Стәрлетамаҡ менән айырыуса ептәр бәйләнгән
Кисә Өфөлә Конгресс-Холда үтте. Унда республиканың төрлө төбәгенән ғәм халыҡ килгәйне: ябай гәзит уҡыусы ла, юғары дәрәжәләге етәкселәр ҙә. Башҡортостандың төп баҫмаһын тәбрикләргә, үҙ теләктәрен еткерергә ашҡынып килде улар. Халыҡты был көндө теүәл дата ғына берләштермәне, ә рухи берҙәмлек һәм ошо берҙәмлеккә һыйыныу хисе лә йыйҙы. Бына ниндәй көскә эйә ул гәзит!
Был рухи көстөң нурҙары кисәнең башынан уҡ күңелдәргә яҡ-тылыҡ өләште. Рес-публикабыҙҙың бер төркөм атаҡлы ҡурайсылары “Сыңрау торна”ны яңғыратҡан мәлдә сәхнәгә Баш-
ҡортостандың халыҡ шағиры Рауил Бик-баев күтәрелде. Ул әҫәрләнеп китеп “Баш-
ҡортостан бында башлана” тигән шиғы-рын уҡығанда, шағир менән бергә беҙ ҙә, залдағылар ҙа берсә яндыҡ, берсә көйҙөк, берсә ғорурландыҡ. Автор фекеренсә, һәммәбеҙ – Башҡортостаныбыҙҙың бер биҙәлеше, бер бөртөгө, ошондай ерҙә көн иткәнебеҙ менән ғорурланып, паклығыбыҙға тап төшөрмәй йәшәргә тейешбеҙ. “Башҡортостан” гәзитенең дә булмышы һәммәбеҙгә бәйле, унда республиканың барлыҡ төбәге сағылыш таба икән, тимәк, шул төбәктәрҙәге уҡыусыларына бәйле. Шуға һәр район-ҡала “Башҡортостан” бында башлана тип әйтергә хаҡлылыр, минеңсә.
Бында башлана тигәндән, ул бит Стәрлетамаҡта ла башлана. Тик был ҡала менән ул айырыуса ептәр менән бәйләнгән. Төбәктең гәзит өсөн тарихи әһәмиәте лә ҙур. Баҫма 1919-1922 йылдарҙа “Башҡортостан хәбәрҙәре” һәм “Ҡыҙыл ҡурай” исеме аҫтында нәҡ Стәрлетамаҡта донъя күрә!
Улай ғына ла түгел, ошо төбәктә инде нисәмә йылдар баҫманың үҙ хәбәрсе пункты булдырылған һәм бөгөнгө көндә был пункт Стәрлетамаҡта нығытылған. Стәрлетамаҡты заманында Мөхтәр Тимербулатов, Рәлиф Кинйәбаев, Вәдүт Исхаҡов, Флүр Ғәлимов, Сибәғәт Рахманғолов һымаҡ үҙ хәбәрселәр яҡтыртҡан. Әлбиттә, ошо тиклем ҙур ҡала өсөн махсус вәкил булдырыу – тормош талабы булған. Ҙур ғына түгел, бәрәкәтле лә төбәгебеҙ. Стәрлетамаҡ – үҙе таланттар төйәге. Юбилей кисәһендә, мәҫәлән, дәртле, рухлы сығыштары өсөн тамашасыларҙың “афарин”дары менән көслө алҡыштарына күмелгән Стәрлетамаҡ Бейеү театры артистары өсөн ғорурланмау мөмкин түгел ине! Ысынлап та, республикала бейеү коллективтары байтаҡ, ә төп баҫманың төп байрамы сәхнәһендә – нәҡ стәрлетамаҡтар!..
Ҡасандыр Зәки Вәлиди үҙе фатиха биргән һәм булдырған “Башҡортостан” гәзите тарихында шәхестең үҙенең яҙмышындағы һымаҡ төрлө саҡтары ҡалҡа. Исемен дә алыштыра, йүнәлешен дә, тик ниндәй генә замана булмаһын, ниндәй генә власть килмәһен, ул төп асылына тоғро ҡала – халыҡ мәнфәғәте өсөн сыға. Ошолар хаҡында һынылышлы осорҙа – үткән быуаттың 90-сыларында баҫманы етәкләгән Тәлғәт Сәғитов бәйән итте.
– “Беҙ һеҙҙе бөтөрәсәкбеҙ!” тип тә янанылар, ҡытлыҡҡа дусар итеп тә ҡаранылар, әммә “Башҡортостан” сыҡты, – был әйтелгәндәрҙе тетрәнмәй тыңлау мөмкин түгел, әлбиттә.
Эйе, ниндәй генә “елдәр иҫмәһен” баҫма намыҫына тоғро ҡалған. Был уңыш, һис шикһеҙ, гәзиттең һиҙгер етәкселәренә һәм тоғро хеҙмәткәрҙәренә лә бәйле булған. “Башҡортостан”да эшләгән исемдәр ге-нә түгел, исемдәре башҡорт тарихында, башҡорт әҙәбиәтендә алтын хәрефтәр менән яҙырлыҡтары ла сикһеҙ. Был тәңгәлдән ҡасандыр башҡорт баҫмаһын һаҡлап ҡалыу өсөн көрәшкән һәм, әлбиттә, еңгән бөйөк шағирыбыҙ Рәми Ғариповты атап китмәү мөмкин түгел.
Бөгөнгө көндә лә гәзиттә үҙ эшенең оҫталары ғына түгел, халыҡтың тын алышын, уның рухи һулышын аңлаған журналистар хеҙмәт итә. Сарала уларҙың бер нисәүһен тәбрикләүҙәрен күреп тә ҡыуандыҡ. Бүлек мөдирҙәре Илдар Аҡъюловтың Башҡортостан Республикаһының Почет грамотаһына лайыҡ булыуы, Салауат Әбүзәровҡа “Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған матбуғат һәм киң мәғлүмәт хеҙмәткәре” тигән маҡтаулы исем бирелеүе әйтелгәндәрҙе раҫлайҙыр.
– Тиҫтәләрсә йыл дауамында редакция коллективының һәр быуыны профессиональ публицистика, әҙәби ижад һәм ижтимағи-сәйәси фекер традицияларының берҙәмлеген һаҡлап килде. Баҫмала танылған журналистар, ғалимдар, мәҙәниәт хеҙмәткәрҙәренең мәҡәләләре донъя күрә. “Башҡортостан” гәзите биттәрендә, элеккесә, уҡыусы менән ышаныслы диалог алып барыла. Баҫманың республикабыҙҙың күп яҡлы тормошон яҡтыртыуға, халыҡты борсоған мәсьәләләрҙе тикшереүгә индергән тос өлөшө ихтирам уята. Башҡорт телен һәм мәҙәниәтен һаҡлау, Башҡортостан халыҡтары араһында дуҫлыҡты һәм татыулыҡты нығытыу өлкәһендәге тырышлығығыҙ юғары баһаға лайыҡ. Артабан да шулай буласағына ышанам, –тип уҡып ишеттерҙе Рөстәм Хәмитовтың ҡотлауын Башҡортостан Башлығының матбуғат секретары Фәнүр Йәғәфәров егеттәрҙе тәбрикләгәндә.
Яуаплылыҡ тойорбоҙ артабан да
…”Башҡортостан” гәзите халыҡты власть менән бәйләүсе генә түгел, кешеләрҙе, тотош ауылдарҙы ҙур тормош, яңылыҡтарға алып сығыусы ла ролен үтәй.
– Мин “Башҡортостан” гәзитен уҡып, республиканың тормошон күҙ алдыма килтерә торғайным, – тип хәтирәләргә бирелеп алды тамашаның режиссеры һәм алып барыусыһы, мәртәбәле исемдәр эйәһе Хөрмәтулла Үтәшев. Шуныһы ҡыуаныслы: абруйлы шәхестәр менән бер рәттән сәхнәгә алыҫ райондарҙан, сит төбәктәрҙән килгән ябай гәзит уҡыусылар ҙа, талант оҫталары ла күтәрелде. Ағинәйҙәр, гармунсылар, офицерҙар… Был, минеңсә, гәзиттең халыҡ баҫмаһы, халыҡ хазинаһы һәм дөйөм рухи байлығы икәнлеген тағы бер ҡабат иҫбатланы. Бигерәк тә редакция егеттәренең 112-се башҡорт атлы дивизияһы эҙҙәре буйлап сәфәр сыҡҡаны алдында баш эйеп, Ростов казактарының йәдкәрен тапшырған милләттәштәр һәм “Башҡортостан” тип яҙылған байраҡ тотторған “Любизар” хәрби-патриотик клубы ағзаларының сығышы мәғәнәле булды.
– Был минең дә, коллективтың да шәхсән юбилей кисәһе түгел, ә тотош Башҡортостандың байрамы, – тип үҙенсәлекле итеп сығыш яһаны гәзиттең баш мөхәррире Азамат Юлдашбаев һәм ошо хазинаны артабан да үҫтерергә, һаҡларға ант бирҙе. Кисә шулай юғары нотала тамамланды.
Әлбиттә, бер гәзит битендә генә тотош милләткә ҡиммәт барлыҡ һүҙҙәрҙе, бигерәк тә бер быуатлыҡ тарихтың мөһим ваҡиғаларын тулыһынса сағылдырыу мөмкин түгел. Әммә иң мөһиме хаҡында шымып ҡалыу килешмәҫ: тел яҙмышын уйлап борсолабыҙ һуңғы осорҙа, урындар ҡыҫҡартыла тигән хәүефле фекерҙәр йөрөй башта, Башҡортостандың рухи көҙгөһө булған “Башҡортостан” гәзитендә донъя күргән милләт үҫеше, йәшәйешебеҙҙе сағылдырған мәҡәләләр үҙ уҡыусыһын таба алмай аҙаплана. Уйҙар… борсолоуҙар, фекерҙәр һәм һорауҙар. Тик был һорауҙарҙың һәммәһенә лә яуап бар, ошо кисә быға үҙе яуап, ошо кисәлә яңғыраған һүҙҙәр яуап. Рауил ағайҙың әйткәндәрен генә иҫкә төшөрәйек: “Мин бит башланамын һинән, унан, кешеләрем, һеҙҙән башланам…” Нимә башлана? Уныһына инде, мөхтәрәм уҡыусым, үҙең яуап бир…