Бына шундай мауыҡтырғыс итеп башланып китте был форум. Асыҡ дәрес уҡыусылары мәктәп балалары булһа, остаз – 32-се мәктәптең башҡорт теле уҡытыусыһы Лира Сәхиуллина ине. Күрһәтмә сара тиһәң дә, уҡыусыларҙың ҙа, педагогтың да ысын күңелдән тырышыуы ап-асыҡ төҫмөрләнде.
– Беҙҙең уҡыусылар – һәләтле, улар менән педагогик ҡына түгел, ижади багажға таянып эшләгәндә, ҙур һөҙөмтәләргә ирешергә мөмкин, - тип маҡтап алды балаларҙы мәктәп директоры Эльвира Иманғолова ла ҡунаҡтарҙы сәләмләгәндә. Ғөмүмән, асыҡ дәрес кенә түгел, дөйөм сара бик тә һөҙөмтәле үтте.
Был асыҡ дәрес сит күҙгә тағы шул яғы менән дә салынды: уҡытыусы балаларҙан башҡортса өндәрҙе тейешле кимәлгә еткереп әйттерергә ауыҙ-ҡул өсөн төрлө күнекмәләр һәм массаж яһатты. Уҡытыусы хәреф танырға ғына өйрәтмәй шул, психолог та, әлеге осраҡта, мәҫәлән, логопед та. Был күнекмәләрҙе иғтибарға алып, уның әһәмиәтен, ғөмүмән, өндәрҙе дөрөҫ сығарыу мәсьәләһе буйынса ҡала мәғариф бүлегенең туған телдәр буйынса әйҙәүсе инспекторы Нәсимә Ҡасимованың фекере ҡиммәт:
– Уҡытыусы һөйләм төҙөргә өйрәтер урынға, баланың өндө дөрөҫ сығарыуы өҫтөндә эшләргә мәжбүр. Әгәр ҙә бала әле һөйләшә башлағанда уҡ өндәрҙе дөрөҫ әйтһә, бәлки, уҡырға барғас, ошо проблема тормаҫ ине, – тип билдәләне ул. Балалар баҡсаларында, өйҙә мәлде ҡулдан ысҡындырыу арҡаһында юғарыраҡ кластарҙа мәсьәлә ҡабырғаһы менән килеп терәлә шул һәм һүҙ бер “ҫ” өнө хаҡында ғына түгелдер...
Ата-әсә тигәндән, 19-сылар шулай уҡ Башҡортостанда төрлө милләтле татыу-дуҫ ғаиләләр йәшәгәнен ишаралап, матур-матур сығыштар ҙа әҙерләгәйне. Кемдер ғәзиз теленә дан йырланы, кемдер быуындар бәйләнешен күрһәтте. Шиғри бәйге семинарҙа ҡатнашыусыларҙы шиғри тулҡындарҙа бәүелтеп-бәүелтеп, бала саҡтарына, әсәй-өләсәй ҡосағына алып ҡайтмай ҡалмағандыр. Нәҡ шул өләсәйҙең әкиәтен тыңлап, әсәйҙең бишек йырына йоҡлап киткән мәшәҡәтһеҙ йылдарҙа тәүге орлоҡтар һалына, тәүге һабаҡтар килә, туған телеңдә һөйләшергә өйрәнәһең бит.
Эйе, тормош ана шул бүлек-бүлектәрҙән торған һымаҡ. Атлап киткән саҡ, уҡырға төшкән, диплом алған, үҙең атай йәки әсәй булған мәл. Бер уйлаһаң, әлеге сара ла ошо класта ултырған уҡытыусылар өсөн тормоштарындағы сираттағы мөһим ваҡиға бит – үҙеңдең булмышыңа тағы бер бағып, яңғыҙ түгеллегеңде, кәрәклегеңде аңлап, артабан да ең һыҙғанып белем биреү – был идея ошо сарала телмәр тотҡан педагог, “Башҡорт теле һәм әҙәбиәте йыл уҡытыусыһы – 2015” төбәк-ара конкурсы лауреаты, ҡаланың 21-се мәктәбе остазы Айһылыу Фәхриева тарафынан тәҡдим ителде. Ҡулына еп алып, шул ептә тормошонда булған мөһим ваҡиғаларҙы төйөн итеп төйнәп-төйнәп әйтте был үҙенсәлекле һәм мәғәнәле фекерҙе, тағы бер мөһим төйөн булып, әлбиттә, форум да өҫтәлде.
Был идея ғына түгел, уҡытыусыларҙы Өфөнән килгән абруйлы ҡунаҡ, педагогия фәндәре кандидаты, БР Мәғарифты үҫтереү институтының башҡорт һәм баш-ҡа телдәр кафедраһы доценты Вәкил Хажиндың сығышы ла рухландырмай, ҡанатландырмай ҡалмағандыр. Ул коллегаларына лекция ваҡытында туған телдәрҙе уҡытыуҙа шәхес мөнәсәбәте тураһында һөйләһә, кулуарҙарҙа, ғөмүмән, сараның әһәмиәтен билдәләп үтте:
– Һуңғы йылдарҙа илдә милли телдәрҙе уҡытыу ҡыҫым аҫтына алына. Бының, әлбиттә, БДИ һымаҡ – объектив һәм кадр, теләктән ғибәрәт субъектив сәбәптәре лә бар. Шулай ҙа уға (телде уҡытыуға) тотонмағыҙ, тимәйҙәр. Нисек кенә булмаһын, ошондай ябай булмаған, тип әйтәйек, шарттарҙа эшләгән уҡытыусылар өсөн әлеге осрашыу ыңғай яҡҡа ғына, сөнки, беренсенән, улар дәртләнеп китә, икенсенән, ҡыйынлыҡтар менән яңғыҙ түгеллегенә төшөнә, - тине ҡунаҡ.
Ысынлап та, сираттағы эш алымы, тәжрибә менән уртаҡлашыу сараһы ғына булманы семинар. “Ҫ” өнөн әйттереү бер, бына ниндәй йөрәк һәм теләк менән башҡараһың бит әле был ғәмәлде – быныһы инде бөтөнләй башҡа мәғәнә.