылыҡтар
31 Декабрь 2020, 21:00

Мәңге йәшәһен башҡорт хәтере,башҡорт теле, башҡорт рухы

Стәрлетамаҡта 19-20 октябрҙә 5-се тапҡыр “Ашҡаҙар таңдары” республика башҡорт фольклор байрамы тантана итте. Ошо ике көн дауамында, әйтерһең дә, быуаттар төпкөлөнән ата-бабаларыбыҙ, өләсәйҙәребеҙ рухы ауаз һалды.Башҡорт халыҡ ижадын һаҡлау, үҫтереү һәм пропагандалауҙы маҡсат итеп ҡуйған “Ашҡаҙар таңдары” фестивале Баш-ҡортостаныбыҙҙа 2006 йылдан бирле үткәрелеп килә. Инде бына быйыл бишенсе тапҡыр халыҡ рухы, халыҡ моңдары, халыҡ булмышы тантана итте! Уның нәҡ Стәрлетамаҡта уҙғарылыуы беҙҙең өсөн бигерәк тә оло мәртәбә. Барыһы ла кисә генә булған кеүек. Хәтирәләр йомғағын һүтеп ҡараһаң – күпме тарих биттәрен байҡау, күпме рухи ҡомартҡыларыбыҙ, асылыбыҙ ята ошо байрамда.

Стәрлетамаҡ – башҡорт халыҡ ижады үҙәге
Йәйрәп ятҡан Оло башҡорт иленең ҡайһы төбәктәренән генә йыйылмай-ҙар был илаһи рух байрамына! Быйылғы ҙур фольклор сараһында ла дәррәү ҡатнашты милләттәштәребеҙ. Республикабыҙҙың 29 районынан һәм һигеҙ ҡалаһынан, Татарстандан, Ырымбур, Һамар өлкәләренән килгән 46 ижади коллектив (дөйөм алғанда 700-ләп кеше) сығыш яһаны.
Ике көн дауамында конкурсант-тар, онотола барған йолаларыбыҙҙы күрһәтеп, «Башҡорт фольклор кол-лективы» һәм «Һирәк һәм үҙенсәлекле жанрҙарҙы башҡарыусылар» номи-нацияларында призлы урындар өсөн ярышты.
Бәйгеселәребеҙҙе Башҡортостан-дың атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре, республиканың Мәҙәниәт министрлы-ғы ҡарамағындағы мәҙәниәт буйынса Совет ағзаһы, Башҡортостандың Милли әҙәбиәт музейы директоры Гөлдәр Моратова рәйеслегендәге жюри баһаланы.
БР мәҙәниәт министры Әминә Шафиҡова, фестивалде асып: “Стәр-летамаҡҡа халҡыбыҙ ынйыларын, рухи ҡомартҡыларыбыҙҙы һаҡлау һәм мәҙәни мираҫыбыҙҙы артабан да үҫтереү буйынса ғәйәт ҙур эш башҡарыусылар йыйылған”, – тип билдәләне. – Халҡыбыҙҙың донъя кимәлендә ғорурланырлыҡ бай тарихы бар. Ә үткәндәрҙе белмәй тороп киләсәккә барып булмай.
– “Рәсәйҙең алтын ҡалаһы” инде бына бишенсе тапҡыр башҡорт фольклоры байрамы ҡунаҡтарын ҡаршылай, – тине ғорулыҡ менән Стәрлетамаҡ ҡала хакимиәте башлығы Владимир Куликов. – Үҙенең үткәнен белмәгән халыҡтың киләсәге юҡ, – тине ул Әминә Ивний ҡыҙының һүҙҙәрен ҡеүәтләп. – Күреп торам: залда йәштәр күп, был бик шатлыҡлы хәл, тимәк, улар – йолаларҙы дауам итеүселәр. Ауыр финанс хәлдәренә ҡарамай, алыҫ тарафтарҙан да килеп еткәндәр. Һәммәгеҙҙең дә еңеү яулауығыҙҙы теләйем, – тине Владимир Иванович.
Сара сиктәрендә Өфө ҡалаһының «Селтәр» башҡорт халыҡ костюмы оҫталары һәм «Суҡ муйыл» фольклор ансамблендә ҡатнашыусылар башҡорт түшелдеректәрен (селтәр, яға, хәситә, муйынса, һаҡал, иҙеү) һәм баш кейемдәрен (маңлайса, ҡашмау) эшләү буйынса бушлай оҫталыҡ дәрестәрен ойошторҙо. Фестивалдә шулай уҡ Мексикала 2016 йылда уҙғарылған Бөтә донъя фольклориадаһына арналған күсмә фотокүргәҙмә менән дә танышырға мөмкин ине. Беҙҙең республикабыҙ унда үҙенең сығыштары менән барыһын да таң ҡалдырғайны һәм ошо Бөтә донъя фестивален 2020 йылда Башҡортостанда уҙғарыу хоҡуғын яуланы. Йәғни өс йылдан Башҡортостанға донъяның төрлө ҡитғаларынан фольклор коллективтары йыйыласаҡ тигән һүҙ.
“Халҡыбыҙ йолалары
икһеҙ-сикһеҙ даръя икән!
Фестивалде Фёдоровка районының Бала Сытырман ауылынан “Замандаш” башҡорт халыҡ фольклор ансамбле асып ебәрҙе. Сытырмандар быға тиклем бер ҡайҙа ла үткәрелмәгән “Юрған һырыу” йолаһын алып килгән. Һарыҡ йөнөнән юрған яһау, быйма баҫыу, уның дауаһы тураһында таҡмаҡтар әйтеп, Сытырманса йырлап-бейеүҙәре, үҙҙәренә генә хас моңло һөйләше менән айырылып торҙо улар.
Өфө районы “Йәшмәләр” халыҡ ансамбле “Ҡыҙ урлау” йолаһын күрһәтһә, Ғафури районынан Сәйетбабаның “Аса-най” ансамбле “Тирмән ташы” йолаһын алып килгән. Улар шулай уҡ скрипка моңо менән күңел ҡылдарын сиртте. Күгәрсен районы Тәүәкән ауылынан “Сәңкем” ансамбле “Ҡыҙ яусылау”ҙы әҙерләгән. Бүздәк районының Ҡаңны-Төркәй башҡорттары “Киске уйын”дарын күрһәтте. Йәрмәкәйҙәр (“Сөмбөл” ансамбле) “Бесән өмәһе” менән килгән. Нуримандан көҙәй башҡорттары (“Гөлнәзирә” ансамбле) тамбурлап сигелгән алъяпҡыстар кейеп, “Бер йәшлектә, бер ҡартлыҡта” уйынын уйнап, тамашасыны хайран итте. Мишкә районының “Шишмә”ләре “Бәпес тыуҙырыу”ҙы күрһәтһә, Йылайыр районының Һабыр ауылы “Душауай”ҙары “Ҡорот яһау” йолаһын алып килгән.
Межгорье ҡалаһынан Вилмир Әбүбәкировтың үҙе ижад иткән ҡатай башҡорттарына арналған “Йәмәлекәй тау” ҡобайырын тыңлағанда тәндәр земберләп ҡуя. Асҡын районындағы милләттәштәребеҙ (“Хазина” ансамбле) “Өй күтәреү” йолаһын һайлаған.Ҡыйғы районының “Әйлеләр”е Бөйөк Ватан һуғышына бәйле “Ат арбаһы”н сәхнәләштерҙе. Улар ҙа, әйле ырыуының үҙенсәлекле тамбурлап сигелгән алъяпҡыстары менән һоҡландырҙы.
Әбйәлилдәр иһә халҡыбыҙҙың бик боронғо “Йыртыш” йолаһын иҫкә төшөрҙө. Бөрйәндән “Ҡурауҙы” ансамбле “Тары баҫыу” йолаһын, Мәсетлеләрҙең “Аҡ тирәк” ансамбле “Орсоҡ” бейеүе, “Ҡабырсаҡ” ансамбле әйле ырыуының “Ҡумыҙ тураһында легенда”һы менән күңелдәрҙе рухландырҙы. Фестивалгә хәйбуллалар (“Ҡош юлы”) “Буйҙаҡ ҡоҙа”һын, мәләүездәр “Бесән туйы”н алып килгән. Стәрлетамаҡтан Башҡортостандың атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре Әлфиә Зөбәйерова етәкселегендәге “Ашҡаҙар нағыштары” коллективы иһә Экология йылына арналған сығышы менән Ер-Әсә, тәбиғәт темаһын бик матур итеп асып бирә алды. Шулай уҡ Стәрлетамаҡтан Башҡортостандың атҡаҙанған мә-ҙәниәт хеҙмәткәре Вәсилә Халиҡова етәкселегендәге “Ҡомартҡы” ағинәйҙәр ҡороноң “Һыу юлы” йолаһы ла бик уңышлы килеп сыҡты.
Учалы районынан “Йәйғор” ансамбле “Кис ултырыу” йолаһында өзләүҙәре менән алдырһа, Күмертау ҡалаһынан Кинйә Арыҫланов исемендәге фольклор коллективының “Май сәйе” күңелдәргә хуш килде, Белорет районы “Йәдкәр” ансамбле “Ҡар һыуы” йолаһын алып килгән. Өфөнөң “Өфө хәтирәләре” иһә йәшлек йырҙары менән алыҫ йылдарға алып ҡайтты, ә бына Әлшәйҙәр (Ҡыпсаҡ-Асҡар ауылы) “Кейеҙ баҫыу” серҙәренә төшөндөрҙө.
Ырымбур өлкәһенең Красно-гвардейский районы Юлдаш ауылынан килгән Туҡсоран буйы башҡорттары ла үҙҙәре ҡараған йомран-табын ырыуының йыр-бейеүҙәре менән таныштырҙы. Сит-ят ерҙә йәшәп тә рухыбыҙға, ғөрөф-ғәҙәттәргә тоғро ҡалған милләттәш-тәребеҙгә “афарин”дан башҡа һүҙ юҡ.
Стәрлебаш районы “Күндерәккәй” ансамбленең һамаҡлауҙары, Ауырғазы районының “Йыйын”ындағы йолалар, Ишембай районы “Хазина” ансамбленең “Урал батыр” эпосынан “Йәншишмә” фрагменты, Бишбүләк районының ҡатай башҡорттары сығышы, Стәрлетамаҡ районы Айыусы ауылы “Юрматы” ансамбленең “Уңыш байрамы” – уларҙың һәр ҡайһыһы үҙенсәлекле, һәр ҡайһыһы үҙенә бер табыш.
Ейәнсураларҙың “Йырау” ансамбле “Их буҙаһы, буҙаһы!”, балаҡатайҙарҙың “Аҡ тирмә”һе тамбурлап сигелгән алъяпҡыстарының, ҡушъяулыҡтарының, тәбиғилеге менән хайран итте. Улар сығыштарына ҡайын туҙынан һағыҙ ҡайнатыу йолаһын да индергән. Көйөргәҙе районының “Йәнтөйәк” ансамбленең “Бал тәмләү”, “Аҡбуҙат” балалар ансамбле “Һыу буйында балыҡсы” сығышы ла бик ҡыҙыҡлы булды. Әйткәндәй, улар мәшһүр шәхесебеҙ, бар ғүмерен халыҡ йолаларын пропагандалауға бағышлаған ил ағаһы, ошо фестивалдең ҡото булған Әхмәт ағай Сөләймәновтың яҡты рухын иҫкә алырға ла онотманы.
Һамар өлкәһенең Оло Чернигов районынан ҡыпсаҡ ырыуына ҡараған “Ырғыҙ” балалар ансамбленә һоҡлан-мау мөмкин түгел. Тарихи башҡорт ерҙәрендә йәшәүсе милләттәштәребеҙ ҡумыҙ моңдары, Яр Саллынан килгән милләттәштәребеҙ (“Сал Урал”) ҡурай моңдары менән таң ҡалдырҙы.
Әлбиттә, баһалама ағзаларына ике көн дауамында барған иллегә яҡын сығыштың һәр ҡайһыһына тейешле баһа биреүе еңел булмағандыр.
Шуныһын да әйтергә кәрәк: бынан алдағы фестивалдәр дүртәр көн барған булһа, был юлы ике көн эсендә барлыҡ сығыштарҙы күрһәтеп өлгөрөргә тейештәр ине. Шунлыҡтан, сығыштар ике тапҡырға ҡыҫҡартылды - йоланы күрһәтеү өсөн һәр коллективҡа 10 минут ҡына бирелде. Әммә номерҙарҙың ҡыҫҡартылыуы һәм иң кәрәкле генә өлөштәре алыныуы файҙаға ғына булды.
Маҡсатыбыҙ Бөтә донъя фестиваленә төбәлгән
Байрамдың икенсе көнөндә был мөһим сараға Рөстәм Хәмитовтың килеүе фестивалгә айырыуса мәртәбә өҫтәне.
“Бындай халыҡ байрамдары рухи берҙәмлек бирә, халыҡтарҙы рухи яҡтан туғанлаштыра. Тамашасылар араһында йәштәрҙең күп булыуы һөйөнөслө хәл, улар – мәҙәни традицияларыбыҙҙы дауам итте-реүселәр. 2020 йылда буласаҡ Бөтә Донъя фольклориадаһын уҙғарып, беҙ башҡорт халҡының мәҙәниәтен, рухи ҡомартҡыларын бар балҡышында күрһәтергә тейешбеҙ, – тине Башҡортостан Башлығы.
Барлыҡ сығыштарҙы ҡарап бөткәндән һуң, байрамға йомғаҡ яһалып, еңеүселәр билдәләнде. Жюри ағзалары ҡатнашыусылар менән матбуғат конференцияһы уҙғарҙы. Розалия Солтангәрәева йолаларҙы тәрәнтен өйрәнеү өсөн башҡорт халҡының күп томлыҡ халыҡ ижады китабына мөрәжәғәт итергә саҡырҙы. Ырыуҙар төрлө-төрлө булған кеүек, йолаларыбыҙ ҙа төрлө, һәр яҡтың үҙ һөйләше, тамғалары бар, – тине ауыҙ-тел ижады белгесе. Жюри ағзалары Стәрлетамаҡтың «Ашҡаҙар нағыштары» фольклор төркөмө сығышын юғары баһалап, йолаларҙы уңышлы һәм урынлы ҡулланыуын билдәләп үтте. Экология йылына арналған Ер-Әсә, тәбиғәт темаһын асып биреүҙәре – көнүҙәк мәсьәлә. Фестивалдә ҡатнашыусыларға ырыу тамғалары, боронғо традицион башҡорт кейемдәренә иғтибарҙы нығыраҡ йүнәлтергә кәңәш ителде, ҡош тауыштарын, тәбиғәт күренештәрен ишаралаған имитаторҙарҙың сығыштары етмәй, тип билдәләнелде.
Стәрлетамаҡтар
был юлы ла һынатманы
Бына байрам аҙағына яҡынлашты, иң тулҡынландырғыс мәл етте – фестивалдең еңеүселәре иғлан ителде. Был юлы Гран-приҙы Әбйәлил районының Үтәгән ауылынан “Йыртыш” йолаһын күрһәткән «Суҡ муйыл» башҡорт фольклор ансамбле (етәкселәре Гөлсәсәк Фәхрисламова һәм Дилә Мусина) алды. Ә беҙҙең Стәрлетамаҡтан “Ашҡаҙар нағыштары” башҡорт халыҡ фольклор ансамбле “Башҡорт фольклор коллективтары” номинацияһында беренсе урын яуланы. Шуныһы шатлыҡлы хәл: Әлфиә Шәмсетдин ҡыҙы етәкләгән дүрт фольк-лор коллективы ла, бына нисә йыл инде республика күләмендәге сараларҙа ҡат-нашып, еңеү артынан еңеү яулай. Шуныһы ла иғтибарға лайыҡ, Стәрлетамаҡтан бер түгел ике ансамбль – “Ашҡаҙар нағыштары” һәм “Ҡомартҡы” ағинәйҙәр ҡоро уңышлы сығыш яһап, ҡалабыҙҙың бәҫен күтәрҙе. Әйткәндәй, Стәрлетамаҡ районы Айыусы ауылының “Юрматы” ансамбле лә – алдынғылар рәтендә. Ашҡаҙар буйын шулай данлай яҡташтарыбыҙ. Тимәк, 2020 йылда уҙғарыласаҡ Бөтә Донъя фольклориадаһын-да күрһәтерҙәй сығыштарыбыҙ бар тип, ышаныс менән әйтергә була.
Фольклор байрамында шулай уҡ төрлө номинацияларҙа еңеүселәр һәм призерҙар бүләкләнде, милли костюмдар тегеү өсөн аҡсалата сертификаттар тапшырылды.
Фестиваль һуңында жюри ағзалары һүҙ алды. Күренекле сәсәниәбеҙ Розалия Солтангәрәева фестивалдә ең һыҙғанып бейегән 82 йәшлек Мөхтәрәмә инәйгә ағинәй исеме биреп, аҡ яулыҡ ябындырҙы. “Инәй, хәҙер инде һин бик юғары статусҡа эйә булдың, хатта ауылығыҙҙағы хакимиәт башлығы ла һинән кәңәш һорарға тейеш буласаҡ!” – тине ул һәм үҙенең сығышын ҡобайыр менән ҡеүәтләп ҡуйҙы.
– Шуныһы үкенесле, беҙҙең ағай-апайҙарыбыҙ китә, улар менән бергә йолаларыбыҙ ҙа китә. Шуның өсөн беҙ йолаларыбыҙҙы мөмкин тиклем һаҡлап, йәш быуынға ҡалдырырға тейешбеҙ, – тине Гөлдәр Моратова.
“Ашҡаҙар” радиоһы тапшырыуҙарын алып барыусы Зөмәйрә Сафина “Башҡорт фольклорын үҫтергәне өсөн” номинацияһында еңеүселәргә “Ашҡаҙар” радиоһы исеменән приздар тапшырҙы. “Халҡыбыҙ йолалары – төпһөҙ ҡойо икән!”–тине ул фестивалдән алған тәьҫораттарынан әҫәрләнеп.
“Башҡортостан” гәзитенең баш мөхәррире Азамат Юлдашбаевтың сығышы бик берәгәйле булды: “Был фестивалдә кем генә ҡатнашмаһын, унда тик бер генә еңеүсе, бер генә ҡатнашыусы, ул да булһа – башҡорт хәтере, башҡорт теле, башҡорт рухы. Йәшәһен халҡыбыҙ!”
Стәрлетамаҡ ҡала хакимиәте башлығы урынбаҫары Альберт Шәйхетдинов Баш-ҡортостан Республикаһы Хөкүмәте Премьер министры Рөстәм Мәрҙәнов исеменән Рәхмәт хаты тапшырҙы. “Башҡорт халҡы – бөйөк халыҡ!” – тип тамамланы фестивалде ғорурлыҡ менән Альберт Наил улы.
Нисек кенә булмаһын, һәр фестивалгә яңы һулыш, яңы балҡыштар алып килә халҡыбыҙ. Иң мөһиме, тап ошо байрамда яңғырағанса, башҡорт хәтере, башҡорт теле, башҡорт рухы йәшәһә, иншалла, Ер йөҙөндә башҡорт тигән бик боронғо, бөйөк халыҡ та йәшәр.
Читайте нас