Үҙенсәлекле итеп йорт ҡоштарын борхотоп һалыу осраҡтарында Чупакабра исемле йәнлекте ғәйепләргә күнеккәндәр. Әлегә тотолмаған йәнлек ошо көндәрҙә Октябрьский ҡалаһында үҙенең эҙҙәрен ҡалдырып киткән. Ул ҡаланың Чапаев урамындағы өс шәхси йортондағы тауыҡтар ояһы ситлеген бысаҡ менән ҡырҡандай үтеп ингән һәм ҡоштарҙы туҙҙырып, төрлөсә үлтереп киткән. Хужаларҙың береһе үҙ һарайында туғыҙ үлтерелгән тауыҡҡа, ә күршеһе алтауһы быуылған һәм өсәүһенең муйынын кимерелгән килеш ятҡан тауыҡтарға юлыҡҡан. Өсөнсө йортта ла шулай уҡ, бер нисә ҡош юҡҡа сығарылған.