Ашҡаҙар
+24 °С
Облачно
Яңылыҡтар
31 Декабря 2020, 21:00

Һөнәр һайлау һәр заманда ла көнүҙәк

Стәрлетамаҡта республика вуздары һәм урта белем биреү уҡыу йорттары етәкселәре, райондарҙан килгән мәғариф бүлектәре вәкилдәре осрашты. Сарала ата-әсәләр менән өлкән класс уҡыусылары ла ҡатнашты.

Ҡайҙа ла бер мәсьәлә тигәндәй, һүҙ йәштәрҙең һөнәр һайлау проблемалары хаҡында барҙы. Әйтергә кәрәк, һәр яҡ та үҙенә файҙалы мәғлүмәт алып таралышты был осрашыуҙан. Ата-әсәләр менән балаларҙың бер аҙ “күҙҙәре асылды”, белем биреүселәр буласаҡ студенттарын төҫмөрләй алды.
Әйткәндәй, беҙҙең ҡалала әлегеләй саралар тәүгегә түгел. Ҡала хакимиәте башлығы Владимир Куликовтың шәхсән хәстәрлеге менән әленән-әле йәш кадрҙар мәсьәләләре күтәрелеп тора. Мәҫәлән, ҡалалағы урта, юғары белем биреү йорттары вәкилдәре һәм эш менән тәьмин итеүселәр йәки завод етәкселәре әлеге мәсьәлә буйынса шулай уҡ күҙгә-күҙ ҡарашып һөйләшкәйне. Минеңсә, был уңышлы алым булды, сөнки йыш ҡына завод директорҙары ауыҙынан “эшләрлек кадрҙар килмәй, алмаш юҡ”, тигән зар ишетергә тура килһә, шул уҡ ваҡытта колледж етәкселәре һәм йәштәр сәнәғәт предприятиеларында стаж талап итеүҙәренә зарлана. Түңәрәк өҫтәлдә был һүҙҙәрҙе хәҙер улар бер-береһенә тура ҡарап әйтә алды һәм... шунда уҡ бергәләп “ни өсөн?” тигән һорауға ла яуап эҙләнеләр.
Нисек кенә булмаһын, эшсе һөнәрҙәргә ҡытлыҡ бар – быныһы танылған бәлә. Улай ғына ла түгел, Стәрлетамаҡҡа табиптарҙың да, тәртип һаҡсылары, уҡытыусыларҙың да абруйын күтәрергә кәрәк. Уның хаҡында хатта ҡала хакимиәте вәкилдәренең завод коллективтары менән осрашыуында ла һүҙ булды. Сәбәптәрен дә асыҡларға ынтылдылар.
Ә сәбәптәре ябай ғына тәү ҡарашҡа – бер кемдең дә бысраҡҡа батып ҡара эштә йөрөйһө килмәй, шуға һәр кем түләп булһа ла юғары белем алырға һәм Мәскәү-Питер тирәһенә йәшәргә китергә хыяллана. Йәнә унар йыллап түләп тороп булһа ла Мәскәү фатирында йәшәргә һәм ике сәғәт метрола, ер өҫтөндә эшкә барырға... Билдәле һүҙҙәр, эйе бит? Тик был юлы проблеманы күтәреү шуныһы менән ҡиммәт булды – уға йәштәрҙең үҙҙәренең күҙҙәре менән дә бағып ҡаранылар. Дөрөҫөрәге республика вуздары ректорҙары сарала Стәрлетамаҡ мәктәп уҡыусыларының үҙҙәренең фекерен ишетте һәм шунда уҡ бергәләп анализларға тырышты. Был аралашыуҙа бигерәк тә ҡала хакимиәте башлығы Владимир Куликов менән уҡыусылар араһындағы диалог ҡыҙыҡлы – етәксе һәм ябай уҡыусы “һин” тип шаярып тигәндәй әлеге һорауҙарға яуап эҙләне. Хәйер, үҫмер күңелен аңлар өсөн ҡай саҡта үҫмер булып алырға ла кәрәктер.
Шулай ҙа Вла-димир Иванович:
– Киләсәк һөнә-реңде бөгөндән үк һайларға кәрәк.
Күңелегеҙгә ятҡан һөнәрҙәрҙең ҡайһыһы мөһим икәнлеген асыҡлау өсөн анализ яһарға, белгестәр менән кәңәшләшергә лә тартынмағыҙ, – тип етди тамамланы сығышын. Ул шулай уҡ тыуған еребеҙҙә йәшәүҙең ыңғай яҡтарын да барларға тәҡдим итте. Сит-ят төбәктә тормош матур күренһә лә беҙ ҙә бит төшөп ҡалғандарҙан түгел. Мәҫәлән, шул уҡ һөнәргә бында ла күпкә осһоҙораҡ шарттарҙа эйә булырға мөмкин.
– Рейтинг буйынса күп күрһәткестәрҙә беҙ Санкт-Петербург һәм Мәскәү вуздарынан ҡалышмайбыҙ, ҡайһы бер йүнәлештәрҙә өҫтөнлөгөбөҙ ҙә бар. Мәҫәлән, быйыл ғына ла ҙур суммалы грант оттоҡ. Ул аҡсаға экология буйынса проект башларға торабыҙ, – тип һуңғы яңылыҡтары менән таныштырып үтте Башҡорт дәүләт университеты ректоры Николай Морозкин. Бында шулай уҡ белгестәр әҙерләү, фәнни эш һәм башҡалары – буласаҡ абитуриентты ҡыҙыҡһындырмай ҡалмаҫтыр. Атап әйткәндә, ҡыҙыҡлы проекттарҙа ҡатнашыу, тар белгес булыр өсөн илдең баш ҡалаһын яулау ҙа кәрәкмәй. Башҡа вуз вәкилдәре лә уҡыусыларҙың күҙҙәрендә осҡон тоҡанырлыҡ шарттар тураһында һөйләп үтте.
Осрашыуҙа 500-ҙән ашыу кеше төрлө оҫталыҡ дәрестәре лә үтте, уҡытыусылар һәм уҡыусылар БДИ-ға әҙерлек методикаһы менән танышты. Ғөмүмән, сара файҙалы һәм ҡыҙыҡлы мәғлүмәттәргә бай булды. Иң мөһиме: был мәғлүмәттәрҙе абитуриенттар үҙебеҙҙең урта һәм юғары белем биреү йорттарына һынау тотҡанда ҡулланһын ине. Шулай булыр, күҙҙәрҙә ҡабынған осҡондар ғына һүнмәһен.
Читайте нас