Әлеге көндә 5 балаға әсәй булып, балаларының шулай һөнәрле, оҫта, тәрбиәле булып үҫеүҙәренә ҡыуанып йәшәгән Светлананы күптәр бәләкәй ваҡытынан алып беләләр.
Мәктәпкә уҡырға барғансы уҡ “Башҡортостан пионеры” гәзитенән әкиәт-хикәйәттәрҙе ҡысҡырып уҡып, йөкмәткеһен һөйләп биреп, оҙон шиғырҙарын яттан һөйләп тә бирә ул.
2-се синыфта уҡығанда уҡ мәктәптә башҡорт теле һәм әҙәбиәте уҡытыусыһы булып эшләгән әсәһе Рәмилә Хәмит ҡыҙы Хәкимова ойоштороп үткәргән “Шишмә тауышы” исемле әҙәбиәт түңәрәгенә йөрөп, шиғырҙар яҙа башлай. 3-сө синыфта саҡта “Ҡарлуғастар” исемле тәүге хикәйәһе “Башҡортостан пионеры” гәзитендә баҫылып сыға. Артабан бер-бер артлы мәҡәләләр һәм шиғырҙары “Пионер” журналы һәм гәзит биттәрендә күренә башлай. Ә 4-се синыфты бөткәс, Пионерия көнөндә уға “Башҡортостан пионеры” гәзитенең “Йәш хәбәрсе” тигән таныҡлыҡ һәм маҡтау ҡағыҙҙары мәктәп линейкаһында тантаналы рәүештә тапшырыла. Республика балалар журналы һәм гәзите үткәргән викториналарҙа, төрлө шиғри бәйгеләрҙә еңгән ҡыҙҙы Өфөгә “Башлап яҙыусы Йәш яҙыусылыр” семинар-осрашыуына ла саҡыралар. Ул саҡта “Башҡортостан пионеры” гәзитендә эшләүсе Зөһрә Ҡотлогилдина, Рәмил Йәнбәков кеүек танылған журналистар уны дәртләндереп, ижадына ҡеүәт өҫтәп тора. Телевидениела балалар өсөн тәғәйенләнешле “Яҙғы тамсылар” тапшырыуына ла ике тапҡыр саҡыралар.
Маҡар урта мәктәбенең 10-сы синыфында уҡығанда башҡорт теле һәм әҙәбиәтенән республика олимпиадаһында комиссия ағзаларына үҙе ижад иткән “Күк бүре тураһында хикәйәт” поэмаһын уҡып, бөтә бәйге этаптарында еңеп, 1-се урын яулай. Мәктәпте тамамлап, Өфөгә Башҡорт дәүләт университетына уҡырға барыу маҡсаты ла тормошҡа аша: шиғриәт өлкәһендә лә, журналистикала ла ҡәләмен һынап ҡараған уңған ҡыҙ университетҡа конкурстан тыш ҡабул ителә. Студент йылдарында төрлө ижади бәйгеләр, фәнни конференцияларҙа ҡатнашыу менән бергә Светлана уҡыу йортоноң “Ирәндек” бейеү ансамблендә 5 йыл бейей. Йәмғиәт эштәрендә, уҡыуҙа ла алдынғы була – Рәсәй Федерацияһының Президент стипендияһын алып уҡып, юғары уҡыу йортон Ҡыҙыл дипломға тамамлай. Уңышлы, тырыш ҡыҙға аспирантурала ҡалып уҡырға тәҡдим итәләр. Тик Светлана үҙенең “уҡытыусы булырға, мәктәптә уҡытырға” тигән теләгенә тоғро ҡала. Стәрлетамаҡ ҡалаһының 33-сө башҡорт мәктәбенә эшкә килә.
Эшләүенең икенсе йылында уға “Баш-ҡорт теле һәм әҙәбиәте уҡытыусыһы” конкурсында ҡатнашырға тәҡдим итәләр. Мәктәптә һәм ҡала этабында еңгәс, Стәрлетамаҡ ҡалаһы исеменән Баймаҡҡа конкурсҡа китә. Ул саҡта конкурстың һуңғы этабында ҡатнашыу өсөн 5 йыл хеҙмәт стажы кәрәклеге билдәле була. Ә Светлана икенсе йыл ғына эшләй... Шулай ҙа бәйгенең бөтә этаптарын да уңышлы үтеп, конкурстан тыш булһа ла сығыш яһап, Маҡтау ҡағыҙҙары алып ҡайта ныҡыш ҡыҙ. 2005 йылда тағы ла “Йыл уҡытыусыһы” конкурсында ҡатнашыу хоҡуғын яулап ала. Тейешле булған бөтә шарттарҙы үтәп, Өфөгә килеп, конкурс асылыу тантанаһы килеп еткәс кенә шул мәғлүм була: Артемьева Светлана Иван ҡыҙы, исем-фамилияһы ла башҡортса түгел, етмәһә, ул быға тиклем конкурста бер тапҡыр ҡатнашҡан булған, хәҙер ҡатнаша алмай икән. Бәхеткә күрә, саҡырылған ҡунаҡтар араһында БДУ-лағы элекке уҡытыусыһы, хәҙер Башҡортостандың мәғариф министры Зөһрә Йыһанур ҡыҙы Рәхмәтуллина ултыра икән. Уның туранан-тура ҡәтғи күргәҙмәләре нигеҙендә Светлана “Республика һәм төбәк-ара башҡорт теле һәм әҙәбиәте уҡытыусыһы” конкурсында ҡатнаша. Был юлы ул 6-сы урын яулап “Иң яҡшы дәрес” номинацияһында еңеүсе булып, Башҡортостан мәғариф министрлығының Маҡтау ҡағыҙына лайыҡ була.
Мәктәптә эшләү дәүерендә Светлана ғаилә ҡороп, балалар үҫтереүгә лә ваҡыт таба. Тормош иптәше Дилфәр Ғәҙелйән улы менән 3 ҡыҙ һәм 2 ул тәрбиәләйҙәр. 5 баланы үҫтереп, кеше итер өсөн рухи байлыҡ ҡына етмәй бит әле, хәҙерге замандың талаптары ла һанап бөтөрөрлөк түгел. Балаһы мәктәптә уҡыған, йәки балалар баҡсаһына йөрөгән ата-әсә быны яҡшы аңлай. Ике улы һәм ҡыҙы һәр йыл ҡаланың төрлө үҙәктәрендә курстарҙа уҡыу менән бер рәттән “Торатау” бейеү ансамблендә бейейҙәр, түңәрәктәргә йөрөйҙәр. Уларҙы ваҡытында оҙатыу, ҡаршы алыу, йыш ҡына ойошторолған йыйылыштарын ҡалдырмау, взностарын ваҡытында түләү – барыһы ла әсәй кеше өҫтөндә, сөнки атай вахта менән ситтә эшләй. Уның бурысы ла мөһим – ғаиләһен матди яҡтан тәьмин итеү. Ғаилә тормошо, йәшәү рәүеше билдәле бер йүнәлештә, тәртипкә һалынған. Балалар бер-береһенә ярҙам итеп, хәстәрлек күрһәтеп, өҙөлөп торалар.
Декрет ялында бала үҫтереп ултыр-ғанда ла, ваҡыт әрәм булмаһын тип, ул саҡта Зәйнәп Биишева исемен йөрөткән Стәрлетамаҡ педагогия институтының пе-дагогика һәм психология факультетында уҡып, Ҡыҙыл дипломға тамамлап ҡуя.
Ир-атҡа ҡарата “Егет кешегә етмеш төрлө һөнәр ҙә аҙ” тигән әйтемде Светлана Иван ҡыҙына ҡарата әйтеү ҙә һис хилаф булмаҫ. Ысынлап та, ул ниндәй генә эшкә тотонһа ла ҡулынан килә. Күптән түгел уның тормошонда иҫтәлекле бер ваҡиға булды: Өфөгә Хөкүмәт йортона саҡырып “Әсәлек даны” миҙалы тапшырҙылар. “Күп балалы әсә” тигән исемем бар хәҙер, тип ихлас көлә Светлана. Зәйнәб Биишеваның “изге әсә лә, гүзәл эшсе лә” тигән шиғри юлдары тап Светлана Иван ҡыҙы һымаҡ ҡатындарға арнап яҙылғанына тағы ла нығыраҡ инанаһың. Тырыш хеҙмәткәр, уңған хужабикә, хәстәрлекле әсә, иренә - ышаныслы тормош юлдашы, ғөмүмән, бәхетле ҡатын-ҡыҙ Светлана Иван ҡыҙына артабан да, ҡуйған маҡсаттарына ирешеп, ауырлыҡтарҙы еңеп, яңы үрҙәр яулауын теләйбеҙ.