Ашҡаҙар
+24 °С
Болотло
Яңылыҡтар
31 Декабрь 2020, 21:00

ӨМӘНЕ КӨТӨП ЯТМАЙҘАР

Быйыл ҡар күҙ асып йомғансы иреп бөттө, шуға ҡыш буйы йыйылып ятҡан сүп-сар ҙа һәғәттә ҡалҡып сыҡты. Уға ла оҙаҡ ятаһы түгел, тиҙҙән Стәрлетамаҡ май байрамдарына сәскә, гөл-дәргә күмелеп ултырасаҡ. Тап ошондай һөҙөмтәгә өлгәшергә тигән маҡсат ҡуйған ҡаланың юл-йәшелләндереү эштәре буйынса ремонт-төҙөлөш идаралығы.

Ҡаланың төп урамдарында, айырып әйткәндә, Октябрь, Ленин проспектарында өйөлөп ятҡан ҙур тоҡтарҙы күрмәй үтеп китеүе мөмкин түгелдер. Шулай уҡ юлдарҙы таҙартыу, соҡорҙарҙы ямау кеүек күренештәр барыһы ла экологик өмәләрҙең яҡынлашыуы тураһында һөйләй. Ҡала хакимиәтендә лә 16 апрелдән Стәрлетамаҡты таҙартыу һәм төҙөкләндереү айлығы иғлан ителде. Ҡала хакимиәте башлығы иһә шәмбе өмәһе байрам булырға, ә төп эштәр уға тиклем үк тамамланырға тейеш тип билдәләп үтте.
Ҡала халҡына бындай эштәрҙә бик йыш ҡатнашырға тура килмәй, төп көс ҡаланың юл-йәшелләндереү эштәре буйынса ремонт-төҙөлөш идаралығы эшселәре иңенә төшә. Уларҙы көн дауамында ҡаланың төрлө урындарында эш өҫтөндә осратырға мөмкин, беҙгә лә ҡулдарына тырма һәм һепертке тотҡан бер төркөм ҡатын-ҡыҙҙар тап булды, улар төҙөкләндереү цехы мастеры Валентина Вихляеваның бригадаһынан икән.
«Күҙ ҡурҡа, ҡул эшләй» тигәндәй, улар 14 апрелдә үк эшкә тотоноп, алда әйтелгән төп урамдарҙы таҙартып бөтөп бара. Ҡала халҡы ҡушылып китһә, эштәр тағы ла ырап китер тигән өмөттә эшселәр.
– Арабыҙҙа 20 йыллап бергә эшләүселәр байтаҡ. Ҙур эш мәлендә коллективҡа ваҡытлыса ҡушылыусылар ҙа бар, әле беҙ 43 кеше эшләйбеҙ. Урамдарҙы таҙалап бөткәс, ҡаланы сәскәләргә күмәһе бар, Г. К. Жуков исемендәге һәм «Еңеү» парктарына тиҙҙән матур-матур сәскәләр ул-тыртасаҡбыҙ. Өмәләрҙә ҡатнашыу бик күңелле, шуға ла ҡала халҡын әүҙем булырға саҡырабыҙ, улар беҙгә ҙур ярҙам, – ти бригада мастеры Валентина Ивановна.
Читайте нас