Ашҡаҙар
+30 °С
Болотло
Яңылыҡтар
31 Декабрь 2020, 21:00

ӨМӨТТӘР АҠЛАНҺЫН!

– Яңы йыл килә! – тип шатлана балалар.– Яңы йыл килә! – тип дәртләнә ололар.Балаларҙың шатланыуын аң-лайбыҙ һәм наҙланып ҡабул итәбеҙ. Бүләктәр әҙерләйбеҙ, ҡотларға иркә һүҙҙәр эҙләйбеҙ. Ололарҙың дәртләнеүҙәре лә билдәле, сөнки дәртләнеү - ул алдағы өмөттән килә.

Һәр бер кешенең был донъяла үҙ маҡсаты һәм үҙ яҙмышы бар. Ниндәй генә ваҡиғалар алда тормаһын, уларҙы хәл итеү – һәр кемдең үҙенән һәм илдең именлегенән тора. Ҡуйған маҡсатыңды тормошҡа ашырырлыҡ шарттар булып, һәләтеңде, тәжрибәңде, белемеңде файҙаланып, үҙеңдең хеҙмәт уңыштарын күрә алһаң - шунан да ҙур ҡәнәғәтләнеү булмайҙыр ул.
2018 йыл халҡыбыҙ өсөн хәл иткес буласаҡ, сөнки беҙ Рәсәй Президентын һайлайбыҙ. Был – ябай мәсьәлә түгел. Президент – халыҡ яҙмышын хәл иткән шәхес. Ул, һис шикһеҙ, халыҡтың ышанысын аҡларға тейеш. Шуның өсөн һайлағанда яңылышырға ярамай. Беҙгә аҡыллы, абруйлы, тәжрибәле лидер кәрәк.
Йыл бик ҡыҙыҡлы ла булмаҡсы. Футбол буйынса беҙҙә донъя чемпионаты үтәсәк, Көньяҡ Кореяла – ҡышҡы олимпиада. Яңы йылда юбилейҙар ҙа күп. Ҡыҙыл Армияға – 100 йыл, Комсомолға –100 йыл, Беренсе бөтә донъя һуғышының тамамланыуына – 100 йыл. Башҡортостандың 100 йыллыҡ юбилейына әүҙем әҙерлек алып барырбыҙ, 2019 йыл алыҫ түгел.
Алдағы йылда йөкләмәләр күп. Уларҙы уңышлы башҡарыу өсөн берҙәмлек, уңышлы хеҙмәт, халыҡ-ара хәлдең яҡшы булыуы кәрәк. Күрше илдәр менән дә тыныс, дуҫ йәшәге килә.
Кеше бит бәхет өсөн тыуа. Әҙәм балаһы муллыҡта йәшәргә тейеш. Яҡшы шарттарҙа тыуым да арта, тимәк, ил ҡеүәте лә арта. Тормош еңел түгел, ләкин ҡыҙыҡ һәм өмөтлө. Рухыбыҙҙы төшөрөп йөрөргә бер сәбәп тә юҡ. Бынан бер нисә йыл элек магазиндарҙа ярмаларға, шәкәргә сәғәттәр буйы сират тороп, колбаса артынан Мәскәүгә осоп интегә инек. Хәҙер магазин кәштәләре аҙыҡ-түлектән һығылып тора.
Ҡалабыҙҙың йөҙө көндән-көн үҙгәрә. Майҙандар, урамдар, аллеялар матурлана, төҙөкләндерелә. Статистика мәғлүмәте буйынса, быйыл ҡалала 110000 кв.м торлаҡ төҙөлгән, 98 күп фатирлы йорттарҙың ишек алдары төҙөкләндерелгән. Быларҙың барыһын да үҙ күҙебеҙ менән күрәбеҙ. Донъяла тыныслыҡ, кешелә тырышлыҡ булһа, тормошто төҙөкләндереп була.
Әйҙәгеҙ, яңы йылда бер-беребеҙгә иҫәнлек, изгелек, уңыштар теләйек, мәрхәмәт күрһәтәйек, бер-беребеҙҙе кисерәйек.
Читайте нас