Был байрам Рәсәй ир-егеттәренең көсөн һәм батырлығын, Тыуған илгә бирелгәнлеген һәм һөйөүен сағылдыра. Быуаттар дауамында хәрби батырлыҡ иң төп егетлек сифаты булды һәм шулай булып ҡала.
Бөгөн беҙ Ҡораллы Көстәр ветерандарын, хәрби хеҙмәткәрҙәрҙе һәм киләсәктә әрме сафын тулыландырасаҡ йәш егеттәрҙе тантаналы рәүештә ҡотлайбыҙ. Айырыуса, хәрби хеҙмәт ветерандарына рәхмәт белдерәбеҙ. Тыныслыҡ хаҡына маҡтаулы хеҙмәтегеҙ, батырлығығыҙ, һәм ҡыйыулығығыҙ – Рәсәй хәрбиҙәренең изге традицияларын лайыҡлы дауам итеүсе йәш быуынға өлгө ул.
Һеҙгә ныҡлы һаулыҡ, бәхет-шатлыҡтар һәм уңыштар теләйем. Ҡыйыу һәм батыр кешеләрҙең байрамы һәр саҡ тыныс һәм шатлыҡлы булһын!
Стәрлетамаҡ ҡалаһы ҡала округы хакимиәте башлығы.