Әлеге хәҡиҡәт баш ҡалабыҙҙа БР йәмәғәт палатаһы ойошторған “түңәрәк өҫтәлдә” йәнә бер ҡат иҫбат ителде. Дәүләт, йәмғиәт һәм традицион диндәрҙең бер-береһе менән үҙ-ара килешеп эшләүе күҙ уңында тотолдо был сарала.
Беҙ, үҙ сиратыбыҙҙа, инде ике йыл шаулап-гөрләп үткән “Етегән” байрамы һәм уның мәғәнәһе хаҡында телмәр тоттоҡ. Билдәле булыуынса, был байрам милли һәм дини традицияларыбыҙ нигеҙендә нәҡ ғаилә ҡиммәттәрен ҡурсалауға йүнәтелгән. Шуныһы ҡиммәт: беҙҙең башланғыс фекер алышыусыларға оҡшап ҡалды, улай ғына ла түгел, киләһе йылда байрам республика кимәлендә уҙасаҡ!
Сарала үҙебеҙҙең бурыстар тураһында ғына бәйән итеп ҡалманыҡ, башҡаларҙың эш алымдары менән таныштыҡ һәм төрлө кәңәштәр багажы туплап ҡайттыҡ. Мәҫәлән, Башҡортостандың ғаилә, хеҙмәт һәм социаль яҡлау министрлығы, башҡарма власть органдары менән берлектә төпкөл ауылдарҙа медицина күҙәтеүе, социаль-көнкүреш өл-кәһендә махсус программа төҙөү кәрәклегенә төшөндөк. Проектты булдырыуҙа, хөрмәтле милләттәштәр һеҙҙән дә тәҡдимдәр көтөп ҡалабыҙ (фекерҙәрегеҙҙе редакцияға йәки “Бәйләнештә” сайтындағы “Курултай башкир (г. Стерлитамак)” исемле беҙҙең төркөмгә яҙа алаһығыҙ.).
Быуаттар дауамында нығынған йолаларыбыҙ, ғөрөф-ғәҙәттәребеҙ нигеҙендә ғаилә ҡиммәттәрен бергәләп үҫтерәйек, милләттәштәр.