Милли гвардия ғәскәрҙәре алдында иң тәүҙә тәртип булдырыу мәсьәләһе ҡуйыла, шуға ла уларҙың байрамдары ла ғәҙәти көндәгесә тыныс үтә. Стәрлетамаҡ хәрбиҙәре иһә был көндө яугир-интернационалистар һәйкәле эргәһенә йыйылды, улар менән бергә ғәскәрҙең ветерандары, техникум, колледж студенттары ла килгәйне.
Бер ғәскәрҙә лә хеҙмәт итеүе еңелдән түгел, әммә тап Милли гвардия һалдаттары иңендә хәрби бәрелештәр урынында тыныслыҡ һәм тәртип булдырыу бурысы ята. Ҡыҙғанысҡа ҡаршы, ҡыҙыу нөктәләрҙә юғалтыуҙар ҙа кисерергә тура килә, шуға йыйылыусылар һәләк булған иптәштәрен бер минут тынлыҡ менән иҫкә алып, яугир-интер-националистар һәйкәленә сәскәләр һалды. Митинг-ты Стәрлетамаҡ ҡалаһы ҡала округы хакимиәтенең йәмәғәт институттары менән үҙ-ара бәйләнеш бүлеге начальнигы Ил-гиз Йәнәлиев алып барҙы, йәштәр алдында үҙ һүҙен ветерандар ҙа әйтте. Росгвардия ветерандары советы рә-йесе урынбаҫары, эске хеҙмәт майоры Рафаэль Мусағитов был ғәскәрҙә 30 йылға яҡын хеҙмәт итеүе тураһында һөйләне:
– Беҙ лайыҡлы хеҙмәт иттек, беҙҙең заманда илгә бер дошман да ғәскәрҙәрен индерә алманы. Хәҙер һеҙҙең сират, беҙҙең эште һеҙ лайыҡлы дауам итергә тейешһегеҙ, – тине ветеран йәштәргә мөрәжәғәт итеп.
Уның һүҙҙәрен Рәсәй армияһында сирек быуат хеҙмәт итеүсе өлкән прапорщик Нәғим Сөләймәнов та ҡеүәтләне:
– Һәр ир-егет хеҙмәт итергә тейеш, әгәр ҙә һеҙ беҙҙең ғәскәрҙәргә эләгәһегеҙ икән, был бурысты башығыҙҙы юғары күтәреп үтәгеҙ. Беҙҙең ғәскәр һалдатына сабырлыҡ һәм тыйнаҡлыҡ хас, үҙ көсөбөҙҙө кәрәкле мәлдә генә күрһәтәбеҙ, – тине ул буласаҡ һалдаттарға өндәшеп.
СОБР, ОМОН, авиацияның махсус отрядтарын берләштергән Росгвардия исеме, эше күптәргә таныш, уның хеҙмәткәрҙәре төрлө күнекмәләр һәм рейдтар уҙғара, төрлө сараларҙа тәртип һаҡлауҙы тәьмин итә. 2017 йылда Эске эштәр министрлығының Эске ғәскәрҙәр көнө Милли гвардия ғәскәрҙәре көнө тип үҙгәртелде.
Тарихҡа ҡарағанда ла байрам дөрөҫлөккә тап килә, сөнки 27 март Рәсәй Федерацияһында Милли гвардия ғәскәрҙәре булдырылған көн, быйыл был ваҡиғаға 207 йыл тулды.