Быны яңыраҡ Ҡала мәҙәниәт һарайында үткән Шәжәрә байрамында ҡатнашыусы өс милләт вәкиле: башҡорт ғаиләһенән Үтәевтар, татар ғаиләһенән Әхиәров-Әҙершиндар, сыуаш ғаиләһенән булған Петровтар аңлағандыр. Улар үҙҙәренең нәҫел-дәре, ата-бабаларының төбәк иткән ерҙәре, яратҡан шөғөлдәре, кәсептәре тураһында мәғлүмәттәр туплап, үҙ нәҫеле менән таныштырып үтте.
Тәүгеләрҙән булып сығыш яһаған Петровтар ғаиләһенең шәжәрәһе 1877 йылдан башланып китә. Уларҙың нәҫеле Сыуаш Республикаһынан Косяковка ауылына күсеп килә. Кристина Петрова, әле 8 класта ғына уҡыуына ҡарамаҫтан, нәҫел ағасын ентекле өйрәнгән. Олаталары ағас эше менән шөғөлләнгән. Әле уның өләсәһендә мираҫ булып күсеп килгән саңғылары һаҡлана.
Татар ғаиләһе Әҙершиндарҙың тормошо Аллағыуат ауылы менән бәйле, тип һөйләне шәжәрәләрен төҙөүсе Венера Әхиәрова. Уларҙың ғаиләләрендә хәрбиҙәр тип әйтһәң дә була, Бөйөк Ватан һуғышында ата-бабалары үткән юлды һүрәтләп бөтөрлөк түгел. Венгрияла батырҙарса һәләк булған Әҙершин Рәхмәтулла Насибулла улының исеме тарихта уйылып ҡалған, уның исеме менән Печ ҡалаһындағы мәктәптәрҙең береһендәге пионер лагеры аталған.
Айнур Үтәев иһә тикшеренеүен олатаһының телдән-телгә күсеп килгән шәжәрәһен 40-сы йылдарҙа яҙма рәүештә теркәп ҡалдырған вариантына таянып эшләгән. Уларҙың нәҫеле Ауырғазы райо-нының Үтәймулла ауылына нигеҙ һалыусылар булып тора, Үтәевтар ғаиләһе иһә был шәжәрәнең өҫкө өлөшөндә урынлашҡан.
Улар ғаиләлә биш бала булып үҫкәндәр, был тоҡомдо дауам итеүсе ир-егеттәрҙән иң кесе ейәне Айбулатты ҡатыны Илһөйәр менән тәрбиәләйҙәр. Был нәҫелдә күбеһенсә уҡымышлы кешеләр, уҡытыусылар быуындарын күрергә була. Айнур Фәнис улы ла БДУ-ның Стәрлетамаҡ филиалында уҡытып, был һөнәрҙе дауам итә, яратҡан кәсептәре лә бар – ҡорт үрсетеү. Әлеге көндә Үтәевтарҙың 11 быуыны тураһында ныҡлы әйтергә була, Айнур Фәнис улы архивтарҙа тикшереп, уларҙың йәшәгән йылдарын табып, сылбырҙы тарихи яҡтан документтар аша раҫлай алған. Әммә Үтәевтар нәҫеленең сылбыры һаман да серен әйтеп етмәй, һүҙ төшөп ҡалған бер нисә быуын хаҡында. “Ошоларҙы өйрәнеп бөткәндә, 15-20 быуынға тиклем нәҫелде белергә мөмкин булыр ине”, – ти үҙ нәҫел ағасы менән таныштырыусы.
Архивтарҙа мәғлүмәттәр әлегә табылмаған, бәлки, юҡтыр ҙа, ә шулай ҙа мәсьәләне сисеү юлы бар икән. Ауыл эргәһендә археологтар ҡаҙыу эштәре алып барып, уҡымышлы нәҫелдең мәғлүмәттәр уйып ҡалдырған ҡәбер ташына юлыҡҡан. Ата-бабаларҙың был таш хаты ла, ҡыҙғанысҡа ҡаршы, юҡҡа сығып күп йылдар билдәһеҙ була, һәм, ниһайәт, сер һаҡлаусы таш йәнә табыла. Уға скульптор Өлфәт Ҡобағошов архивтарҙа осраҡлы тап була һәм һаҡлап ҡала. Әлеге ваҡытта таштағы яҙмаларҙы ғалимдар өйрәнә, ундағы боронғо символдарҙы һәр кем дә уҡый алмай. Тырышҡан - ташҡа ҡаҙаҡ ҡаҡҡан тиҙәр, башланған эш аҙағына етер, ғалимдар яңы тамғаларҙың мәғәнәһен белеп, асыштар яһар, ә Үтәевтар шәжәрә ребусын сисер.
Байрамға һәр ғаилә тырышып әҙерләнгән, һәр кем нәҫел-нәсәбе тураһында мауыҡтырғыс итеп һөйләне, һәр ҡайһыһының сығышы маҡтауға лайыҡ. Ошо йәһәттән Шәжәрә байрамында ҡатнашыусыларҙы һәм тамашаға килеүселәрҙе ҡала хакимиәтенең мәҙәниәт бүлеге начальнигы Зөфәр Сәғетдин улы Зиннәтуллин сәләмләне, ә бүлектең төп инспекторы Раушания Әсҡәт ҡыҙы Күсмәева ҡатнашыусыларға ҙур рәхмәттәр белдереп, дипломдар һәм сертификаттар тапшырҙы.
Элек-электән башҡорт ырыуҙары йыйылып, килеп тыуған мәсьәләләрҙе бергәләп хәл итер булған. Ошо йоланы дауам итеп, Шәжәрә байрамы ла 11 йыл рәттән төрлө бүләктәр әҙерләп килә. Быйыл да сараны ойоштороусылар һәм ҡатнашыусылар ҡаланың 4-се клиник дауаханаһының ял итеү бүлмәһенә гөлдәр бүләк итте.