Июлдән бюджет тармағы хеҙмәткәрҙәре, пен-сионерҙар һәм студенттар бөтә түләүҙе “Мир” картаһы аша ала башланы.
Белеүегеҙсә, был система үҙебеҙҙеке. 2020 йылдың 1 июленән дә һуңға ҡалмай бығаса тотонған халыҡ-ара түләү системаһы карталарын күсереп бөтә-сәктәр. Айлыҡ түләүҙе алыу тәртибе шулай уҡ ҡала.
Был картаны илдең төрлө банкы сығара. Һәр кем үҙе теләгән банкты һайлай ала. Башҡортостанда әле 800 мең самаһы “Мир” картаһы сығарылған. Уны ҡулланыусылар һаны йылдам арта.