Ашҡаҙар
+30 °С
Болотло
Яңылыҡтар
31 Декабрь 2020, 21:00

Мәшәҡәтле түгел, бәрәкәтле тормош

Байрам алдынан БР Хөкүмәте йортонда бер төркөм гүзәл заттарға “Әсәлек даны” миҙалы тапшырылды. Дан әсәләр араһында Стәрлетамаҡтан Резида ФӘТҠУЛЛИНА (Рәхмәтуллина) ла бар ине. Рәхмәтуллиндарҙың ишле ғаиләһендә өс малай һәм ике ҡыҙ үҫә.

...Фатирға килеп ингәс тә был ғаиләлә тәртип, бөхтәлек һәм ихласлыҡ тәрбиә эшенең төп алымы икәнлеге күҙгә ташланды. Ҡыҙҙар ҡунаҡты итәғәтле генә ситтән күҙәтһә, малайҙар берәм-берәм ирҙәрсә ҡул биреп күреште. Балаларҙың әсәләренә һәм аталарына булышыуҙары йәнә ҙур мәғәнәгә эйә ине: өлкәнерәктәре – 12 йәшлек Лиана менән 9 йәшлек Линар һеңле-ҡустыларын ҡараша. Тимәк, киләсәктә ныҡлы терәк-таяныс. Хәйер, 7 һәм 5 йәшлек Динар менән Илнар ҙа апай-ағайҙарынан ҡалышырға теләмәй, өҫтәл тирәһендә ярҙамлаша. Ә йәш ярымлыҡ ҡына Зарина әлегә әсәй-атай, апай-ағайҙарының иркәләүенә кинәнеп уйнай, “тәтелдәп” бер була – ныҡлап теле асылған ваҡыт бит. Ғөмүмән, тырыш, итәғәтле сабыйҙар үҫә.
– Өйләнешкәндә ике бала тәрбиәләрбеҙ, тип уйлай инек, әммә күңел төбөндә ишле ғаилә хаҡында хыял йөрөттөк. Хоҙай был теләгебеҙҙе ишетте, – тип шатлыҡтары менән уртаҡлаша Рәхмәтуллиндар.
Әлбиттә, миҙал ике яҡлы була тигәндәй, биш баланы бағаһы, аяҡҡа баҫтыраһы бар. Әммә баҙап ҡала торғандарҙан түгел был ғаилә – булмышына яуаплы ҡарай: сәнәғәт өлкәһендәге тауарҙар менән сауҙа итеп икмәк таба, ҙур фатирҙары бар, 2016 йылда ер участкаһы бүленгән. Хәйер, ишле ғаиләләргә дәүләт ярҙамы көндәлек тормошта ла һиҙелеп тора: балалар баҡсаһына ташлама, сираттағы льготалар, түләүҙәр һәм башҡалары. Сер түгел, сирләп киткән саҡтар ҙа була сабыйҙарҙың, өлгөрә алмай ҙа китәләрҙер – был мәлдә иһә өләсәй Зилә Абдрафиҡ ҡыҙының ярҙамы ҙур. Шулай тормоштоң тәмен белеп, йәмен табып йәшәй Фәтҡуллиндар. Әлбиттә, уларға ла ҡояш гел генә йылмайып тормаған, кеше тупһаһын тапарға ла тура килгән ваҡытында, бизнесты үҫтереү һ.б. Иң мөһиме: барлыҡ һынауҙарҙы ла йырып сыға алған ғаилә.
...Бөгөнгө көндә ишле ғаиләләргә һоҡланып ҡына түгел, һынап та бағырға күнеккәнбеҙ – биш бала тәрбиәләү берәүҙе аяҡҡа баҫтырыу түгел шул. Күп баланы өҫтәлмә мәшәҡәт тип атаусылар ҙа бар. Был йәһәттән Резида Вәсим ҡыҙы менән Радик Рәшит улының фекере ҡиммәт:
– Линар улыбыҙ каратэ менән шөғөлләнә һәм төрлө ергә ярыштарға сығып китә. Был саҡта ла, башҡа балалар өләсәләренә ҡунаҡҡа киткәндә лә өй бушап ҡалған һымаҡ – балаларыбыҙ күмәкләшеп өй тултырып ҡайтҡанда ғына донъябыҙ бөтөн, - ти улар һәм былай тип тә өҫтәп ҡуялар. – Улар бит – Хоҙай бүләге, тормош бәрәкәте.
Матур һәм тос һүҙҙәргә тағы ни өҫтәйһең...
Читайте нас