– Ҡала ветерандары әле ниндәй эштәр ҡыйрата?
– Эш етерлек, һәр ваҡыттағыса.Ҡалала бит 78 меңгә яҡын (Стәрлетамаҡ халҡының 30 проценты самаһы) пенсионер йәшәй. Йәштәр тик ятмай, Аллаға шөкөр, донъя көтә, ғаиләләрен баға, тормошто алға һөрөргә тырыша. Беҙ ҙә ҡалышырға теләмәйбеҙ, ҡустым (көлә – авт.). Үҙебеҙсә, һәүетемсә. Пенсияға сыҡҡас та бит тормош дауам итә, бәлки, башланағыналыр әле...
Стәрлетамаҡ ветерандар советын етәкләгәнгә күп тә түгел. Бер йылға ғына тип күнгәйнем, әлегә “ҡамыт” һаман елкәлә. Советтың 16 йыл буйы алыштырғыһыҙ етәксеһе Алмира Сәфиуллинанан һуң эш алып барыуы еңел түгел. Ауыр тиеүем шунан ғибәрәт: Алмира Морат ҡыҙы планканы һәр саҡ юғары тотто. Оҫта етәксенең башланғыстары менән әле күп йылдар кинәнеп ҡулланырбыҙ әле. Ғәҙеллек, ветерандарҙың социаль хәлен яҡшыртыу – уның тормош девизы ине. Был ҡатын-ҡыҙҙың ҡулы тейгән һәр нәмә уңды, һәр ерҙә һүҙе үтте. Советтың эше шуға гөрләп барҙы. Ошо планканы артабан да юғары кимәлдә тоторға кәрәк. Был яуаплылыҡты тойоп эшләйбеҙ. Шуныһы ҡыуаныслы: советтың командаһынан уңдым – һәр комиссия бурысын еренә еткереп башҡара. Бының уңышы, әлбиттә, шунан да тора: мәҫәлән, һаулыҡ һаҡлау буйынса комиссияла ғүмер буйы медицина өлкәһендә эшләгәндәр тора, закондар өлкәһендә – үҙен пропагандаға бағышлағандар, шулай артабан дауам итә.
Көндәлек мәшәҡәт тигәндән, әле ҡаланың тыл һәм хеҙмәт ветерандарының иҫтәлектәренән бай материал йыйылды, уны бергә туплап китап баҫтырырға уйлайбыҙ. Бынан тыш, әлбиттә, “күҙгә күренмәгән” бурыстар ҙа бихисап. Мәҫәлән, һеҙ килгәнгә тиклем бер үк һорау буйынса бер нисә тапҡыр шылтыратыу булды: “Ни эшләп беҙгә бүләк юҡ?” – тип борсолалар.
– Ысынында, бүләк түгел, ә ярҙам хаҡында һүҙ бара. Ҡаланы Спартак Әхмәтов етәкләгән йылдар ауыр заманға тура килде. Пенсияны халыҡҡа әйберҙәр менән таратырға мәжбүр булдылар бер саҡ хатта. Спартак Ғәли улы стәрлетамаҡтарҙың хәлен нисек тә еңеләйтергә теләп, предприятиеларға ярҙам һорап сыҡты. Төргәктәр тараттылар, уларҙа һабыны ла, онтағы ла булды. Шул ярҙам йолаға әүерелеп китте. Ошо әйберҙәрҙе “бүләк” тиҙәр. Бөгөн, әлбиттә, пенсия, Аллаға шөкөр, аҡсалата таратыла. Ярҙам да башҡаса төҫ алды. Мәҫәлән, предприятиелар, тәү сиратта, үҙҙәренең ветерандарын тәьмин итергә теләйҙәр, мөмкинлек сыҡҡанда, әлбиттә, башҡаларҙы ла онотмайҙар. Тик бына, кемдәрҙеңдер ойошмалары юҡҡа сыҡҡан, бәғзеләр бөтөнләй Стәрлетамаҡҡа ҡыҫылышы булмаған завод-фабрикаларҙа эшләгән. Уларға ни ҡылырға һуң? Әлбиттә, үҙҙәре ҡасандыр көс түккән эш биреүселәргә мөрәжәғәт итергә. Беҙ бит, мәҫәлән, “Башҡорт сода компанияһы”нан ваҡытында себер тарафтарындағы берәй нефть сығарыусы компанияла хеҙмәт иткән ветеран өсөн ярҙам талап итә лә, һорай ҙа алмайбыҙ. Ошо тәңгәлдә бәхәстәр ҙә ҡубып китә. Баяғы шылтыратыусылар менән нәҡ ошондай юҫыҡта һөйләшеү булды.
Эйе, бер предприятие ла башҡа ерҙә эшләгән ветеран өсөн “бүләк” әҙерләргә тейеш түгел, уның ҡарауы, әйтергә кәрәк, ҡулдарынан килгәнсә, ярҙам итеп торалар. Пенсионерҙарын сәфәргә алып баралар икән – үҙҙәре менән мөмкин тиклем башҡаларҙы ла алалар, саралар ойошторған ваҡытта йәнә саҡырырға тырышалар һ.б. – шуныһына шөкөр итергә кәрәктер.
– Һеҙ Әхмәтов осорон иҫкә алды-ғыҙ, ә бына ҡаланың бөгөнгө власының советҡа ҡарата мөнәсәбәте ниндәй?
– Яңылыҡтарға ҡолаҡ һалһаң, оло быуынға ҡарата иҫ китерлек хәлдәр булғылай, ихтирам итмәү тураһында әйтеп тораһы ла түгел. Был йәһәттән ниндәй бәхетлебеҙ икән, тип уйлап ҡуям. Стәрлетамаҡта ҡарттарға ҡарата һәр саҡ иғтибар-хөрмәт булды һәм, минеңсә, буласаҡ та, сөнки беҙ шулай тәрбиәләнгәнбеҙ. Ҡала хакимиәте башлығы Владимир Куликов һәр саҡ хәлдәребеҙ менән ҡыҙыҡһынып тора, нимәләр борсоғанын, “ярҙам кәрәкме?” тип һораша, уның урынбаҫары, эшмәкәрлеге нәҡ беҙҙең һымаҡ йәмәғәт ойошмалары менән бәйле Альберт Шәйхетдинов иһә көн һайын тиерлек инеп, аралашыуҙы бурысы итеп ҡуйған. Бындай иғтибар булғанда ҡала ветерандарына ярҙам итеүе лә, һис шикһеҙ, еңелерәк. Ошоно башҡа ерҙәге, башҡа кимәлдәге власть вәкилдәре лә аңлаһын ине.
– Быуындар бәйләнеше һәр саҡ көнүҙәк мәсьәләләрҙең береһе булды. Ҡалала ололарға ҡарата хөрмәт бар тип, ҡыуаныс белдерҙегеҙ...
– Үкенескә ҡаршы, ҡайһы саҡ айырым бер кешеләр өсөн, әлбиттә, киреһенсә, йөҙ ҡыҙарып та китә. Мәҫәлән, ҡарттарҙың күңелен күтәреп, йәнле саралар ойоштороп, йәштәргә аҡһаҡал кәңәштәре биреп ултырыр урынға ниндәйҙер социаль мәсьәләләрҙе сисергә сығып китәбеҙ. Ҡайһы бер булдыҡһыҙ йәштәр арҡаһында ҡарттар яфалана. Атап әйткәндә, көнкүреш буйынса комиссияның эше ғәйәт күп. Был совет заманынан ҡалған торлаҡ-коммуналь системаның иҫкереүенә лә бәйле, шул уҡ ваҡытта, мәҫәлән, артабанғы хәлдәр ҙә килеп сыға: күптән түгел бер апай фатирында һаман да йүнләп йылы булмағаны хаҡында беҙгә шылтыратты. Барһаҡ, ысынлап та, тышта көҙ булыуға ҡарамаҫтан, фатирҙа йәйге шарттар, йылытыу торбалары йүнләп эшләмәй, сөнки тейешле һәм яуаплы кешеләр йүнләп тикшермәгән. Апай башта уларға шылтыратҡан, берәүҙәр килеп ҡарағандар ҙа юҡ булғандар, килеп киткәндәр ҙә юҡ булғандар. Ахыр сиктә беҙҙең телефон һандарын йыйған. Шул эшме ни инде?
Икенсе осраҡ. Ҡалала бөгөнгө көндә 90-дан ашыу Бөйөк Ватан һуғышы ветераны йәшәй. Уларҙың һәммәһе лә – беҙҙең иғтибарҙа. Тик бөтә тормоштарын контролдә тотоу тигәнде лә аңлатмай был. Күптән түгел ошондай категорияға ҡараған бер бабай менән осраштым. Ветеран үҙенең хәлдәрен һөйләй, фатирына ремонт кәрәк икән. Әммә ул ремонт эштәрен бушҡа башҡарыуға өмөт итә. Әллә кемдәргә мөрәжәғәт итеп бөткән, хатта ил башлығына тура линияға шылтыратҡан, яҙған, тик барлыҡ ерҙән дә бер үк яуап – бушлай мөмкин түгел. Документтарға күҙ һалһаҡ, коммуналь түләүҙәр өсөн квитанциялар бынан бер нисә йыл элек вафат булған ҡатыны исеменә килә. Мәрхүмә фатирға үҙенең хоҡуғын ейәнсәренә бүләк иткән булған, бабай күптән түгел бер ҡатын менән танышып, үҙенең өлөшөн иһә уға яҙҙырған. Ғәмәлдә фатир бөтөнләй бабайҙыҡы түгел килеп сыға. Эштең айышына төшөндөргәс, ветеран аптырап әллә үҙенә, әллә миңә бер һорау биреп ҡуйҙы: “Әлегә ҡәҙәр миңә быны ниңә бер кем дә аңлатмаған һуң?” Эйе, илебеҙ тыныслығы хаҡына ҡан түккән инәй-бабайҙар алдында мәңге бурыслыбыҙ, тик бына уларҙың хәлен үҙ файҙаһына борорға ниәтләнгән йәиһә яҡын кешеһенә ҡарата бөтөнләй битараф әҙәмдәр аптырата. Был да үҙенә күрә бер быуандар бәйләнеше ул. Ҡайһы берҙә ветерандар советы шундай сетерекле мәсьәләләр эсендә лә ҡайнай.
Әлбиттә, былар ниндәйҙер бер ос-раҡтар ғына. Уның ҡарауы, күңелде ҡыр-май ҡалмай. Иң мөһиме, дөйөм рәүештә ҡалала ветерандарҙы хөрмәт итәләр ти-нек бит, кем ҡулынан нимә килә – барыһын да бәхетле ҡартлыҡ өсөн эшләргә тырыша. Бер генә миҫал килтерәм: Рәсәй Эске эштәр министрлығының Стәрлетамаҡ ҡалаһы буйынса бүлеге ветерандары советын етәкләгәндә бер мәл отставкалағы ағайҙарҙы сәйәхәткә алып сыҡтыҡ. Юҡ, сит илгә түгел, хатта республика хаҡында ла һүҙ бармай. Ә Стәрлетамаҡ урамдары буйлап йөрөнөк автобуста, яңы биҫтәләрҙе, биналарҙы, объекттарҙы ҡараныҡ һәм, беләһегеҙме, кемдәрҙеңдер күҙе йәшләнде, кемдер шатлығынан йырлап та алды. Күптәр бит хәҙер фатирынан, ихатаһынан йыраҡ та китә алмай, ә уларҙың йәш сағынан алып бөгөнгәсә ҡәҙәр ҡала күпме үҙгәргән! Ғөмүмән, оло кешегә күп кәрәкме ни?! Шуға күңел йылыһын йәлләргә ярамай.
Йылдар тәжрибәһенә кемдәр мохтаж?
– Ә бына йәштәр кәңәш артынан киләме һуң?
– Башта уҡ шуны асыҡлап үтеү мөһим: беҙ ниндәйҙер сәйәси партия түгел, шуға сәйәсәттән йыраҡ торабыҙ. Әммә кем сүрәтендә генә мөрәжәғәт итһәләр ҙә, үҙ фекеребеҙҙе белдермәй ҡалмайбыҙ, кәңәшһеҙ сығармайбыҙ. Шуныһына ҡыуанам: мөрәжәғәт итеүҙәр исемлек өсөн генә түгел, әйткән һүҙҙәребеҙгә ҡолаҡ һалалар.
Ниндәй генә һорауҙар менән мөрәжәғәт итмәйҙәр: кемдер яңы эш башлап китер алдынан икеләнә, кемдер өйөндәге ата-әсәһенең тормошон еңеләйтергә тырыша.
– Был урында тәрбиә хаҡында ла һөйләшеп үтергә бурыслыбыҙҙыр.
– Тәрбиә тураһында һөйләгәндә сағыштырыу ҡулланып һүҙ йөрөтөргә кәрәктер. Йәнә донъяуи кимәлгә сығайыҡ. Сит илдәр менән Рәсәй пенсионерының хәле бер төрлө түгел, мәҫәлән. Сит илдә кеше хаҡлы ялға сыҡҡас, кинәнеп ял итә, сәйәхәткә йөрөй. Уның ҡарауы, етешһеҙ яҡтары ла бар. Тәрбиә эшендә лә шулай уҡ. Мәҫәлән, ҡайһы бер Европа илдәрендә ватансылыҡ төшөнсәһе бөтөнләй юҡ, ҡайһы берҙәрендә был төшөнсәне матди маҡсат юйған. Ошо йәһәттән Украинаны ғына иҫкә төшөрөү ҙә етә: идеологияны күҙ уңынан ысҡындырҙылар ҙа, ана, хәҙер хәлдәр ниндәй. Үкенескә ҡаршы, беҙҙең конституцион ҡоролошта ла был хаҡта бер ниндәй ҙә һүҙ юҡ, уның ҡарауы, ватансылыҡ көслө. Был йәштәребеҙгә ҡарата тәрбиәнән килә, әлбиттә. Уларҙы үҙ иленең улдары-ҡыҙҙары итеп үҫтергәндә генә көслө буласаҡбыҙ. Ватансылыҡ буйынса тәрбиә көсәйһә лә, бына шәхес тәрбиәләүҙә, минеңсә, етешһеҙлектәр күҙгә күренеп тора. Мәҫәлән, хеҙмәт тәрбиәһе бөтөнләй юҡ. Хәтерләйем, беҙ мәктәпкә ҡышҡылыҡҡа 500-600 кубометр утын әҙерләй инек һәм, иғтибар итегеҙ, бер кем дә ҡулын киҫмәне, һыҙырманы. Әле таҡта ла һөрттөрә алмай бит уҡытыусы, әрләй ҙә алмай. Ниңә, иҙән йыуып сығарһа, баланың ҡулы ҡороймы ни? Был етешһеҙлектәрҙе киләсәктә бөтөрөү мөһим, юғиһә, аҙаҡ эш шул ватансылыҡҡа ла барып төртөлөүе ихтимал.
Бына ошолар хаҡында ла уйланабыҙ совет ултырыштарына йыйылған мәлдәрҙә, хәйер, көндәлектә лә инде. Нисек кенә булмаһын, был фекерҙәрҙе һөйләп ҡалыу ғына түгел, әйтә барырға, ололарса кәңәш бирергә лә кәрәк тип уйлайым.
– Тәлғәт Абдулғәниевич, һеҙ оҙаҡ йылдар ҡаланың хәүефһеҙлеге хаҡына хеҙмәт иткән, инде етмештән артҡан аҡһаҡал. Һеҙҙең эшмәкәрлегегеҙ, кәңәштәрегеҙ йәштәр өсөн дә, бы-уандаштарығыҙға ла берҙәй мөһим. Кемдер телевизор ҡарап, бәхетле ҡартлығын балыҡтар йәиһә баҡсаһы менән уртаҡлаша, ә һеҙ ошо ваҡытта үҙ командағыҙ менән ял белмәй ветерандар ғына түгел, дөйөм ҡала, ил яҙмышы өсөн ҡайғырып, ең һыҙғанып эштәр башҡараһығыҙ. Бындай хеҙмәтегеҙ өсөн баш эйергә ҡала. Әңгәмәгеҙ өсөн рәхмәт һәм советтың эшендә уңыштар теләп ҡалабыҙ.