Ашҡаҙар
+20 °С
Болотло
Яңылыҡтар
31 Декабрь 2020, 21:00

МАЯҠ БУЛЫР ОЛАТАЙЫМ БАР

Был мәҡәләмде мин үҙемдең олатайыма – Дәминев Риф Абдулла улына бағышлап яҙам.

Хәҙер ул хаҡлы ялда. Ялға сыҡҡанына биш йыл уҙып та китте. Олатайым менән беҙ йыш осрашып торабыҙ. Уның менән һөйләшеүе бик ҡыҙыҡ, сөнки ул оҙаҡ йәшәгән, күпте күргән, күпте белгән кеше. Һөнәре буйынса ул – инженер-механик. Өфө авиация институтын тамамлаған. Уҡыуы буйынса хәрби авиацияла хеҙмәт иткән. Шуға ла ул самолеттарҙы һәйбәт белә: улар менән бәйле көтөлмәгән хәлдәрҙе, төрлө ваҡиғаларҙы миңә мауығып һөйләп бирә. Хеҙмәт итеп ҡайтҡас, олатайым бер аҙ заводта эшләп ала ла Стәрлетамаҡ химия-технология техникумына эшкә күсә. Ошо техникумда 41 йыл эшләй һәм уның һуңғы 24 йылын-да техникумды етәкләй. Күпте күргән, күпте кисергән олатайым Рәсәйҙе генә гиҙеп сыҡмаған, сит илдәрҙә лә булған. Италияла директорҙар курсында уҡыған, итальяндарҙың мәҙәниәте менән танышҡан.
Олатайым яҡшы белгес кенә түгел, яҙыусы ла, шағир ҙа, композитор ҙа. Ике хикәйә, бер йыр-моң китабы, бер роман авторы. Һәүәҫкәр композитор булараҡ, 70-тән артыҡ йырҙар һәм башҡа музыкаль әҫәрҙәр яҙған. Башҡортостан драматургтарының өс спектаклен музыка менән биҙәгән. Үҙебеҙҙең Стәр-летамаҡ ҡалаһында өс тапҡыр ижад кисәһен үткәрҙе.
– Олатай, һин йыр-моң яҙырға ҡайҙан илһам, дәрт алаһың? – тип һораным бер саҡ үҙенән.
– Мин һине үҙемдең тыуған яғыма алып барып, уның тәбиғәтен күрһәтермен. Шунда барыһын да аңларһың, – тигәйне ул.
Бынан бер нисә йыл элек, беҙ уның тыуған ере Хәйбуллаға барып ҡайттыҡ. Ысынлап та, күҙ күреме етмәҫлек, икһеҙ-сикһеҙ далалар, һыуһаҡлағыстар, бейек-бейек тауҙар, йәмле Һаҡмар буйҙары беҙҙе ҡаршы алды. Былар барыһы ла кешене үҙенә тартып, илһамландырып тора. Олатайымдың бала сағында оҙаҡ ҡына йәшәп киткән Бикбау ауылында ла булдыҡ. Ҡыҙғанысҡа ҡаршы, ауыл юҡ инде хәҙер. Үҙенең бер шиғырында ул былай тип яҙа:
Оҙаҡ йөрөп, тыуған яҡҡа ҡайттым.
Ауылым юҡ, бөткән нигеҙҙәр.
Хатта урамды ла үлән баҫҡан,
Сиңерткәләр осоп йөрөйҙәр.
Олатайым ауылының юҡҡа сығыуына бик борсола. Был турала яҙған шиғыры ла әйтеп тора :
Юҡ һин инде хәҙер был донъяла,
Бер йорт бында тороп ҡалмаған.
Тик бер мәсет емерелеп ята,
Яҙмышын тапшырып Аллаға.
Борсолорлоҡ та шул. Ауылдың ултырған ере шундай матур – Швейцарияң да кәрәкмәй. Тау ҡырынан Һаҡмар йылғаһы аға. Тау битендә үҫкән ағастар йылға буйын йәмләй. Йылғаның һул ярында элек гөрләп торған ауыл булған. Ауыл халҡы бик татыу йәшәгән. Бөйөк Ватан һуғышы йылдарында халыҡ бер-береһенә ярҙам иткән, утын ҡырҡҡан, бесән сапҡан. Һаҡмарҙа балыҡ тотҡандар. Ул саҡта йылға балыҡҡа бик бай булған. Шул йылғаға бағышлап, олатайым поэма ла яҙған:
Мөғжизә һин – мәрхәмәтле Һаҡмар.
Мөғжизә – шул йөҙгән балыҡтар.
Һин бит, йылғам, һаҡлап алып ҡалдың
Һуғыш йылдарында аслыҡтан...
Был ерҙәрҙе күреп, Һаҡмарҙа һыу инеп, тауҙарға үрләп, мин олатайымдың ҡайҙан илһам алғанын яҡшы аңланым. Ул бит үҙе шул йылдарға йәштәш. Ауылын һағынып, Еңеү көнөн хәтерләп, бына нимә тип яҙа:
Ә бит бер мәл ауыл гөрләй ине,
Хәтеремдә - йылы май көнө.
Халыҡ йырлап, илап төнө буйы
Шатланып, иҫереп йөрөнө.
Иҫерҙеләр – араҡынан түгел,
Бөйөк Еңеү көнө булғанға.
Ватаныбыҙ өсөн ғорурланып,
Иланыҡ беҙ күңел тулғанға.
Әлбиттә, мин олатайым менән ғорур-ланам. Ул СССР-ҙың почетлы химигы, Рәсәй Федерацияһының почетлы мәға-риф эшмәкәре, Башҡортостандың ат-ҡаҙанған мәғариф эшмәкәре, Стәрлета-маҡ ҡалаһының почетлы гражданины. Күп йылдар ҙур йәмәғәт эшен алып барған. Ун йыл Стәрлетамаҡ ҡала башҡорттары ҡоролтайы башҡарма комитеты рәйесе булып эшләгән. Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайы башҡарма комитеты ағзаһы булған һәм II, III Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайының иң юғары наградаһы: «Ал да нур сәс халҡыңа» исемле миҙал менән бүләкләнгән. Олатайым, уҡытыусы һөнәрен һайлап, ата-әсәһенең юлын дауам итһә, минең атайым да, Дәминев Рөстәм Риф улы ла, ошо юлдан атлай. Ул – ғалим, техник фәндәр докторы, Өфө дәүләт нефть техник университетының Стәрлетамаҡ филиалы директоры, ҡала советы депутаты. Атайым, етәксе булараҡ, бик күп ойоштороу һәм фән эштәре менән булышһа ла, олатайым кеүек йыр, музыка яҙа. Уның хәҙер тиҫтәләгән йыры бар. Беҙҙең ғаилә – уҡытыусылар ғаиләһе. Өләсәйем, Римма Сафа ҡыҙы, 36 йыл уҡытыусы булып эшләгән. Ул шиғырҙар уҡырға ярата, һүрәттәр төшөрә.
Әсәйем дә уҡытыусы юлын һайлаған. Ул – иҡтисад фәндәре кандидаты, доцент, ӨДНТУ-ның Стәрлетамаҡ филиалы кафедраһы етәксеһе. Әсәйем, үҫмер сағында, бейеү менән мауыҡҡан. Ағайым Риф тә бик һәләтле егет. Тәүҙә ул спорт бейеүе менән шөғөлләнде. Ә хәҙер каратэ менән ҡыҙыҡһына. Каратэ буйынса Башҡортостан чемпионы. Спорт бейеүе буйынса мин дә – Башҡортостан чемпионы. Миңә йыш ҡына Мәскәүҙә, Ҡазанда, Һамарҙа, Силәбелә, Пермдә, Ырымбурҙа, Өфөлә һәм башҡа ҡалаларҙа ярышта ҡатнашырға тура килә. Төрлө ерҙәрҙе, кешеләрҙе күреп, олатайымды иҫемә төшөрөп алам. Һис шикһеҙ, Башҡортостан бик матур ил. Тыуған еремдән дә матур ерҙе тапмайым. Мин олатайыма рәхмәтлемен. Ул мине тыуған ерҙе, туған телде, халҡымдың мәҙәниәтен яратырға, уларҙы ихтирам итергә өйрәтә. Башҡорт халҡының ғөрөф-ғәҙәттәрен, үҙебеҙҙең ғаилә йолаларын һаҡларға һәм хөрмәт итергә өндәй. Олатайымдың китаптары, йырҙары, музыкаһы, уның маҡтаулы исемдәре беҙҙең ғаиләбеҙҙең рухи хазинаһы ул. Тормош юлымда маяҡ булырҙай олатайым булыуы менән ғорурланам.
PS: Ҡалабыҙҙың 2-се гимназияһында башҡорт телен теләп өйрәнгән балалар бик күп. Эльза Дәминева – шундайҙарҙың береһе. Әсә теленә һөйөү иң беренсе ғаиләлә һалына, ә беҙ, уҡытыусылар, балаларҙа башҡорт теленә булған ҡыҙыҡһыныуҙы, мөхәббәтте арттырабыҙ ғына. Башҡорт рухында тәрбиәләнгән уҡыусымдың иншаһы һеҙҙең күңелдәрегеҙҙе лә яҡтыртып, байытып ебәргәндер, тип ышанам.
2-се гимназияның башҡорт теле һәм әҙәбиәте уҡытыусыһы Әлфирә Ғиндулла ҡыҙы Игеҙбаева.
Читайте нас