Стәрлетамаҡта 9 ай эсендә наркотиктарға бәйле 400 енәйәт теркәлгән.
Ҡала хакимиәтендә наркотиктарға ҡаршы комиссияның сираттағы ултырышы үтте. Уны хакимиәт башлығы урынбаҫары Альберт Шәйхетдинов алып барҙы.
Кәңәшмәлә ауыр тормош шарттарына дусар булған балаларҙың һәм үҫмерҙәрҙең йәйге ялын ойоштороу мәсьәләһе буйынса мәғариф бүлегенең тәрбиә эше буйынса баш инспекторы Оксана Самойлова сығыш яһаны. Уның һөйләүенсә, быйыл хәүефле социаль хәлдә ҡалған 500-ҙән ашыу бәлиғ булмаған бала йәйге хеҙмәт һәм ял лагерҙарында ял иткән. Оксана Васильевна билдәләүенсә, иҫәптә торған балаларҙың йәйге мәшғүллеге даими контролдә тотолған. Үҫмерҙәр менән төрлө профилактик саралар уҙғарылған.
1 сентябргә хәүеф төркөмөнә 141 уҡыусы индерелгән. Синтетик наркотиктар ҡулланыусылар һаны артыуы күҙәтелә. Белем биреү ойошмаларында наркологик постар эшләй, наркотиктарға һәм алкоголгә ҡаршы саралар уҙғарыла.
РФ Эске эштәр идаралығының наркотик матдәләрҙең законһыҙ әйләнеше менән көрәш буйынса Стәрлетамаҡтағы бүлеге начальнигы Андрей Семёнов әйтеүенсә, быйыл йыл башынан алып наркотик саралар ҡулланыуға бәйле 400 енәйәт теркәлгән. «Мәк» профилактик операцияһы барышында 19 наркотик һатыусы тотолған.
Ултырыш йомғаҡтары буйынса тейешле ҡарарҙар ҡабул ителде.