– Нисек американка булып киттең?
– Беҙ студент йылдарҙа “Work and Travel USA” (“Эшлә һәм сәйәхәт ит”) программаһы ныҡ танылыу яулағайны. Стәрлетамаҡтан ғына ла әллә нисәмә егет-ҡыҙҙы дәртләндерҙе ул. Шулай итеп, 2008 йылдың йәй башында бер төркөм йәштәр Америкаға остоҡ. Беҙ, ҡыҙҙар, Флорида штатында урынлашҡан Орландо ҡалаһына эшкә барҙыҡ. Унда, билдәле булыуынса, донъя кимәлендәге 15 ял һәм күңел асыу паркы бар. Мин бүләктәр магазинына консультант булып урынлаштым.
Сер түгел, эшкә ҡыйынлыҡтар аша өйрәнелде. Бында телде генә күҙ уңында тотмайым, Америкала һатыу-һатып алыу мәҙәниәте бөтөнләй башҡаса. Әйткәс-әйтәйек инде, хеҙмәтләндереү юғары кимәлдә. Нисек кенә булмаһын, өйрәнеп киттем, клиенттар ҡәнәғәт ҡалды. Һөҙөмтәлә, ҡайтып, вуз тамамлауға йәнә эшкә саҡырыу ҡағыҙы килеп төштө. Ҡулыма диплом алған көндө үк киренән Америкаға ҡарай остом.
– Тимәк, тырышлығың бушҡа китмәгән, афарин! Ә бына студент булараҡ барған саҡта эшкә кереү мотлаҡ инеме?
– Юҡ, әлбиттә. Теләк буйынса, ҡулыңдан (дөрөҫөрәге, кеҫәңдән) килһә, ял итеп кенә йөрө. Хәйер, Мәскәүҙән барған бай егет-ҡыҙҙар шулай эшләне лә – 4 ай буйы АҠШ менән танышты. Дөрөҫөн әйткәндә, программа студенттар өсөн ҡаралһа ла Америкаға барыу бәхете ҡиммәт ине. 100 мең һум тирәһе. Ул йылдарҙа бындай сумма аҙ аҡса түгел. Әсәйем, мәрхүм атайым менән мәрхүмә өләсәйемә рәхмәт – улар хыялымды тормошҡа ашырҙы. Ошо тиклем аҡса түгеп, ял итеп кенә ҡайтыуҙы күҙ алдына ла килтермәнем.
– Мәктәптә уҡығанда инглиз теленән насар билдәләр күренә башлаһа, һеҙ барыбер Америкаға йәшәргә бармайһығыҙ, тип йыуа-талар ине беҙҙе…
– Телде белеү мотлаҡ, бигерәк тә артабан үҫешәм тиһәң. Мин, мәҫәлән, сит тел йүнәлешле класта уҡып, гимназияны алтын миҙалға тамамланым, вузда ла сит телдәр бүлегендә белем алып, ҡыҙыл дипломға эйә булдым. Тик шуныһы: беҙҙе башлыса Англиялағы инглиз теле нигеҙендә өйрәтәләр, Америкала һөйләш айырыла.
Яҡшыраҡ эшкә урынлашам тиһәң, урындағы телде белеү, мәҙәниәтте, тормош мәғәнәһен хөрмәт итеү мөһим. Мәҫәлән, бергә барған студенттар араһында инглизсә насар һөйләшкәндәр бар ине, барыбыҙ ҙа сит телдәр төркөмөндә уҡымай инек бит – кемдер буласаҡ иҡтисадсы, математик һ.б. Нисек кенә булмаһын, ауырлыҡ менән һөйләшкәс, улар йыйыштырыусы сүрәтендә урынлашты, клиенттар менән эшләгән ергә алманылар. Аҙаҡ әллә нисәмә кеше араһынан саҡырыу ҙа нәҡ миңә килде. Әйткәндәй, башҡорт телендәге “һ” өнө миңә инглизсә аралашыуҙы еңеләйтте!
Быларҙы маҡтаныу өсөн әйтмәйем, ҡалай ғына ҡалыплы яңғырамаһын, бала саҡтан күберәк тел белергә, уларҙы тәрәнерәк өйрәнергә кәрәк, тип уйлайым. Ғөмүмән, һәр мөмкинлекте файҙаланып, ҡулдан килгәнсә үҫешеү, камиллашыу яҡлымын. Мәктәптә уҡығанда – инглиз телен бушлай уҡыталар, ә оло кеше булараҡ сит илгә йыйынһаң – сығымдар үҙ кеҫәңдән!..
– Ун йылға яҡын бер үк магазинға хеҙмәт иттеңме?
– Кире шунда уҡ эшкә барҙым. Әммә аҙаҡ, махсус курстар тамамлағас, банк системаһына күстем, белгес булараҡ. Һәр эштең үҙенсәлеге бар, әлбиттә, тик яңы урында эш хаҡы яҡшыраҡ ине. Ғөмүмән, АҠШ-та, мин аңлауымса, иң түбән эш хаҡы сәғәтенә – 8 доллар, биләгән вазифаңа, эш ауырлығына ҡарап, ул үҫә. Хәҙер күҙ алдығыҙға килтерегеҙ инде: 8 сәғәтлек эш көнөндә күпме аҡса эшләргә мөмкин? Бәлки, американдар шуға иркен йәшәйҙәрҙер ҙә. Кредит, ипотека түләйҙәр, әммә үҙҙәрен сәйәхәттән, ҡиммәтле бүләктәрҙән сикләмәйҙәр.
Америка хаҡында һөйләп, “америка асырға” йыйынмаҡсы тиерһегеҙ, әммә эш алымы тураһында әйткем килә. Шуныһына һоҡландым: унда һәр кемдең теүәл үҙ бурысы бар һәм ул шуның өсөн генә яуаплы. Мәҫәлән, мин бер төркөм клиенттар менән эшләнем, улар менән аралашам, мәғлүмәт туплайым, әммә уларҙы нисек тикшерәләр, нисек кредит бирәләр – белмәйем. Дөрөҫөрәге – минең эшем түгел. Шундай система бар: хатта клиент банк менән машинаһынан сыҡмай ғына ла аралаша ала.
Үҙеңдең бурыстарыңды теүәл белһәң, эшләүе ҡыйынлыҡ тыуҙырмай. Әммә талаптар етди. Мәҫәлән, өс тапҡыр эшкә һуңлаһаң, хеҙмәт урыныңдан ҡолаҡ ҡағасаҡһың. Беҙҙәге һымаҡ бер ниндәй ҙә сәбәп ҡотҡара алмай. Ул көндө дауаханаға барһаң – ҡулыңда мотлаҡ белешмә булырға тейеш. Иң ҡыҙығы шул: һине начальнигың эштән ҡыумай (ул был хаҡта белмәүе лә ихтимал), ә компьютер системаһы шулай хәл итә. Әйткәндәй, начальнигың менән бергә ял итеү, ғәп һатыу ҙа килешкән эш түгел ине мин хеҙмәт иткән банкта. Ғөмүмән, ағай-энелек, ҡоҙа-ҡоҙағыйлыҡ юҡ. Хатта бизнес алып барһаң да туған-танышың менән тик хеҙмәттәшлек мөнәсәбәте булыуы зарур. Ә былай ҙур компанияла эшләү һымаҡ, шәхси бизнесыңды алып барыу ҙа ҡыйынлыҡ тыуҙырмай – тик законды ғына теүәл үтә.
– Сәғәтенә 8 доллар, тинең. Түләүҙәр, һалым, аҙыҡ-түлеккә хаҡтарға туҡталып тормай, заманса төп ихтыяж – торлаҡлы һәм автомобилле булыр өсөн Америкала күпме ғүмер сарыф итергә кәрәк?
– Минең уйлауымса, тырышып эшләгәндә, 4-5 йылда был мөлкәтте туплап була һәм (иғтибар итегеҙ) кредит йәки ипотекаға түгел. Фатирҙы Америкала ла, үҙебеҙҙә лә һатып алырға мөмкин.
– Шулай ҙа американдар күберәк ҡуртымға алған фатирҙарҙа йәшәй тигән фекер йөрөй. Был дөрөҫмө?
– Кемгә нисек. Теләгең булһа, һатып алаһың, юҡ икән – әйҙә, түләп тор. Унда торлаҡ хәстәрләйем, балаларыма бүлеп бирермен һымаҡ ҡалыптар юҡ. Кешеләр хаҡлы ялға сыҡҡандан һуң ғүмерен бөтөнләй икенсе ерҙә күҙ алдына килтерә, бер урынға, бер фатирға йәбешеп ятмай, күсенгәндә лә бер-ике төргәге менән сығып китә. Пенсионерҙар ял итеп, сәйәхәт ҡылып йөрөй, беҙҙәге һымаҡ бер кемдең дә “ҡарттар йорто” тип сәсе үрә тормай, пансионаттарҙа риза булып йәшәй. Шулай уҡ ейән-ейәнсәрҙәрен ҡарарға ла бурыс алмай.
– Эш, хеҙмәт хаҡы үҙенсәлектәре тураһында белдек. Ә бына тормош мәғәнәһендә ниндәй айырмалар күрҙең?
– Айырмалар күп. Ҡайһыларын өлгө итеп ҡулланырға була, икенселәренән һабаҡ алырға кәрәк, өсөнсөләренән бөтөнләй сәс үрә тора. Һуңғы айырмаға килгәндә, мәҫәлән, американдар Икенсе донъя һуғышында үҙҙәрен еңгән тип иҫәпләй. Тарихты һөйләй башлаһаң, килешмәй, бәхәсләшеп китергә мөмкин. Бындай фекер мәктәп программаһына ла һалыған. Улар шулай үҙҙәрен иң мөһим тип күреп өйрәнгән. Телеканалдарҙан да башлыса үҙҙәре хаҡында ғына күрһәтәләр, әйтәйек, америка вәкиле берәй спорт төрөндә 5-се урын алды, ти – сюжет уның хаҡында буласаҡ, ә тәүге баҫҡыста торғандарҙы телгә лә алмаясаҡтар.
Уларҙың шулай уҡ байрам итеү мәҙәниәте аптыратты. Мәҫәлән, берәй кем кафеға үҙенең тыуған көнөн билдәләргә саҡыра икән, унда һине һый көтә, тип уйларға ярамай. Киләһең, нимә ашағың килә – шуға заказ бирәһең һәм… ул заказ өсөн үҙең түләргә тейешһең! Ә баланың тыуған көнө икән, тик бала ғына беренсе планда. Барыһы ла уның ялы һәм байрамы өсөн эшләнә. Ата-әсә эштәге коллегаһын йәки башҡа берәй кәрәкле кешеһен саҡырып һыйламай, тик балаһының дуҫтары ғына йыйыла. Ә бына беҙ яратҡан оҙайлы Яңы йыл каникулдары юҡ – 2 ғинуарҙа эшкә сығыу ғына түгел, урамда ла, офиста ла, хатта өйҙә лә байрам мөхитен хәтерләткән предметтар ҡалмай.
Шулай ҙа ялдарына америка ғаиләһе айырыуса иғтибар бирә – ял көндәрендә берәй ергә походҡа барып ҡайтыу, спорт менән әүҙем шөғөлләнеү – барыһы ла йолаға әүерелгән.
Медициналағы айырма хаҡында күп һөйләйҙәр – был һүҙҙәрҙе дәлилләп кенә үткем килә. Мәҫәлән, анализдар тапшырыр өсөн иртәнге 6-ла поликлиникаға барып, сиратта торорға кәрәкмәй – лаборатория һине тәүлектең теләһә ҡайһы ваҡытында көтә. Табипҡа ла сират күп булһа 3 кешенән артмай. Уның ҡарауы, медицина түләүле, тик был кеҫәгә һуҡмай.
Тәртип дауаханала ла, урамда ла күренә. Һәр хәлдә, мин йәшәгән штатта шулай ине. Сүп күрмәҫһең, юлда соҡор барлыҡҡа килһә – иртәгәһенә ул юҡ. Күрәһең, төндә йүнәтәләр.
Һаумы, Рәсәй, һине таныным!
– Беҙҙә хәлдәр шулай уҡ насармы ни?
– Был күренештәрҙе бер илде маҡтап, икенсеһен яманлау өсөн әйтмәйем. Ә етеш-һеҙлектәрҙе танырға кәрәк тигән фекерҙәмен. Мәҫәлән, айырманы кире үҙебеҙҙең илгә йәшәргә ҡайтҡас та тоям.
Мәҫәлән, бер мәл магазинда сдача алырға кәрәк ине. Һатыусынан һорайым, “аҡса юҡ бит, сдача булғансы көтөп тор!” тип ҡаты ғына шелтәләп ташламаһынмы. Әйтерһең, ул түгел, мин сдача бирергә тейеш. Ошо мәлдә тыуған яғыма ҡайтҡанымды аңланым: һаумы, Рәсәй, һине таныным!
– Ә шулай ҙа кире Рәсәйгә йәшәргә ҡайтҡанһың…
– Әле Орландола ял һәм күңел асыу паркының магазинында эшләгәндә бер ғаилә бүләк артынан инде. Һөйләшеп киттек. Был ир менән ҡатын, баҡтиһәң, өс малайын Украинанан уллыҡҡа алған. (Әйткәндәй, Америкала балалар йорто юҡ – барыһы ла ғаиләлә тәрбиәләнә, хатта етем ҡалһалар ҙа алып аҫраусы табыла.) Һөйләштек, ғаилә китеп барҙы, тик бер аҙ атлағас, малайҙар барыһы ла кире йүгереп килеп, мине ҡосаҡлап алды. Башта, бәлки, оялғандарҙыр. Үҙебеҙ ҡосаҡлашабыҙ, үҙебеҙ илайбыҙ. Яҡташтар бит, ә ҡайҙа Украина ята ла, ҡайҙа Башҡортостан! Ғөмүмән, күңел йылыһы, туғанлыҡ төшөнсәһе етмәй Америкала. Ҡалала үҫкән ҡыҙ булһам да, тәбиғәт балаһы башҡортҡа был бигерәк тә ауыр. Бәлки, АҠШ-ҡа әсәйем менән бергә киткән булһаҡ, артабан да йәшәр инем. Ошо рухи бәйләнеште һаҡлау маҡсатында унда күптәр ғаиләләре, хатта нәҫелдәре менән бергә күсеп китә бит.
Эйе, беҙҙә хистәр ысын, саф. Тормошобоҙ ҙа шулай. Ашаған ризығыбыҙ ҙа айырыла – Америкала, мәҫәлән, башлыса генетик модифицирланған организм нигеҙендәге аҙыҡ ҡулланыла. Бында, әлбиттә, ошо арҡала яман шеш, һимереү сирҙәре көслө булыуын билдәләргә булыр ине, тик һүҙем ул хаҡта түгел. Ул аҙыҡтан һуң үҙебеҙҙә тәбиғи шарттарҙа үҫкән игендән бешерелгән икмәкте ашаһаң – ожмах ризығын ҡапҡан һымаҡтыр.
Ысынлығыбыҙ, тип әйтәйемме, хистәребеҙ төп өҫтөнлөгөбөҙ ҙә инде беҙҙең.
– Әле берәй дуҫың йәки танышың Америкаға йыйынһа, ниндәй фатиха бирер инең?
– Минән АҠШ-та бер нисә тапҡыр: “Рәсәй – ҙур ил, тәбиғи байлыҡтары күп, ә ниңә һеҙ нәҡ беҙгә бәхет артынан киләһегеҙ?” – тип аптырап һоранылар. Әйткәндәй, улар әрмәндәрҙе лә, украиндарҙы ла урыҫ тип күҙ уңында тоторға күнеккән, башҡорттар хаҡында белмәгәс, мине йөҙ-ҡиәфәтемә ҡарап, Филиппин утрауынан килгән, тип уйлап бөттөләр. Шуға был һорау океандың был яғынан килгән барыбыҙға ла ҡағыла ине. Ысынлап та, ниңә бәхетте ситтән эҙләргә һуң? Үҙебеҙҙең мөмкинлектәрҙе дөрөҫ юлға һалып ҡына үҙебеҙҙә бәхетле йәшәһәк ине. Әммә ысынбарлыҡҡа төшөп, ниәтләнгән кеше барып ҡайтһын, күрһен тигән теләктә ҡалам. Донъяуи кимәлдәге исемдәре булған күренештәр менән танышыу насармы ни? Тағы шуныһы: 4-5 йылда фатирлы, автомобилле булыр өсөн ниндәй эштә эшләргә кәрәк беҙҙә?
Америка ғына түгел, ҡулдан килгәнсә, башҡа халыҡтар менән дә күберәк аралашырға, башҡа илдәргә йөрөргә, өйрәнергә кәрәк, тип иҫәпләйем. Океан аръяғына түгел, ҡала йәки ауылдан ситкә сығырға ла баҙнат итеп бармай шул күптәребеҙ…