Ашҡаҙар
+24 °С
Болотло
Яңылыҡтар
31 Декабрь 2020, 21:00

Мораҙымдай, Тамъяндай улдарың булғанда, Торатау...

Ил төкөрһә, күл була, ти. Үткән шәмбелә, Торатауҙы яҡлап, төрлө милләт, төрлө ерлек вәкилдәре булған өс меңдән ашыу кеше “Йәшәү ҡулсаһы” исемле флешмобҡа йыйылды. 200 миллион йыл буйы ошо ерҙең айырылмаҫ бер хазинаһы булған изге тауға ҡул һонорға тырышыусыларға йәнә бер яуап булып яңғыраны был акция. Башта концерт ойошторолдо, һуңынан километрҙарға һуҙылған Башҡортостан флагын тотоп, халыҡ Торатау тирәләй баҫты. Күптәр бала-сағаларын етәкләп, хатта имсәк балаларын күтәреп тауға үрләне. 4 меңдән ашыу ҡарағай үҫентеһе ултыртылды.

Рөстәм ХӘМИТОВ, Башҡортостан Башлығы:
– Торатау – сеймал түгел, ҡомартҡы. Шуныһы мөһим: Шахтау ише ятҡылыҡтар беҙҙә бик күп. Хатта берәү-икәү генә лә түгел, етерлек кимәлдә. Килешәм, берәүҙәре – алыҫта, икенселәре – яҡын, өсөнсөләре – тәрәндә, дүртенселәре, транспорт инфраструктураһынан сығып фекер йөрөткәндә, бик уңайһыҙ ерҙә урынлашҡан. Әммә ысынбарлыҡта республикала Торатауҙан тыш сеймал сығанағы юҡ тигән фараз үҙ-үҙен аҡламаны.
Сарала бихисап билдәле шә-хестәр ҡатнашты. Улар араһында сәнғәт әһелдәре лә, дәүләт эшмәкәрҙәре лә бар ине. Ишембай, Өфө, Стәрлетамаҡ, Стәрлебаш, Салауат, Ейәнсура, Белорет, Бөрйән, Әбйәлил... хатта башҡа өлкәләрҙән дә килделәр изге бурыстарын атҡарырға. Эйе, милләтенә, һөнәренә, дини үҙенсәлегенә, йәшенә ҡарамаҫтан, был көндө изге тауыбыҙ өсөн барыһы ла берләште. Акцияла ҡатнашыусылар араһында байтаҡ таныштарымды күреп ҡыуанһам, шул уҡ ваҡытта байтаҡ ҡына таныштарымды бында тап итмәүемә үкенес кисерелде. Уның ҡарауы, хатта кемдер таяҡҡа таянып, кемдер йөклө килеш изге тауҙы һаҡлайым тип килеп етеүе күңелдә ниндәйҙер өмөт уятты. Тимәк, тәбиғәт ҡомартҡыһы өсөн аҙағына тиклем көрәш буласаҡ – ошондай һығымта тыуҙы күңелдә. Улай ғына ла түгел, киләсәктә лә уның ҡурсалаусылары булырына шик юҡ, мәҫәлән, береһенә бер йәш тулған, икенсеһе унан да кесерәк Тамъян Ҡолтаев менән Мораҙым Ҡунысбаев әле үк тыуған иле, ере тип йөрөй. Әлбиттә, улар әле аңламай, уның ҡарауы, рухлы ата-әсәләре, өләсәләре бар! Торатауҙы, ғөмүмән, изге тауҙарыбыҙҙы, йылға-күл, урмандарыбыҙҙы һаҡлау бурысы ана шул быуындан-быуынға күсә килергә, васыят итеп тапшырылырға һәм сәңгелдәктә, әсә ҡарынында уҡ аңға һеңергә тейеш түгелме ни?! Шул саҡта изге тау менән сеймал тигән төшөнсәләр буталмаҫтыр ҙа.
Һүҙ – акцияла ҡатнашыусыларға:
Камил ЙЫҺАНШИН, Рус география йәмғиәтенең Башҡортостан буйынса етәксеһе, яҙыусы, сәйә-хәтсе:
– Был тауҙың уникаллеге ғалимдар тарафынан күптән иҫбат ителде һәм тәбиғәт ҡомартҡыһы булараҡ ҡур-салауға мохтаж. Шуға ҡарамаҫтан һаман да уны сеймал, шәхси байыу сы-ғанағы булараҡ ҡулланырға тырышалар. Әлбиттә, бюд-жет, эш урындарына һылтана был хужалар, ә ғәмәлдә нисек тә аҙыраҡ сығым тураһында уйлайҙар. Минеңсә, улар өсөн эш урыны ла, бюджет та һәм, әлбиттә, изге тау төшөнсәһе лә юҡ – тиҙерәк кеҫә тултырырға ла бынан йырағыраҡ ҡасырға. Ә ниңә әле беҙ изге тауыбыҙҙы емертеп, уларҙың кеҫәһен ҡайғыртырға тейеш?
Был көрәштә шуныһы ҡыуаныслы: беҙ яңғыҙ түгел, республика етәксеһе үҙе Торатауҙы эшкәртмәү яҡлы икән, тимәк, көсөбөҙ бар. Уның ныҡлы позицияһы, әлбиттә, ышаныс тыуҙыра.
Зөһрә БУРАҠАЕВА, яҙыусы:
– Был акция – интернациональ сара. Бөгөн бында төрлө милләт вәкилдәре йыйылған, тимәк, Торатау – башҡорттар өсөн генә кәрәк, тигән фекер булырға тейеш түгел. Ул ошонда йәшәгән һәм хатта бынан әллә нисәмә километр алыҫлыҡта көн иткән башҡортҡа ла, татарға ла, урыҫ, сыуашҡа ла мөһим.
Ошондай дәррәү итеп йыйылыуыбыҙ бер яҡтан ҡыуандырһа, икенсе яҡтан тау өсөн көрәштең ошондай хәлгә килеп терәлеүе күңелде әрнетә.
Риф ИҪӘНОВ, “Урал” башҡорт халыҡ үҙәге етәксеһе, йәмәғәт эшмәкәре:
– Закондар үҙгәрә, төрлө ысулдар асыла, шуға Торатауыбыҙға йәнә хәүеф янай. Был тауҙы эшкәртеү бер тау яҙмышына ғына түгел, ошо тирәләге ауылдарға, халыҡҡа, тереклеккә кире йоғонто яһаясаҡ – был әсе хаҡиҡәт. Былай ҙа баҫыр урын ҡалманы бит, ҡайҙа ҡарама завод, ҡайҙа ҡарама урман ҡырҡыла, йылға бысратыла, инде был ҡомартҡынан да ҡолаҡ ҡаҡһаҡ, тәбиғәтебеҙ бөтөнләй етемһерәп ҡаласаҡ. Шуға нисек тә булһа Торатауыбыҙҙы һаҡлап ҡалырға кәрәк. Яңыраҡ ҡына 50 мең ҡултамға менән Рәсәй Президентына мөрәжәғәт иттек, ошо акция – үҙе етди сара. Быларҙың барыһын да етәкселек күрергә, халыҡ фекере менән иҫәпләшергә тейеш.
Бөгөн Сибайҙан да, Силәбе, Пермдән дә килгәндәр. Төрлө ойошмалар йыйылған, меңәрләгән кеше акцияла ҡатнаша икән, тимәк, халыҡ битараф түгел, ул ныҡлы тора – ошо хаҡта ла уйланырға тейеш завод хужалары, власть вәкилдәре.
Сибәғәт РАХМАНҒОЛОВ, Сала-уат мәғлүмәт үҙәге директоры, журналист:
– Юрматылар борон-борондан изге төйәгебеҙ – Торатауҙа йыйылып, халыҡ өсөн мөһим мәсьәләләрҙе тикшергән. Ырыу бай-рамдары ла ошонда үткән. 1993 йылдың июнь башында Ишембайҙа эшләп килеүсе “Юрматы” башҡорт халыҡ үҙәге активистары ошо матур йоланы рәсми рәүештә ҡайтанан тергеҙеп ебәрҙе. Ул тарихи сарала арҙаҡлы ил уҙаманы, билдәле әҙип Булат ағай Рафиҡов та ҡатнашты. Уның: “Һәр юрматы ырыуы вәкиле үҙенең улына-ҡыҙына, ейән-ейәнсәренә То-ратауыбыҙҙы бүләк итеп ҡалдырырға бурыслы,” – тигән һүҙҙәре хәтеремә уйылып ҡалған. Әлҽ шуны уйлап торам, ә бит бик дөрөҫ әйткән ағайыбыҙ, ошо изге тауыбыҙға ҡанығасаҡтарын алдан тойомлап әйткән. Беҙ бөгөн Булат ағайыбыҙҙың васыятына тоғролоҡ һаҡларға бурыслыбыҙ. Һәр башҡорт милләтебеҙ ғорурлығы булған То-ратауыбыҙҙы киләсәк быуынға бүләк итеп ҡалдырырға тейеш.
Читайте нас