Ашҡаҙар
+30 °С
Болотло
Яңылыҡтар
31 Декабрь 2020, 21:00

Нисек итеп «насар» фатир һатып алмаҫҡа

Күсемһеҙ милек менән эш иткәндә нимәләрҙе белергә кәрәк.Күсемһеҙ милек баҙары һәрсаҡ хәрәкәттә. Кешеләрфатир һата, һатып ала,ҡуртымға торлаҡ тәҡдимитә. Республиканың торлаҡфонды ла ҙурая бара, шуғаярашлы алыш-бирештәрһаны арта. Был эштәрҙе нисекитеп дөрөҫ атҡарып сығырға,мутлыҡ ҡорбаны булыпҡуймаҫҡа? Бына ошолархаҡында РосреестрҙыңБашҡортостан Республикаһыбуйынса идаралығыныңхоҡуҡи тәьминәт бүлегеначальнигы СергейМережников һөйләп үтте.

Объекттың «таҙалығын» тикшерегеҙ
Беренсенән, һатып алынасаҡ күсемһеҙ милек
объектының «таҙалығын» тикшереү зарур.
Һатып алыусы иғтибар итергә тейешле дүрт төп
билдә:
һатыусы ысынлап та мөлкәт хужаһы булып
иҫәпләнәме,
күсемһеҙ милек залогка (йәки уға ҡарата
арест) һалынмағанмы,
уны быға тиклем нисә тапҡыр һатҡандар,
күсемһеҙ милеккә нисә кеше хужа?
Был һорауҙарға Берҙәм дәүләт күсемһеҙ
милек реестрынан (ЕГРН) алынған белешмә
ярҙамында яуап табырға мөмкин. Бындай
документты һәр кем алырға хоҡуҡлы, тик уның
ҡайһы бер төрҙәре шәхсән милек хужаһына
ғына бирелә. Берҙәм дәүләт күсемһеҙ милек
реестрынан асыҡ булған мәғлүмәттәр алыу
өсөн Күп функциялы үҙәккә мөрәжәғәт итеп,
шәхесте танытыусы документ күрһәтеп,
ғариза яҙырға кәрәк. Белешмә алыу түләүле.
Әйткәндәй, был эштәрҙе өйҙән сыҡмайынса —
Росреестр порталы (rosreestr.ru) аша электрон
вариантта эшләтеп алырға ла мөмкин.
Нимәләргә иғтибар итергә кәрәк? Күсемһеҙ
милеккә бәйле алыш-биреш ни тиклем күберәк,
йышыраҡ булһа, икеләнергә урын да шул тиклем
арта. Һуңғы йылдарҙа хосусилаштырылған
йәки төҙөлгән һәм тәүге тапҡыр һатыуға
ҡуйылған күсемһеҙ милек объекттары иң
ышаныслыһы һанала. Шулай уҡ фатир йәки
йортҡа ҡарата сикләүҙәр (арест, ипотека),
яҙма рәүештә теркәлгән ризаһыҙлыҡтар менән
ҡыҙыҡһынығыҙ. Ундай эштәр суд тикшереүендә
булған хәлдә лә белешмәлә сағылыш табасаҡ.
Әгәр фатирҙа балалар
яҙылған булһа
Бәлиғ булмаған балалар йәки юридик
йәһәттән үҙаллы эш итә алмаусы шәхестәр
ҡатнашлығындағы алыш-бирештәргә айырыуса
иғтибарлы булығыҙ.
Әгәр һатыласаҡ фатирҙа бәлиғ булмаған
балалар йәшәһә (улар теркәлгән хәлдә лә
милексе булмаһа), опека һәм попечителлек
органдарынан рөхсәт алырға кәрәкмәй. Ә
инде бәлиғ булмағандар милексе һаналһа
йәки фатирҙа опека ҡарамағындағы кешеләр
(ата-әсәһе булмаған йәки улар булып та
ата-әсәлек хоҡуғынан мәхрүм ителгән
балалар) йәшәһә, опека һәм попечителлек
органдарынан рөхсәт алыу шарт.
Бәлиғ булмаған балаларҙың һәм
Нисек итеп «насар» фатир һатып алмаҫҡа
Күсемһеҙ милек менән эш иткәндә нимәләрҙе белергә кәрәк
Күсемһеҙ милек баҙары һәр
саҡ хәрәкәттә. Кешеләр
фатир һата, һатып ала,
ҡуртымға торлаҡ тәҡдим
итә. Республиканың торлаҡ
фонды ла ҙурая бара, шуға
ярашлы алыш-бирештәр
һаны арта. Был эштәрҙе нисек
итеп дөрөҫ атҡарып сығырға,
мутлыҡ ҡорбаны булып
ҡуймаҫҡа? Бына ошолар
хаҡында Росреестрҙың
Башҡортостан Республикаһы
буйынса идаралығының
хоҡуҡи тәьминәт бүлеге
начальнигы Сергей
Мережников һөйләп үтте.
юридик йәһәттән үҙаллы эш итә алмаусы
граждандарҙың күсемһеҙ милкенә бәйле бөтә
төр алыш-биреш нотариаль раҫлау нигеҙендә
генә башҡарыла.
Ведомство-ара хеҙмәттәшлеккә ярашлы,
опека һәм попечителлек органдары был хаҡтағы
мәғлүмәтте Берҙәм дәүләт күсемһеҙ милек
реестрына индереү өсөн Росреестрға ебәрә.
Шуға күрә фатир милекселәре араһында бәлиғ
булмағандар бармы-юҡмы икәнен Берҙәм
дәүләт күсемһеҙ милек реестрынан алынған
белешмә лә асыҡ күрһәтә.
Милек хужаһының фатирҙы ысынлап
һатырға теләйме-юҡмы икәнен
белешегеҙ
Әгәр һатып алыусыға күсемһеҙ милеккә
ҡағылышлы документтарҙың төп нөсхәһен түгел,
ә күсермәләрен генә күрһәтһәләр, улар ялған
булыуы ла ихтимал. Ә фатирҙың ысын хужаһы
милкенең һатыуға ҡуйылыуын белмәүе лә
бар. Алыш-биреш документтарҙың күсермәһе
һәм ышаныс ҡағыҙы нигеҙендә ойошторолһа,
мотлаҡ милек хужаһын күреп һөйләшергә,
хәлгә асыҡлыҡ индерергә тырышығыҙ. Шулай
уҡ һатып алыусыны ашыҡтырһалар йәки фатир
баҙар хаҡынан күпкә арзанға тәҡдим ителһә лә
уйланырға урын бар.
Ышаныс ҡағыҙы
буйынса алыш-биреш
Ышаныс ҡағыҙы буйынса ойошторолған
алыш-бирештәр — күсемһеҙ милек баҙарында
йыш осраған күренеш. Был тәңгәлдә нимәләргә
иғтибар итергә кәрәк? Ышаныс ҡағыҙы
мотлаҡ нотариус тарафынан раҫланған
булырға тейеш. Унда ышаныс күрһәтеүсе һәм
ышаныслы кеше хаҡында барлыҡ мәғлүмәт,
документтың яраҡлылыҡ ваҡыты, ышаныслы
кешенең хоҡуҡтары аныҡ билдәләнеүе шарт.
Шулай уҡ ышаныс ҡағыҙының тейешле рәүештә
төҙөлөүенә, яраҡлылыҡ ваҡыты сыҡмауына
иғтибар итегеҙ. Әгәр яраҡлылыҡ ваҡыты
күрһәтелмәһә, бындай документ төҙөлгән
көндән алып теүәл бер йыл дауамында
үҙ көсөнә эйә. Ә инде ҡасан бирелеүе лә
күрһәтелмәгән булһа, бындай ышаныс ҡағыҙы
ғәмәлгә яраҡһыҙ тип баһалана.
Әгәр ышаныс белдереүсе кеше ниәтенән
баш тартырға уйлаһа, был хаҡта ышаныслы
кешеһенә һәм ошо эштәргә бәйле өсөнсө
шәхестәргә, мәҫәлән, Росреестрға, хәбәр
итергә тейеш.
Шулай уҡ ышаныс ҡағыҙын раҫлаусы
нотариус менән осрашып һөйләшеү ҙә артыҡ
булмаҫ. Унан документтың тейешле талаптарға
ярашлы төҙөлөүе, бөгөнгәсә үҙ көсөнә эйә
булыуы, ышаныслы кешенең камил аҡылда эш
итеүе хаҡында белешегеҙ. Ышаныс ҡағыҙының
ғәмәлгә яраҡлылығын РФ Нотариаль палатаһы
сайты (notariat.ru) аша ла тикшерергә мөмкин,
был хеҙмәт бушлай күрһәтелә.
Тағы ла бер тапҡыр иҫкәртәбеҙ:
алыш-бирешкә ризалыҡ бирер алдынан
мотлаҡ милек хужаһын күреп һөйләшегеҙ. Әгәр
ышаныс ҡағыҙын биреүсе үтә оло йәштәге кеше
булһа, уның үҙ аҡылында эш итеүен асыҡлағыҙ.
Һатыусы менән нисек иҫәпләшергә
Бөгөн күсемһеҙ милек өсөн түләүҙең иң
хәүефһеҙ ысулы — ҡулаҡсаһыҙ иҫәпләшеү,
йәғни аҡсаны һатыусының иҫәбенә күсереү.
Әммә ҡабаланмағыҙ, күсемһеҙ милеккә
хоҡуҡтың һеҙгә күсеүен һәм Берҙәм дәүләт
күсемһеҙ милек реестрында торлаҡ хужаһы
булыуығыҙ хаҡында мәғлүмәт теркәлеүен
көтөгөҙ. Һатыусы менән алыш-биреш килешеүе
төҙөгән мәлдә үк ошо хаҡта белдереп, мотлаҡ
килешеүҙә нығытып ҡуйығыҙ.
Милекте биләмәгә
ҡарамайынса теркәү
2017 йылдан Росреестр хеҙмәттәренә
ярашлы, документтарҙы биләмәгә ҡарамайынса
теркәү алымы ғәмәлгә инде. Хәҙер хоҡуғыңды
теркәү өсөн күсемһеҙ милек урынлашҡан
биләмәләге документ ҡабул итеү-биреү
офисына мөрәжәғәт итеү мотлаҡ түгел.
Торлаҡҡа хоҡуғыңды биләмәгә ҡарамайынса
теркәү өсөн Рәсәйҙең һәр төбәгендә махсус
офистар булдырылған. Мәҫәлән, беҙҙең респу-
бликала ул Өфө ҡалаһында СССР-ҙың 50
йыллығы урамы, 30/5-се йорт адресы буйынса
урынлашҡан. Башҡа төбәктәрҙәге офистарҙың
адресын Росреестр сайты аша белешергә
мөмкин. Шуны ла белеп ҡуйырға кәрәк:
биләмәгә ҡарамайынса документтар тапшырыу
өсөн ике яҡтың да бер офисҡа мөрәжәғәт
итеүе шарт. Мәҫәлән, һатыусы — Ҡазанда,
ә һатып алыусы Өфөлә йәшәһә, улар үҙ-ара
килешеп, йә Татарстанда, йә Башҡортостанда
(йә иһә башҡа төбәктә) урынлашҡан биләмәгә
ҡарамайынса документтар ҡабул итеүсе
офисҡа мөрәжәғәт итергә тейеш. Йәғни
алыш-бирештә ҡатнашыусыларҙың береһенә
документтарҙы бергә тапшырыу өсөн барыбер
икенсе яҡҡа барырға тура киләсәк.
Яңы төҙөлгән фатирҙы
нисек дөрөҫ һатып алырға
Иң тәүҙә төҙөлөш өсөн яуаплы ойошма
хаҡында мөмкин тиклем тулыраҡ мәғлүмәт
тупларға тырышығыҙ. Уның күсемһеҙ милек
баҙарында ниндәй урын тотоуы, үҙен нисек
күрһәтеүе менән ҡыҙыҡһынығыҙ. Һалым
инспекцияһы реестрына инеп, ойошма хаҡында
мәғлүмәт менән танышығыҙ: уға ҡарата
банкротлыҡ иғлан ителмәгәнме, финанс хәле
тотороҡломо һәм башҡалар.
Төҙөлөштә өлөшләтә ҡатнашыусыларҙың
хоҡуҡтарын билдәләүсе төп документ —
күсемһеҙ милек объекты төҙөлөшөндә
өлөшләтә ҡатнашыу тураһында килешеү.
ФайҙалЫ МәғлүМәт
Росреестр сайтында (rosreestr.ru) «Хоҡуҡҡа эйә булыусының шәхси кабинеты» тип аталған яңы
сервис эш башланы. Унда торлаҡ хужаларының барлыҡ күсемһеҙ милке тураһында мәғлүмәт
тупланған. Сервис ярҙамында һәр кем үҙенең күсемһеҙ милкенә ҡағылышлы мәғлүмәт,
үҙгәрештәр менән танышыу, Росреестр күрһәткән дәүләт хеҙмәттәрен электрон вариантта алыу
мөмкинлегенә эйә.
8-800-100-34-34, (347) 226-36-00 телефондары аша Росреестрҙың Башҡортостан
Республикаһы буйынса идаралығы хеҙмәткәрҙәренән бушлай консультация алыу мөмкинлеге
бар. Шулай уҡ идаралыҡтың бүлек начальниктарына шәхси ҡабул итеүгә яҙылырға йәки http://
zkprb.ru сайты аша онлайн-консультантҡа мөрәжәғәт итергә була.
Күсемһеҙ милеккә хоҡуҡты дәүләт теркәүенә, уның менән алыш-бирешкә бәйле законһыҙ
рәүештә эш итеүсе аралашсыларға юлыҡһағыҙ йәки идаралыҡтың дәүләт теркәүселәре
эшмәкәрлегенә ҡарата шик тыуһа, был хаҡта Росреестрҙың БР буйынса идаралығының
«ышаныс телефоны»на хәбәр итә алаһығыҙ: (347) 273-64-01.
Читайте нас