Ашҡаҙар
+24 °С
Болотло
Яңылыҡтар
31 Декабрь 2020, 21:00

МИҘГЕЛДӘРҘЕ ҺИС ТӘ ҺАЙЛАП БУЛМАЙ…

ШишмәСафлыҡтың мин үҙе булып тыуҙым – Гәлсәр кеүек ине күҙ йәшем.Ҡояш-атам биргән һабаҡтарҙы,Ер-әсәнең алдым кәңәшен.Ах, тигеҙ ҙә түгел юлдары ла – Ауыр балсыҡ төштө ярымдан.Бер еп кеүек кенә нурҙы күреп,Балҡып сыҡтым тағы яңынан!Ҡотолдоммо тиһәм... Хыял янған –Тик ел йөрөй көлгә күмгеләп...Күҙ йәштәре аша көлөп сыҡтым – Тәүбә ҡылып, башым бәргеләп.Бысранып та бөттөм... Тик шулай ҙаҠоштар әйҙәй мине үҙ итеп.Юлым дауам итәм – балсыҡ ярҙа,Көл өҫтөндә гөлдәр үҫтереп.

Бөгөнгөм
Миҙгелдәрҙе һис тә һайлап булмай –
Үҙ йыры бар һәр бер осорҙоң.
Ҡыйылып осто, ана, аҡ шоңҡар!
Сыйырсыҡ та бала осорҙо.
Ҡалды тағы һандуғаслы яҙҙар,
Тымыҡ күлдә йөҙгән аҡҡоштар...
Күңелемдә, тик хәтерҙә генә –
Үҙем генә белгән миҙгел бар.
Һоро турғай кеүек бөгөнгөм дә –
Ләкин миңә ул да ҡәҙерле.
Күңел ҡошҡайҙары һайрағанын
Ишеткәндәр генә бәхетле...
Көрәш
Яҙҙар килә – нурҙар уйнай ҡарҙа –
Күҙ ҡамаша – яҡты иркенлек!
Зәһәр һыуыҡ бер аҙ сигенә лә,
Ҡара төндө көтә өҙөлөп.
Сағыу ҡояш еңә бара һаман –
Ҡараңғылыҡ тағы ҡыҫыла.
Саф моңдарға түҙә алмайынса
Туң йылғалар шаулап асыла.
Һағыныу
Эй, ҡояшы бигерәк сағыу ҙа һуң!
Яҡтылыҡтан күҙҙәр ҡамаша.
Һәр бер бөрө, япраҡ ярам хәҙер,
Шунан – сәскә, тиеп һаташа.
Беҙ килтерҙек яҙҙы, тиҙәр ҡоштар –
Йыр ағыла алыҫ-алыҫҡа.
Зәңгәр күктең төпһөҙ зәңгәрлеге
Тоташҡандай алтын офоҡҡа!
Гөрләүектәр шаулап ҡына уҙҙы...
Буламы һуң тыйып?
Туҡтатып?
Яҙ эҙләйем бына яҙҙарҙан да...
Тик тамсылар тама –
Тып та тып...
Йыр
Саф ысыҡтан алып яҡтылыҡты,
Күңелемдә тыуҙы аҡ моңдар.
Алһыу таңда яҙған йырҙарымда
Һинең йөҙөң, һинең һының бар.
Уңда-һулда – донъя тәгәрмәсе,
Өлгөрөргә кәрәк – ваҡыт тар.
Көн ҡыҙғанда яҙған йырҙарымда
Һинең йөҙөң, һинең һының бар.
Һис һиҙелмәй кис тә яҡынлаша,
Һарғылт төҫтә, ана, офоҡтар.
Һағыш тулы киске шәфәғемдә
Һинең йөҙөң, һинең һының бар.
Беләһеңме, һинең һының бар...
Читайте нас