– Сабыйҙарығыҙҙы әлеге һымаҡ йөҙөгөҙҙән йылмайыу юғалтмай ғына, илебеҙҙең ысын граждандары итеп тәрбиәләүегеҙҙе теләйем, – тигән тәбрикләү һүҙҙәрен еткерҙе ҡала хакимиәте башлығы урынбаҫары Альберт Шәйхетдинов ғаиләләргә.
Лилиә менән Альберт Аҡбашевтар 9 апрелдән алып ике ул тәрбиәләй. Артурҙың ҡустыһына шатлығы сикһеҙ. “Бергәләп уйнарбыҙ, мин уны ҡурсалап ҡына йөрөтәсәкмен”, – ти малай. Ағайың булғас, шәп инде ул!
Меңенсе һәм мең дә беренсе “исем ҡағыҙы”… Тәү ҡарашҡа ғәҙәти тапшырылған документар тураһында һүҙ бара. Әммә, уйлана төшһәң, унда ҡала тормошо, уның киләсәге, ғөмүмән, демографик мәсьәлә ярылып ята. Ана шул йөҙөнсө, меңенсе, ун меңенсе булып тыуған балаларыбыҙ – беҙҙең киләсәк тә инде. Тик, үкенескә ҡаршы, һуңғы йылдарҙа тыуым кәмей һәм был тенденция быйыл да күҙәтелә. Нисек кенә булмаһын, дәүләт тарафынан тыуҙырылған шарттар тормошҡа ашып, унан бигерәк йәш ғаиләләр үҙҙәренең был донъяла тәғәйенләнешен аңлап, әлеге хәл ыңғай яҡҡа үҙгәрер тигән өмөттә ҡалайыҡ. Бирһен Хоҙай, ата-әсәләр быйылмы, алдағы йылдамы ике меңенсе тыуыу тураһында таныҡлыҡ артынан да килһен…