Беҙҙең Жәлил Кейекбаев исемендәге 3-сө гимназияның музыка уҡытыусыһы Алһыу Әхәт ҡыҙы Сапарова ла нәҡ шундайҙарҙан. Уның дәрестәре үҙе бер илаһи моң иленә, ә уҡыу бүлмәһе сәнғәт һарайына әйләнә. Бында сал быуаттар төпкөлөнән яңғыраған ауазды ла, заманса йырҙарҙы ла ишетергә мөмкин. Әйтерһең дә, уҡытыусы үҙе яратып уйнаған көйҙәре аша күңел шифалығы, йән йылыһы, белем орлоҡтары тарата. Ә бит музыка фәнен уҡытыу еңелдән түгел, ул ныҡышмалылыҡ, көндәлек күнекмәләр, ижади әүҙемлек талап итә. Моң ҡөҙрәтен, көй нескәлектәрен, йыр тылсымын тойған уҡытыусы ғына уҡыусыларында сәнғәткә һөйөү тәрбиәләй алалыр.
Үҙ һөнәренә йәне-тәне менән бирелеп эшләгән уҡытыусы һәр ваҡыт эш менән мәшғүл. Алһыу Әхәт ҡыҙы гимназияла уҙғарылған төрлө сараларҙы музыкаль яҡтан биҙәй, балалар менән сағыу һәм ҡабатланмаҫ сығыштар әҙерләй, байрамдарҙы уҡыусыларҙың зауығын, йәш үҙенсәлеген, ҡабул итеү психологияһын иҫәпкә алып ойоштора. Шул уҡ ваҡытта төрлө музыка ҡоралдарында уйнау серҙәрен дә аса. Йәш быуынды ҡумыҙ сиртергә, баянда уйнарға өйрәтә. Йыр-моңға әүәҫ, музыкаға һәләте булған балалар өсөн йыл һайын төрлө түңәрәктәр алып бара.
Алһыу Әхәт ҡыҙы ойошторған “Бөркөттәр”, “Йондоҙҙар”, “Алтынай” йыр ансамблдәре лә күптән инде гимназиябыҙ ғорурлығына, байрамдарыбыҙ күркенә әйләнде. Ҡалабыҙҙа йыл һайын уҙғарылып килгән “Аҡ тирмә” балалар ижады фестивалендә лә уларҙың сығыштары юғары баһалана. Балаларҙы конкурстарға әҙерләүҙе уҡытыусы етди һәм маҡсатлы эш тип һанай. Шуға күрә лә уҡыусылары призлы урындар алып һөйөндөрә. 2016 йылда “Йондоҙҙар” ансамбле ҡалала уҙғарылған патриотик йырҙар конкурсында 3-сө урын яуланы. Стәрлетамаҡтың 250 йыллығына арналған балалар эстрада йырҙары конкурсында ла улар призлы урынға сыҡты. Йыр-моңға һәләтле уҡыусыларының береһе Элина Мусина “Йәшлек-шоу” йәштәр фестивалендә “Өмөт” номинацияһына лайыҡ булды.
Талантлы уҡытыусы ғына шундай һәләтле балалар менән дөрөҫ эшләү юлдарын таба беләлер. Алһыу Әхәт ҡыҙы үҙе лә йырҙар яҙа. Ул йырҙарҙы уҡыусылары төрлө байрамдарҙа, музыкаль кисәләрҙә башҡара. Баянда, синтезаторҙа, пианинола иркен уйнауы ла уҡытыусының уңышлы эшләүенә булышлыҡ итәлер.
Тынлыҡтың да үҙ моңо бар, тиҙәр. Алһыу Әхәт ҡыҙы коллегалары араһында тыныс холоҡло, йомшаҡ күңелле булыуы менән айырылып тора. Сабыр тәбиғәтле кешеләр моң серҙәренә нығыраҡ төшөнә, музыка нескәлектәрен тәрәндән тоя белә, күрәһең. Үҙ хеҙмәтенә яуаплы, талапсан булыуы ла шунан киләлер. Туҡтауһыҙ репетициялар ҙа, конкурстарға әҙерлек тә, көндәлек мәшәҡәттәр ҙә ялҡытмай уны. Киреһенсә, үҙ эшенә дәртләнеп, ең һыҙғанып тотона.
Шундай эшһөйәр, ижади ҡарашлы, һәр ерҙә лә өлгөр коллегабыҙ көндән-көн яңы идеялар менән ҡанатлана, балалар менән эшләүҙә яңы алымдар уйлап таба. Ул үҙенең фәһемле дәрестәре, баянда уйнаған көйҙәре, уҡыусыларының күркәм сығыштары менән киләсәктә лә беҙҙе ҡыуандырып торор тигән өмөттә ҡалам.