Йәшен тиҙлеге менән йөрө-гән мәғлүмәттәрҙе ҡабатлау урынһыҙ. Ҡыҫҡаса әйткәндә, башта Пермдә береһе мәктәпте көскә тамамлаған, икенсеһе шул белем усағында уҡып йөрөгән ике үҫмер бысаҡ менән ҡоралланып, дәрес ваҡытында уҡытыусыға һәм уҡыусыларға һөжүм итте. Һөҙөмтәлә 12 (ҡайһы бер сығанаҡтар 15-те атай) кеше тән йәрәхәттәре менән дауаханаға эләкте. Уҡыусыларын яҡлап һуғышҡан уҡытыусы ауыр хәлдә булып, саҡ аяҡҡа баҫып килә, ә яраланыу ғына түгел, ныҡ ҡурҡыу алған кескәй балаларҙың ҡасан аяҡҡа баҫыуын әйтеүе ҡыйын.
Рәсәйҙә самолеттар ҡолаһа, мотлаҡ самолеттар ҡолай, башня краны ауһа – икенсе төбәктә лә күп тә үтмәй шул уҡ хәл ҡабатлана. Үкенескә ҡаршы, был лаҡапмы, хәҡиҡәт тип әйтәйекме, әлеге ваҡиғаға ла урынлы булып сыҡты – бер яңылыҡтан айнып бөтмәнек, Силәбе өлкәһендә йәнә мәктәп уҡыусылары мөнәсәбәт асыҡлап, бысаҡҡа үрелде!
Улай ғына ла түгел, инде Бүрәт Республикаһында бер уҡыусы 7-се класта дәрес алып барған үҙенең рус теле уҡытыусыһынан үс алырға тип (ҡайһы бер мәғлүмәттәр ошондай версия тәҡдим итә) башта класты шартлата, унан янғын хәүефенән сығып йүгергән балаларҙы... ишек төбөндә балта менән ҡаршылай. Йәнә тән йәрәхәттәре. Бер уҡыусының башы яраланған, икенсеһенең – бите, өсөнсө сабыйҙың бармағын өҙә сапҡан ҡоторған үҫмер. Ғөмүмән, ҡурҡыныс киноларҙағы һымаҡ мәшхәр!
Өс көн эсендә өс төбәктә өс ва-ҡиға. Кемдер уларҙың уртаҡлығы юҡ, тип иҫәпләй, бәғзеләр Бү-рәт Республикаһындағы үҫмер Пермдәге хәлде ҡабатларға булған тигән һығымтаға килә. Ҡабатларға теләгәнме-юҡмы, һәр хәлдә барыбер уртаҡлыҡ бар түгелме ни – уҡыусылар тамам контролдән сыҡты. Уҡыусылар ғынамы икән. Мәктәп, мәғариф системаһын камиллаштырабыҙ, ә бына балалар ғына ни эшләптер тормош мәктәбенең һынауҙарын үтә алмай. Әлбиттә, бөтәһен дә бер бизмәнгә һалып үлсәргә йыйынмайым – ата-әсәһе, уҡытыусылары ғына түгел, бөтә ил менән ғорурланырлыҡ уҡыусылар бар! Тик әлегеләй күренештәр шулай йышыраҡ иҫкә төшә. Бәлки, йышыраҡ булғанғалыр. 2014 йылда Мәскәүҙең 263-сө мәктәбендәге фажиғәне онотманыҡ әле – 10-сы класс уҡыусыһы география уҡытытыусыһын, полиция вә-килен атып үлтерҙе, шунан һабаҡташтарын аманатлыҡҡа алды. Үкенескә ҡаршы, ми-ҫалдарҙы күп килтерергә мөмкин. Тик һорауҙарға улар яуап табырмы һуң?.. Ни өсөн психикаһына күҙәтеү үткән шәхестәр мәктәпкә иркен инә алған? Ни өсөн һаҡсы төп бурысын тейешенсә үтәй алмаған? Ни өсөн быға тиклем үҫмерҙең боҙолған тәртибе өсөн ата-әсә менән тейешле хеҙмәт органдары яуаплылыҡты бер-береһенә өйгән? Кем белә, бәлки, ваҡытында тейешле иғтибар булһа, һорауҙарға яуап бирелһә, был ваҡиғаларҙы урап үтергә лә булыр ине. Эйе, әлеге хәлдәрҙән һуң мәктәптәрҙә хәүефһеҙлек саралары көсәйгән, шул иҫәптән Башҡортостанда ла.
Интернет, бер-береңә тиң-ләшеү һәм башҡа сәбәптәр байтаҡ ҡыналыр был фажиғәләрҙә. Әммә бер күренеште һыҙыҡ өҫтөнә алып китергә тейешбеҙ: уҡытыусының баһаһы төштө йәмғиәттә. Уға уҡыусы ла, балаһының белеме өсөн алған билдәһе оҡшамаған атай ҙа һөжүм итеүе бер ни түгел (эйе, ундай хәлдәр ҙә теркәлеп тора). Уҡытыусы ғынамы һуң? Гәзиттә яҙған һүҙҙең, уның яҙыусыһының да абруйы юҡ. Етәкселәрҙе хәҙер хужа тип түгел, ә менеджер итеп беләбеҙ...
Пермдәге һөжүмдә уҡытыусы, ғүмерен ҡурҡыныс аҫтына ҡуйып, уҡыусыларын мөмкин тиклем хәүефтән һаҡлаған. Тағы бер мәғлүмәт асыҡланып ҡуйҙы: уға шулай уҡ ҡурҡыуҙарын еңә алып, береһе күп балалы ғаиләлә тәрбиәләнгән, икенсеһе класта әүҙем булған малайҙар ярҙам иткән. Был ваҡиғаларҙан шулай ҙа бер яҡлы ғына һығымта яһарға ашыҡмайыҡ, тимәк.
Гөлшат ӘХМӘТОВА, 3-сө башҡорт лицей-интернаты директоры:
– Был етди мәсьәләгә бер төрлө генә яуап биреп булмай, ныҡлы һәм оҙайлы анализ талап ителә. Тик төбөнә төшә башлаһаң, белем биреү системаһынан бөтөнләй йыраҡта торған проблемаларға ла килеп юлығыуың ихтимал.
Әлеге ваҡиғанан һуң мәктәптәрҙә һаҡ тейешле кимәлдә түгел тигән фекерҙәр яңғыраны. Шулай уҡ белем усаҡтарында уҡыусыларҙы дөрөҫ тәрбиәләмәйҙәр, тип тә баралар. Эйе, тәү ҡарашҡа аҡты ҡаранан айырыу бер ни түгел һымаҡ. Әммә белем биреү системаһы ла, йәмғиәт үҙе лә, уларҙағы проблемалар ҙа күп ҡатлы шул. Мәҫәлән, һаҡсыға килгәндә, иртән 1,5 мең баланы ике күҙ аша үткәреп сығыу өсөн ул ниндәй сүрәткә инергә тейеш?! Сумкалар тураһында әйтеп тораһы ла түгел. Минеңсә, белем усаҡтарын ҡораллы булмаһа ла тейешле әҙерлек үткән хеҙмәткәрҙәр һаҡларға тейеш.
Бала ниндәй шарттарҙа тәрбиәләнә, нимә ашап, нимә кейеп килә – быларын да иҫәпкә алырға, “генетика” төшөнсәһенә лә иғтибар итергә кәрәк. Мәҫәлән, беҙҙә баланың йәшәгән мөхитен өйрәнеү алымы бар. Был алым ата-әсә менән бәйләнеш, диалог булдырыуҙа һис шикһеҙ ҙур роль уйнай. Әлбиттә, ата-әсәнең балаһының, мәҫәлән, психик сир менән иҫәптә торғанын йәшерергә лә хоҡуғы бар. Ошондай мәлдәрҙе ҡануниәт менән нығытаһы бар әле.
Лилиә ӨРКӨНБАЕВА, педагог-психолог:
– Был үҫмерҙәрҙең психикаһы шул тиклем боҙолған, хатта уларҙы енәйәте өсөн яуап биреү ҙә ҡурҡытмай. Улар ошо ҡылығы менән үҙҙәренә яҡындарының, йәмғиәттең иғтибарын йәлеп итергә теләгән.
Үҫмер – әле ҙур кеше теге түгел, әммә балалыҡтан сыҡҡан. Шул ике арала ҡалған кешенең психикаһын боҙоу – үтә лә еңел. Был проблема ата-әсәнең балаһы менән аралашыуға һаран булыуынан килеп сыҡҡан. Шуға ла интернет менән яңғыҙ ҡалған үҫмер компьютер уйындарының мәғәнәһен тормошта ҡулланып ҡараған. Бындай хәлдең нәҡ мәктәптә лә булмауы ихтимал. Бында уларға мөхит таныш һәм ҡулай. Етешһеҙлектәрҙе өйрәнгән, шуға ла еңел үтеп ингән.
Компьютер, уҡыусыларҙың ғына түгел, мәктәпкәсә йәштәге баланың да психикаһын боҙа. Мәҫәлән, әле үлемдең нимә икәнен аңлап та бөтмәгән, әммә үҙе кеше йәнен ҡылырға теләгән баланың ата-әсәләре миңә мөрәжәғәт иткәне бар.
Екатерина БАРМИНА, ике бала әсәһе:
– Минең улым – мәктәп уҡыусыһы, 11 йәш. Баланы хәҙер уҡырға ебәреүе лә ҡурҡыныс. Ундай хәлдәр ҡабатланмаһын өсөн, минеңсә, мәктәптәргә сумкала тимер барлығын күрһәтеүсе приборҙар беркетеү генә аҙ. Психик сирле йәки енәйәтсе барыбер юлын табасаҡ. Иң беренсе ғаиләләге тәрбиәне уйларға кәрәктер, тип уйлайым. Мәҫәлән, минең дә улым йылына бер-ике тапҡыр булһа ла компьютерҙа уҙыш уйындары уйнай, тик контролдә тотабыҙ. Барыбыҙ ҙа эш кешеһе, донъя көтөргә кәрәк. Тик балаң тура юлдан барһын, ғаилә имен булһын өсөн нимә менәндер ҡорбан итергә лә тура килә.